Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 423 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

доң
ДОНЪЯ ТАУЫ (Р.: мировая гора; И.: the world mountain; T.: dünya dağı) и. миф.
Өҫкә, урта, түбәнге донъяла бәйләнеш булдырыусы донъя тауы. □ Мировая гора. Донъя тауы уртаһында.
ДОНЪЯ ТОТҠАҺЫ (Р: опора в жизни; И.: one’s life prop; T.: hayat dayanağı) u.
1. Тормош көтөүҙә, йәшәүҙә төп көс, терәк. □ Опора в жизни. ■ [Фәсхи ағай:] Белә белһәгеҙ, донъя тотҡаһы ҡалды ул беҙгә хәҙер. Бына ошо ҡулдар менән беҙ донъя ҡуласаһын матҡып әйләндерергә тейеш! И. Солтанов. • Яҡшы ҡатын — донъя тотҡаһы. Әйтем. Оҫта — донъя тотҡаһы. Әйтем.
2. мыҫҡ. Ерҙең кендеге. □ Пуп земли. ■ [Шәһүрә] ниңә әле шул тиклем борсолорға, донъя тотҡаһы миндәме ни, тип ҡул һелтәй. Н. Мусин.
ДОНЪЯ ТУЛЫ (Р: очень много; И.: very much; T.: çok) p.
Бик күп. □ Очень много, несметное количество. Донъя тулы булыу. ■ [Фәрзәнә — Искәндәргә:] Бер ҡош юғалғандан урманда ҡоштар бөтәме әллә? Донъя тулы ҡош. Ә. Әминев. Вәхши күҙ, шаҡшы күңел, алдаҡсы тел донъя тулы, күпме-күпме тоғролоҡ ҡорбан була ялған менән. Ш. Бабич. Донъя тулы яҡшы кешеләр бит ул — һәндерәлә аяҡ һәлендереп ултырыусылар ҙа йәлләне Дөмфиулланы — юл буйынса ҡалған-боҫҡанын ҡаптырҙы. Й. Солтанов.
ДОНЪЯУИ [ғәр. (Р: земной; И.: earthly; worldly; T.: dünyevi) с.
1. Реаль күренеш һәм хәлдәргә бәйле, донъяға (7) мөнәсәбәтле; донъя менән бәйләнешле. □ Земной. Донъяуи ҡиммәттәр. Донъяуи хәлдәр. Донъяуи этик нигеҙҙәре. Донъяуи сифат стандарты. ■ [Аҡ-мулланың] бик күп әҫәрҙәрендә .. донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аң-белемде, ғилем-һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялары ғәйәт тәрән һәм үҙенсәлекле әйтеп бирелгән. Р. Шәкүр.
2. Ысынбарлыҡ, ысын тормош талаптарына яраҡлы, киреһе — дини. □ Светский,
мирской. Донъяуи дәрестәр. Донъяуи ғилем. ■ Башҡортостан Республикаһы — донъяуи дәүләт. Бер ниндәй дин дә дәүләт дине йәки мәжбүри дин тип билдәләнә алмай. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһынан. [Юламан] замандың үҙгәреүен, һәр төрлө бола-боларыштың ҡуйырыуын тойоп, дин һабағы менән сикләнмәйенсә, күберәк донъяуи уҡыу йорттары тирәһенә ығышты. Ә. Хәкимов. Губернатор килгән халыҡты ҡайҙа урынлаштырыу, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, һый-хөрмәт кеүек донъяуи мәсьәләләрҙе ҡуйҙы. 3. Ураҡсин. Хизбулла олатаһы .. биш намаҙын ҡалдырманы, донъяуи эштәргә ҡыҫылманы. Т. Ғарипова.
ДОНЪЯУИЛЫҠ (донъяуилығы) (Р: бытие; И.: being; T.: varlık) и.
Донъяуи, реаль тормош, йәшәйеш.
□ Бытие. Донъяуилыҡ рәүеше.
ДОНЪЯҺЫН ОНОТОУ (донъяһын онот-) (Р: быть занятым чем -л:, И.: be carrried away with (smth); T.: her şeyi unutacak kadar meşgul olmak) ҡ.
Бер нәмә тураһында уйламай, ниндәйҙер бер эшкә һ. б. ныҡ мөкиббән бирелеү.
□ Быть занятым чем-л:, забыть обо всём, быть сильно приверженным к какому-л. делу. Донъяһын онотоп уҡый. ■ [һабрау] кистәрен берәй тәҙрәнән тышҡа төшкән шәм яҡтыһына ултыра ла, донъяһын онотоп, бөйөк дастандарҙы, фәлсәфә йә тарих китаптарын уҡырға керешә. Ә. Хәкимов. Хәмит ҡурай уйнап ултыра икән. Башын ҡырын һалған, күкрәген киреп ебәргән, бер һүҙ менән әйткәндә, донъяһын онотҡан. Д. Бүләков. Эштән алмашынған көллө ир-ат шунда [спорт майҙанына] йыйыла, бөтә донъяһын онотоп, тамам күҙ бәйләнгәнгә тиклем уйын зауҡы менән мәшғүл. Й. Солтанов. Оҙон башаҡтарҙы ул [Йәмил ағай] рәхәтләнеп, донъяһын онотоп, оҙаҡ-оҙаҡ еҫкәп тора. Ф. Әсәнов.
ДОҢ (Р: подражание звуку, возникающему, например, при ударе о металлический предмет; И.: clang; T.: güm) оҡш.
423