ДОНЪЯ КӨТӨҮ
йәш хужабикә тәрбиәле генә ҡатын булып сыға. Р. Өмөтбаев. Донъяһы теүәл күңеле ҡәнәғәт, нимә менәндер риза булыу. □ Довольный всем. ■ Хәҙер уҙенең донъяһы теуәл дә, Мөбәрәге өсөн борсолоп аптырай Ғәбдеян. Н. Мусин. [Фәузиә] килене алдында тыныс, ғәмһеҙ, донъяһы теуәл бер әҙәм булып куренеп өйрәнгән бит ул. Т. Ғарипова. [Профессор Арынбаҫаров — Йәғәфәровҡа:] Врачтың, бигерәк тә хирургтың, донъяһы теуәл булырға тейеш. Шул саҡта ғына ул уҙен тыныс тоя. Д. Бүләков. Донъяһы тулы ҡар. донъяһы теүәл. Ике донъя — бер мөрйә (йәки ике донъя — бер һеү Аллаһ) иҫе китмәғән, ғәмһеҙ кешегә ҡарата әйтелә.
□ соотв. Хоть трава не расти (о беспечном человеке).
ДОНЪЯ АҒАСЫ (Р.: мировое дерево; И.: world tree; T.: hayat ağacı) и. миф.
Өҫкә, урта, түбәнге донъяны бәйләп тороусы донъя ағасы, йәшәү символы. □ Мировое дерево (символ жизни). Ат бәйләгән баған ул донъя ағасы. ■ Ул [Оло инәй]— донъяның уҙәге, кусәре, донъя ағасы. Ф. Хисамитдинова.
ДОНЪЯ БӨТӘЙТЕҮ (донъя бөтәйт-) (Р: наладить хозяйство; И.: put household in order; T: dünya kurmak) ҡ.
Хужалыҡты төҙәтеү, аяҡҡа баҫтырыу.
□ Наладить хозяйство. Донъя бөтәйтеп йәшәй башлау. ■ Элегерәк кубәләк менән тиләугә ҡараған тирә-яҡ ауылдарҙың ир-егете донъя бөтәйтеу хәстәре менән Верхнеурал (башҡортса боронғо исеме — Талғала) баҙарына йөрөгән. М. Ямалетдинов. [Гөлнара] донъя бөтәйтәйем тип, әйбер артынан сабып, уҙ ҡәҙерен белмәй ғумерен бушҡа уткәрә тугелме һуң ул? Н. Мусин.
ДОНЪЯҒА КИЛЕҮ (донъяға кил-) ҡ. ҡар. тыуыу. ■ Дуся еңгәм тыныс ҡына ағайым ҡайтҡандың икенсе йылында донъяға килгән улына, ҡыҙы Луизаға наҙын тигеҙ булеп, тулы тормош менән йәшәне. Т. Ғирфанов. Яҡты йондоҙ нуры аҫтында донъяға килгән кеше ине Сәйфелмөлөк. Ә. Хәкимов. Шаҡмандың уҙ ғаиләһе лә артты, ул
дары, ҡыҙҙары тыуҙы. Хатта бер көн килеп, кинйә улы донъяға килде уның. К. Мәргән.
ДОНЪЯҒА СЫҒЫУ (донъяға сыҡ-) (Р: возникнуть; И.: arise, spring up; come into existence (being); T.: meydana gelmek) ҡ.
1. Ғәмәлгә килеү, барлыҡҡа килеү.
□ Возникнуть, появляться.
2. Баҫылып сығыу (китапҡа ҡарата).
□ Выйти в свет, опубликоваться. Яҙыусының ике китабы донъяға сыҡты.
ДОНЪЯ ДИҢГЕҘЕ (Р: мировой океан; И.: the world’s ocean(s); T.: okyanus) и.
Гидросфераның төп өлөшө, Ер шарының материктарын, утрауҙарын уратып алған һыу. □ Мировой океан. Донъя диңгеҙен беренселәрҙән булып Джеймс Кук өйрәнә башлай.
ДОНЪЯ ЙӨҘӨ и. ҡар. ер 2. ■ Ҡараба-тыр хәҙер маҡтана: йәнә инде донъя йөҙөндә ул ғына батыр! «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән». Ашлыҡ сәскән саҡта кеше тыныслыҡ һәм йәшәу хаҡында ғына хыялланалыр, сөнки бөтә донъя йөҙөн туйҙырырға сама итеп сәсә бит. Й. Солтанов. Үлде комиссарҙар, улде йәш бөркөттәр тура ҡарап улем куҙенә. Был улемдән, ҡыҙыл байраҡ булып, йәшәу ҡалды донъя йөҙөнә. Р. Ғарипов. Донъя йөҙөндә ниндәй генә һәйкәлдәр юҡ: Аллаларҙың, батшаларҙың, батырҙарҙың, һәр төрлө бола башлыҡтарының, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренең, нисәмә төрлө хайуандарҙың бөйөк оҫталар тарафынан тыуҙырылған һәйкәлдәре быуаттар буйы тора. Н. Мусин.
ДОНЪЯ КӨТӨҮ (донъя кот-) (Р: жить семейными заботами; И.: lead family life; T.: yaşamak) ҡ.
Тормош ҡороп йәшәү. □ Жить семейными, хозяйственными заботами. ■ /Ғаб-деяндың] донъяһы ялт итеп тора, бер нәмәгә мохтажлығы юҡ, улдары ла, атаһына оҡшап, бигерәк һәйбәт, донъя көтөугә әуәҫ егет. Н. Мусин. Миңлебикә донъя көтөу өсөн генә яратылған ҡатын булып сыҡты. М. Хужин. Ҡартая төшкәс, донъя көтөуе ауырлашҡас, бабай ҙа, әбей ҙә ауырыша
14*
419