донъя
асыуҙарҙан баш тартырға өндәмәйем, тик, улар йәшәүҙең төп мәғәнәһенә әйләнмәһен ине, тип кенә әйткем килә. А. Абдуллин. Атайым хушһынмағас, нисек кенә тырышма, донъя рәхәтен күрә алмаясаҡмындыр. Я. Хамматов. Күңелемә Туфан килеп керҙе, бирҙе, тиеп, донъя кәрәкте. X. Назар. • Донъя баҫһа, тоҙ ҙа татлыға әйләнә. Әйтем. Донъя бер алдын, бер артын күрһәтә. Әйтем. Донъя — ҡуласа, әйләндереп бер баҫа. Әйтем.
11. күсм. Кеше йәшәү өсөн кәрәк булған йорт-ҡаралдылар, көнкүреш, хужалыҡ нәмәләре, мал, мөлкәт, байлыҡ һ. б. □ Имущество, хозяйство; богатство / житейский, хозяйственный. ■ Ялан яғындағы ауылдар .. тәгәрмәс туғыны, арҡан, дегет, йүкә, ҡурыҙ кеүек донъя көрәктәре тейәп ҡайтып китәләр. Ж. Кейекбаев. Ошо тиклем донъя хужабикәһеҙ тора бит. 3. Ураҡсин. [Әмин] башта донъя кәрәк-ярағын — бысағын, салғыһын, урағын, балтаһын, уҡ башаҡтарын тимерҙе иретеп яһаны. Ғ. Хөсәйенов. • Донъя ҡораманан йыйыла. Әйтем. Донъя малы — дуңғыҙ ҡаны. Әйтем.
12. күсм. һөйл. Ниҙеңдер бик күп булыуы, иҫәпһеҙ күп миҡдары. □ Очень много, уйма, масса, несметное количество (чего-л.). Донъя халыҡ. Эш донъя. Донъя аҡса. ■ Эш донъя ул унда. Ялланып бесән сабырға ла мөмкин. Завод эсендә лә эш тулып ята. Ж. Кейекбаев.
13. миф. Мифологияла ер өҫтөндәге тормош, киреһе — әхирәт. □ Этот свет, земля, жизнь. Яҡты донъяға килеү. Ҡотло, мул яҡты донъя. ■ Иманһыҙҙарҙы Хоҙай яҡты донъяла оҙаҡ тота буламы? Б. Рафиҡов. Яҡты донъянан үткәндәр, аҡтыҡ һулыштарын алғас та, инде һис бер нәмәгә мохтаж түгел, иғтибар һәм рухи таяныс мәрхүм-дәрҙең яҡындарына, туған-тыумасаһына кәрәк. М. Ямалетдинов.
♦ Донъя баҫыу (донъя баҫ-) ғәҙәти тормош көтөү мәшәҡәттәре менән ныҡ мәшғүл булып, дәрт һүнеү, күңел төшөү, бирешеп китеү. □ Быть задавленным жизнью; повседневными заботами. ■ [Кәшфулланың]
атаһы ҡырт ҡына ҡаршы төшмәне, үгәй әсәһе өҙгөләнмәне, донъя баҫҡан ағайҙарының үҙ мәшәҡәттәре үҙҙәренә еткән. М. Кәрим. Шуға күрә йәшлектең ҡәҙерен бик ныҡ белегеҙ, донъя баҫып килһә лә, бөгөлмәгеҙ, балалар. Һ. Дәүләтшина. Фазылетдин, донъя баҫа, йәш тә арыу инде, тип егетлеген ташламаны. Р. Камал. [Факиһаға] бөтә эш үҙенә ҡалғас, донъя баҫҡайны уны. Н. Мусин. Башҡорт шундай булмай инде ул... донъя баҫты, имеш!.. Н. Асанбаев. • Донъя баҫһа, тоҙ ҙа алтынға әйләнә. Әйтем. Донъя бөтөн ҡар. донъяһы теүәл. ■ Бар донъя бөтөн, бер ат, бер һыйыр бар, шул еткән. Ғ. Хәйри. Быларға тракторы ла, һаламы ла кәрәкмәй шул. Донъя бөтөн, борсолорлоҡ мәсьәлә юҡ. Ә. Әминев. Донъя йөгөн тартыу тормош көтөү, йәшәүҙең иң ауыр яғын үҙ өҫтөнә алыу. □ соотв. Тянуть лямку. ■ Сәлимә генә ҡәйнешенең ҡулында һәр эш уйнап тороуына һоҡланып, һөйөнөп йөрөнө, .. донъя йөгөн күмәкләберәк тартыу еңелерәк тә булыр, бәлки. 3. Ураҡсин. Донъяға ҡул һелтәү бөтә нәмәгә вайымһыҙлыҡ күрһәтеү. □ Махнуть (на всё) рукой. Донъяныҡын донъялыҡта ҡайтарыу (йәки донъялағы иҫәп донъяла, донъяныҡы донъяла) кешенең эшләгән яҡшылыҡтары һәм яманлыҡтары, һәр ҡылығы өсөн иҫән-һау саҡта иҫәпләшергә кәрәк, тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ В значении: человек за каждое хорошее и плохое рассчитывается в этой жизни. Донъяның артына тибеп йәшәү бер ниндәй ауырлыҡ, етешһеҙлекте белмәй, иркен, мул тормошта уйһыҙ, ғәмһеҙ йәшәү. □ Жить беззаботно, богато. Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп күргән йәшәү дәүерендә төрлө тормош ауырлыҡтарына осраған, төрлө тормош хәлдәрен күп белгән, күргән. □ Имеющий горький опыт жизни. ■ Бығаса ла күпме кисеүҙе үткән, донъяның әсе-сөсөһөн байтаҡ татыған Нурислам бирешмәҫ, үҙ яҙмышын табыр. Ә. Хәкимов. Донъяһы теүәлләнеү бөтә нәмәнән риза булып ҡәнәғәт йәшәү. □ Жить в довольстве. ■ Шулай итеп, Таип ҡарттың донъяһы теүәлләнә. Теге
418