Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 421 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

донъялыҡ
ДОНЪЯ ҠУПТАРЫУ (донъя ҡуптар-) (Р.: создать шумиху; И.: produce a sensation, ballyhoo; T.: gürültü çıkarmak) ҡ.
Ныҡ шау-шыу тыуҙырыу, көслө шаулау □ Создать шумиху, перевернуть всё вверх дном. ■ Айыу яман тауыш менән үкерә-баҡыра, әрәмә араһында донъя ҡуптарып сабырға тотонғас, тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Н. Мусин. [Нәфисә — Алтынсәскә:] Тон йөҙөндә донъя ҡуптармаһағыҙ, көн бөткәнме ни һеҙгә?! Ә. Хәкимов. Элек әүҙем донъя ҡуптарып йөрөп тә, Носрат ағай фронтҡа киткәндән һуң һүлпәнәйә төшкән еңел кавалерияны әүәлге яугир хәленә ҡайтарып тергеҙеү мәсьәләһен ҡуйҙы көн тәртибенә. Й. Солтанов. Аңын тотошлайы менән үҙенән ыскындырырға итһә лә, үткән аҙнаның ваҡиғалары бер-бер артлы кино кадрҙарылай күҙ алдынан йылтлап үтте: бала таптырып донъя ҡуптарған Сәбилә; сессия; аңғармаҫтан бүлмәгә осоп ингән аҫыл ҡоштай Мәҙинә; прокурор менән осрашыу; Хашимдың «Дело»һы менән танышыу, һәм тағы, тағы... Т. Ғарипова. Бының артынан башҡа ҡаҙҙар ҙа әллә ниндәй ҙур бер ваҡиға булған кеүек, донъя ҡуптарып ҡысҡырыша башланылар. М. Ғафури.
ДОНЪЯ ҠЫЙРАТЫУ (донъя ҡыйрат ) (Р: перевернуть вверх дном; И.: wreck; T.: kırmak) ҡ.
1. Нәмәләрҙе ватыу, емереү. □ Перевернуть вверх дном, ломать.
2. мыҫҡ. Нимәлер эшләп ташлау, бик шәп эшләү, һәйбәт итеп ҡуйыу. □ Делать что-л. очень хорошо. ■ [Сәлих — Йәнтимергә:] Йәнәһе, һин генә эшлекле кеше лә, һин генә донъя ҡыйратаһың! С. Агиш. [Хафиз ҡарт — Тайморзинға:] Сынбулатовтың көнө килеп терәлгәс кенә, утҡа баҫҡан бесәй шикелле, бер һелтәүҙә донъя ҡыйратырҙай булып, һикергеләнә, екергеләнә торған ғәҙәте барлығын беләһең бит. М. Тажи.
ДОНЪЯ ҠЫРЫУ (донъя ҡыр-) ҡ. ҡар. донъя ҡыйратыу. Донъяны ҡырмаҡсы була. ■ [Ярлыманов:] Азаматов ул донъяны ҡыр
маҡсы була. Ә донъя тиҙ генә ҡырылмай бит. Ә. Вәли.
ДОНЪЯ ҠЫУЫУ (донъя ҡыу-) (Р: гнаться за богатством; И.: be greedy for money; T.: zengin olmaya çalışmak) ҡ.
Ныҡ бирелеп донъя көтөү, мал табырға, байығырға тырышыу. □ Гнаться за богатством, быть охваченным жаждой наживы. ■ [Исмай:] Ҡартайҙым, донъя ҡыуып йонсоном, исмаһам, илгә ҡайтып үләйем, тип уйланым. Ә. Хәкимов. Биктимер ҡарт үҙ ғүмерендә донъя ҡыуып йәшәмәне. «Донъя нәмә ул. Барыбер ҡыуып етә алмаҫһың», — ти торғайны ул йыш ҡына. Ж. Кейекбаев. Донъя ҡыуып йөрөгән ир күңеле ғүмере бөтмәҫ хәсрәт-зар микән? Халыҡ йырынан. Әҙәм балалары иһә ошо хаҡта туҡтауһыҙ бәхәсләшәләр, аҡыл һаталар, бер-береһен мәсхәрәләйҙәр йә маҡтайҙар һәм, ныҡлабыраҡ ҡараһаң, бөгөнгөһөн иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа тырышып, көнләшә-көнләшә донъя ҡыуалар, үҙенә төшкән бәләкәй генә бәхетте лә ҙур күреп, шуға алданып йәшәй бирәләр. Н. Мусин. Атаһы, Сәйфулла партизан, үлер алдынан уға [Саяфҡа]: «Донъя ҡыума, улым, әхирәтте лә уйла!» — тине. Т. Ғарипова. Беҙ генә донъя ҡыуабыҙ тигән булып, ҡасан үлеребеҙҙе белмәй, Алланы иҫтән сығарып ташлайбыҙ, һ. Дәүләтшина.
ДОНЪЯЛЫ (Р: имеющий хозяйство; И.: familial; heaving a household; T.: evli) c.
1. Йорто, хужалығы булған. □ Имеющий хозяйство, занятый хозяйством. ■ Етеш донъялы кешенең өйөндә уны [Ғилманды] ниндәйҙер тартыныу биләп ала ине. Н. Мусин.
2. Ғаилә. □ Семейный. Донъялы кеше.
ДОНЪЯЛЫҠ (донъялығы) (Р: жизнь земная; И.: the worldly life; T.: dünyalık) и.
Донъялағы тормош; йәмғиәт тормошо. □ Жизнь земная, этот свет. / Мирской, светский; земной. Изгелекте донъялыҡта ҡайтарыу. ■ Донъялыҡҡа беҙ бер генә мәртәбә йәшәргә киләбеҙ, шуға күрә ғүмерҙе мөмкин ҡәҙәр бәхетлерәк итеп уҙғарырға ынтылырға кәрәк. А. Абдуллин. Нурислам
421