ДОНЪЯ КҮРГӘН
башлаған. Әкиәттән. Ана шулай Ата-Анабыҙ Ҡуңыр буға туҡтап хәл алған һәр төйәктә бөгөнгәсә еребеҙҙең изге тереклек шишмәләре йылғаланып урғылыпмы-урғыла, һәр бер йылға буйҙарында бөгөнгәсә баяғы тәуге ырыуҙарҙың тоҡомдары кинәнеп донъя көтә — иген игеп, мал аҫрап, аҡ эсеп аҡ көн курә. Й. Солтанов. Барсынбикә уҙе иренең хәлен төшөнә лә кеуек: ялҡты ул илдән илгә йөрөуҙән, ултыраҡ тормошҡа кусәһе, донъя көткөһө килә. Т. Ғарипова. [Еҙукәй:] Мәгәр бынау ғәрәсәтле заманда дуҫ-ишһеҙ, яуҙаш туғандарһыҙ донъя көтөу мөмкин тугел. Ә. Хәкимов.
ДОНЪЯ КҮРГӘН (Р.: бывалый; И.: seasoned; T.: dünya görmüş) с.
Тормош тәжрибәһе күп булған кешегә ҡарата әйтелә. □ Бывалый. Донъя кургән кеше. ■ Хәмәтйән .. донъя кургән кеше инде. Һалдатта ла бик куп йөрөнө. А. Карнай. Рәсул Эмирович — донъя кургән, ҡағылған-һуғылған кеше. Ә. Хәкимов. Роман, арыу уҡ донъя кургән белемле егет булһа ла, тормошта бындай хәл менән осрашҡаны юҡ ине. Н. Мусин.
ДОНЪЯ КҮРЕҮ (донъя күр-) ҡ.
1. ҡар. донъяға сығыу 2. Быға тиклем донъя кургән китаптар.
2. Ил, ер күреп йөрөү; гиҙеү. □ Странствовать, путешествовать, увидеть, познать мир. ■ [Боғара — Һабрауға:] Донъя курер-һең, аҡыл арттырырһың. Бер йыл ғумерҙең уткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ әле. Ә. Хәкимов. Ә яҙыу өсөн белемле булыу ғына етмәй, бына һинең кеуек донъя курергә, ундағы иң тетрәткес хәлдәрҙе тотоп алып,.. тәьҫирле итеп икенселәр куңеленә еткерә белергә кәрәк. Н. Мусин. Әле йәшмен, донъя курергә лә өлгөрмәгәнмен. Йәшәп ҡалырға, ғумерҙе нисек тә һаҡларға кәрәк. М. Хужин.
ДОНЪЯ КҮСӘРЕ (Р.: основа жизни; И.: base of life; T: hayatın temeli) и.
Йәшәүҙең, тормоштоң нигеҙе. □ Основа жизни. ■ Кемлегенә ҡарамаҫтан, бәндә уҙен донъя кусәре тип һанарға әуәҫ. Ә. Хәкимов. Матбуғат — донъя кусәре, йәмғиәт тот
ҡаһы, йәшәйешебеҙҙең уҙенсәлекле сағылышы. «Йәшлек», 13 июнь 2009. Көнһылыу менән Кукһылыуҙың әкиәткә оҡшаш донъяһынан, шул донъя кусәрендә әйләнгән бала сағынан айырылырға шулай уҡ һанаулы ғына көндәр ҡалды микән? Т. Ғарипова.
ДОНЪЯ ҠОРОТҠОС (Р.: расточитель; И.: squanderer, spendthrift, waster; T: savurgan) и.
Нимәнелер боҙоп, юҡ итеп йөрөгән кешене әрләгәндә әйтелә. □ Расточитель, транжира, мот. / Расточительный. ■ Аллаһы Тәғәлә беҙҙе иҫән ҡалдырып, шул донъя ҡоротҡостарын ерҙән йотторһон ине. Ғ. Хәйри. Тфу! — тип бер әбей төкөрөнөп утте. — Донъя ҡоротҡостар, шайтан ҡолдары. М. Кәрим.
ДОНЪЯ ҠОРОУ (донъя ҡор-) (Р: создать хозяйство; И.: start one’s household; T.: dünya evine girmek) ҡ.
Тормош кәрәк-яраҡтары булдырыу, тормошто юлға һалыу. □ Создать хозяйство. Донъя ҡороп ебәреу. ■ «Эх, был ҡәһәрле һуғыш, тиҙерәк бөтһә ине. .. Кәләш алып, донъя ҡороп ебәрергә, балалар уҫтерергә ине...» 3. Ураҡсин. Утыҙға етһә лә, әйләнеп, донъя ҡора алмай йөрөгән Имән батыр тормошон бер ни тиклем юлға һалып алғайны инде. Н. Мусин. Тирәкле!.. Нисәмә тиҫтә йылдар буйына ул инде тыуған ауылына әуерелде. [Барсынбикә] ҡыҙын ошонда килеп тапты, донъя ҡорҙо, ҡурпыланы, урсене. Т. Ғарипова.
ДОНЪЯ ҠУЙЫУ (донъя ҡуй ) (Р: скончаться; И.: die; T: vefat etmek) ҡ.
Үлеү. □ Скончаться, умереть. ■ Юлайҙың донъя ҡуйыуы ла бар — ыҙаһын кутәр-һә лә, ҡартлығы туҙҙермәҫ. Б. Рафиҡов. Таһир Таиповичты һуңғы юлға оҙатыуға бер йыл тигәндә, уның йыллығын уткәреу маҡсатында туғандарға, таныштарға хәбәр итеп, генералдың дуҫтарын саҡырыу хәстәре менән янып-көйөп йөрөгән мәлдә, ҡапыл Сәйҙә Мостафиевна уҙе лә донъя ҡуйҙы. Р. Өмөтбаев.
420