ДОНЪЯ МАЛЫ
Байтурин! Шуны хәтереңдә тот: донъялыҡтан ҡиәмәткәсә ара — бер һулыш. Ә. Хәкимов. Изгелекте иҫһеҙлеккә һанау ҡанун була барған донъялыҡ. Т. Ғәниева. Айҙар үтә, йылдар үтә ултырып тотҡонлоҡта, был яҡтың ҡаҙаҡ ханы, теге яҡтың башҡорт бейе донъялыҡта йәшәрен йәшәп, ашарын ашап, икеһе тиң гүр ҡуйынына керә. Й. Солтанов. Бәндәләрҙең донъялыҡтағы эштәре лә, яҡшы исеме лә үҙе үлгәндән һуң да яҡлауға мохтаж икәнен төшөнгән шул инде Хашим. Т. Ғарипова.
ДОНЪЯ МАЛЫ (Р.: богатство; И.: riches, wealth; T.: dünya mali) и.
Байлыҡ. □ Богатство, материальные блага. ■ Бөтә тиҙ донъя малы, мәңге тормай, белем бөтмәй, юйылмай һәм серемәй. Ш. Бабич. [Иҫәкәйҙең] донъя малы байтаҡ: ете мең баштан артыҡ йылҡы, йөҙгә яҡын һыйыр малы, һарыҡтарҙың теүәл һанын белгән дә юҡ — ялан ябып йөрөйҙәр. Н. Мусин. [Дәрүиш — байбисәгә:] Мин көн кешеһе түгел, дин кешеһе... Донъя малы миңә кәрәкмәй. М. Кәрим. • Донъя малы — дуңғыҙ ҡаны. Әйтем.
ДОНЪЯ МӘШӘҠӘТЕ (Р.: житейские заботы; И.: worldly concerns; T.: gaile) и.
Тормошта була торған ваҡ-төйәк эш, хәстәр. □ Житейские заботы. ■ Табындың муллығы, тәғәмдәрҙең тәме-таты ла донъя мәшәҡәттәрен оноторға, ирәйешеп, кәйеф-сафаға бирелергә өндәгәндәй. Ә. Хәкимов. Өфөләге улым .. күпме ҡунаҡҡа саҡырҙы, донъя мәшәҡәтенән йырынып сығып китеп булманы. Р. Низамов.
ДОНЪЯНАН АЙЫРЫЛЫУ (донъянан айырыл-) ҡ. ҡар. донъя ҡуйыу. ■ Ғилмияза уянып китте. Ауыҙында әскелтем төйөр тойғандай булып, тамағын ҡырҙы, тамшанып ҡуйҙы; шунан, әле генә күргән матур донъянан айырылмаҫҡа теләп, күҙен ҡабат йомдо. Н. Мусин.
ДОНЪЯНАН БИҘЕҮ (донъянан биҙ-) (Р: устать; И.: get tired; T: dünyaya küsmek.) ҡ.
Йәшәүҙән ялҡыу. □ Устать, потерять интереса к жизни. ■ [Байрамбикә] донъя
нан биҙгән, йортһоҙ, төбәкһеҙ ҡырағай кеше кеүек,.. ҡыр еләге, үлән тамырҙары ашап көн итә. Риүәйәттән.
ДОНЪЯНАН КИСЕҮ (донъянан кис-) ҡ. ҡар. донъя ҡуйыу. Шәһит үлеме менән донъянан кисеү. ■ Тормош юлдары ла, әҙәм балалары араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә сейәлгән еп осо һымаҡ йомаҡлы, ғәжәйеп ҡатмарлы бит. Был донъянан кискән һәр йән үҙе менән шул йомаҡтың бер осон алып китә, тере ҡалғандарҙың йөрәк, зиһен ептәрен ауырттырып тарта. Й. Солтанов.
ДОНЪЯНАН КИТЕҮ (донъянан кит-) ҡ. ҡар. донъя ҡуйыу. ■ [Мөхәмәтшаның] йөҙөнә ҡыҙыл таптар ятты, ерле юҡтан хәле бөтөп ғыжылданы... Бер аҙна түшәктә ятты ла яҡты донъянан китеп тә барҙы. М. Хужин. Шул ике бәхетһеҙ йән дәрүиштең яҡты донъянан китеүе мәңгелек ғаләм, үлемһеҙ тәбиғәт өсөн юғалтыумы ни инде. Ә. Хәкимов. Яратам мин шыршы ағасын, атай...— Һин... мин... беҙ был фани донъя-
нан китербеҙ, ә шыршылар беҙгә һәйкәл булып үҫеп ултырыр. И. Абдуллин.
ДОНЪЯНАН КҮСЕҮ (донъянан күс-) ҡ. ҡар. донъя ҡуйыу.
ДОНЪЯНАН ҮТЕҮ (донъянан үт-) ҡ. ҡар. донъя ҡуйыу. ■ Бәндә үҙен донъя күсәре тип һанарға әүәҫ. .. Шуның арҡаһында етәһе мораҙына етә алмайынса, донъянан үтә. Ә. Хәкимов.
ДОНЪЯ СЕЛТӘРЕ (Р: всемирная паутина; И.: World Wide Web; T: World Wide Web) и. инф.
Интернет инфраструктураһын ҡулланған глобаль мәғлүмәт арауығы. □ Всемирная паутина. Бөтә донъя селтәренең структураһы һәм нигеҙҙәре. Донъя селтәрен бөтә донъянан Интернет селтәренә бәйле миллионлап веб-сервер ойоштора.
ДОНЪЯСЫЛ (Р: хозяйственный; И.: skillful in housekeeping; T: tutumlu, evirgen) c.
Тормош көтөүгә ихлас, хәстәрлекле. □ Хозяйственный, домовитый. Донъясыл, бөтмөр егет.
422