Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 417 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

донъя
А. Абдуллин. Был донъяла бер генә йәшәлә бит, ғумер бер генә... Д. Бүләков. • Донъя киңлегенән ни файҙа бар, аяҡ кейемдәрең тар булғас. Әйтем.
4. Тирә-йүн, тирә-йүндәге кешеләр. □ Окружающая среда, вокруг. Донъя тултырып хәбәр һөйләу. ■ [Тулыбай — Илғужаға:] Хәҙер бит теләһә ниндәй әтрәгәләмдәр менән донъя тулы. Д. Бүләков.
5. Йәнле тәбиғәттең айырым бер әлкәһе. □ Мир, среда. Тереклек донъяһы. Хайуандар донъяһы. ■ Төлкөнөң ҡорҙо, буренең һарыҡ бәрәсен йә йәш ҡоралайҙы нисек бо-тарлауын йөҙ тапҡыр кургәнмендер. Тереклек донъяһының заңы шул. Ә. Хәкимов. Бутәндәрҙә, тәбиғәттә, кейек-хайуан -дар донъяһында уларҙың [ата браконьер, уның ҡаланан килгән әшнәләренең] эше юҡ. Ә. Әминев. Беҙ, кешеләр, тәбиғәттән уҙебеҙ айырылыу етмәгән, хайуандар донъяһын да унан ситләштерәбеҙ. Т. Гарипова. Нармо-рат,.. Низами дастандарын уҡығаны бирле, ул кешелек донъяһының уҫешен, тарих айышын билдәләусе бутән көстәрҙе таныманы. Ә. Хәкимов.
6. Бер йүнәлеште тәшкил иткән, махсус бер тематиканы эсенә алған нәмәләр йыйылмаһы. □ Совокупность чего-л., объединённых одной тематикой. Ислам донъяһы яңылыҡтары. Таланттар донъяһы. Музыка донъяһы. Һандар донъяһы. Балалар, сабыйҙар донъяһы — утә лә мөғжизәле һәм серле бер хыялый донъя. ■ Шуға ла тел төшөнсәһе эсенә кеше эшмәкәрлеге аша барлыҡҡа килгән ысынбарлыҡ, кеше донъяһы ғына инә ала. Картотека фондынан. Әхмәтзәки Вәлиди ҡасандыр Төркөстандан алып ҡайтҡан ҡәбер ташы яҙыуҙарына, Сәмәрҡәндтәге «Мирза Олоғбәк» мәҙрәсәһенең стеналарынан кусереп алып ҡайтҡан яҙыуҙарға ҡарап ислам донъяһына куңелен ебәрҙе. А. Таһиров. Ике кеше, уҙҙәренең ҡайҙалығын да онотоп, музыка донъяһына сумды... Р. Солтангәрәев.
7. Билдәле булған бер ижтимағи ҡоролош, мәҙәниәт һәм социаль-тарихи билдәләр менән берләшкән кешелек йәмғиәте. □ Мир,
общество. Яңы донъя асылған кеуек. ■ [Яков Петрович:] Мария Ивановна, яңы донъя төҙөйөк әле, унан һуң һин дә йәшәрерһең. А. Таһиров. Нимә тип йырлайбыҙ «Бәйнәл-минәл» йырында? «Ҡәһәрле иҫке тормошто нигеҙенәсә тар-мар итеп, өр-яңы донъя төҙөрбөҙ!» Ә. Хәкимов.
8. Айырым эшмәкәрлек әлкәһе һәм шул әлкәләге кешеләр төркөмө. □ Отдельная область, отдельное направление и люди, относящиеся к этой группе. Хәҙерге һынлы сәнғәт донъяһы. Һынлы сәнғәт донъяһы бар кешене лә уҙ ҡосағына алмай. Башҡортостандың мәҙәни донъяһы. Бөгөнгө фән донъяһы билдәләуенсә. Мауыҡтырғыс фән донъяһы. ■ Ишбирҙинды Мәскәуҙең ҙур сәнғәт донъяһы тартты. Р. Солтангәрәев. Ул [Заһир Исмәғилев] куңелен биреп баш ҡалабыҙҙың сәнғәт донъяһына инеп китә. Р. Шәкүр.
9. Кеше тәбиғәтенең эске йөкмәткеһен, рухи булмышын, уның төрлө уй, кисереш, хис-тойғо һ. б. һымаҡ психик яғын тәшкил иткән әлкә. □ Внутренний мир, жизнь. Үҙенең эске донъяһы. Йәйғор төҫөндә донъям. Донъям туп-туңәрәк. Куңел донъям сыңлай көлөуемдә. ■ Тәжәп хәл: һуғышта улем, ҡайғылар менән куҙмә-куҙ осрашып торғанда ла, кеше куңеле барыбер бер генә минутҡа ла уҙенең эске донъяһы менән йәшәуҙән туҡтамай. Р. Шәкүр. Балсыҡ уйынсыҡтың селпәрәмә килеуе — минең уй-хыялдарымдың, эске донъямдың тормоштағы аяуһыҙ ысынбарлыҡ менән куҙгә-куҙ осрашыуы булғандыр, бәлки. М. Ямалетдинов. [Лоҡман] эсенән генә уҙенең тышҡы донъянан һаҡлау ҡөҙрәтенә эйә ошондай ҡабырсағы булғанға ла һөйөнә. Т. Гарипова. Һин киткәнгә, ана, башын эйеп, уйға сумып тынып ҡалған донъям. Г. Ҡотоева. Куренештәрҙе, кешеләрҙе бына ошолай ситтән куҙәтеп кенә уҙһаң, рухи донъяң байымай ул, ярлылана ғына. А. Абдуллин.
10. кусм. Кешенең йәшәү осорон эсенә алған тормош. □ Жизнь, житье. Донъя рәхәтен куреу. ■ Мин донъя рәхәтенән, куңел
14- 1.0116.12
417