ДОҢҒОЛДАҠ
Яңғырауыҡлы ҡаты нәмәгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему, например, при ударе о металлический предмет. Доң итеп ҡалыу. ■ Буш биҙрә арба артына эленгән, Килә ул «доң да доң» меҫкен... Тап буш дан! Р. Назаров. Баҡыр түңәрәккә кемдер, ахыры, таш менән бәрә: доң, доң, доң... М. Кәрим.
ДОҢҒОЛДАҠ (доңғолдағы) и. ҡар. дуңғырлаҡ. Күк айғырҙың доңғолдағы.
ДОҢҒОЛДАУ (доңғолда-) (Р.: звенеть; И.: ring; T.: çınlamak) ҡ.
Доң-доң тигән тауыш сығарыу. □ Звенеть, звонить, издавать звон. Биҙрә доңғолдай. К Ян-яҡтағы ағастар һаман алыҫлашып, юл түтәһе киңәйгәндән-киңәйә, йәйпек үҙән түбәненә иңкәйә; яҡында ғына ниндәйҙер йылҡы ойороноң оркоп быш-ҡырышыуы, өйөр айғыры муйынындағы баҡыр бу тыл доңғолдауы ишетелә. Й. Солтанов.
Д ОҢҒО Л Д АТЫУ (доңғолдат-) ҡ. йөкм. ҡар. доңғолдау, понуд. от доңғолдау. Тимер менән доңғолдатыу.
ДОҢҒОР (Р: подражание звуку, возникающему от удара об полый предмет небольшим предметом; И.: sound imitative word; T.: gümbür) оҡш.
Эсе ҡыуыш нәмәгә бик ҡаты булмаған нәмә һуғылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему от удара об полый предмет небольшим предметом. Доңғор итеп ҡалыу.
ДОҢҒОР-ДАҢҒЫР оҡш. ҡар. даңғыр-доңғор. ■ Зөфәр, флягаларын доңғор-даңғыр килтереп, түбәнге урамды сыға ғына башлағайны, көтмәгәндә Аҡнөгөш буйлап һуҙылған һуҡмаҡҡа ыңғайлаған Мәүсиләне күреп ҡалды. Д. Бүләков.
ДОҢҒОР-ДОҢҒОР (Р: подражание многократным звукам, возникающим от удара об полый предмет небольшим предметом; И.: sound imitative word; T.: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат доңғор иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным
звукам, возникающим от удара об полый предмет небольшим предметом. Доңғор-доңғор итеү. ■ Сылтырап, ҡырсын өҫтөнә биҙрәләр төштө. Береһе доңғор-доңғор килде лә һыуға барып төштө. Д. Бүләков.
ДОҢҒОРҘАҠ (доңғорҙағы) и. ҡар. дуңғырлаҡ. Ат муйынындағы доңғорҙаҡ.
ДОҢҒОРҘАТЫУ (доңғорҙат-) ҡ. ҡар. доңғорлатыу. ■ [Шәйәхмәт] .. муйынынан баҡыр бутылды алып, юғары сөйгән ҡулында доңғорҙатып ҡаға-ҡаға, ҡыҙыл галстуклылар төркөмөн уратып йүгерекләргә кереште. Й. Солтанов. Ул [Әхмүш] етен сәстәрен һелкеп күҙҙәре өҫтөнә төшөрҙө лә, йыуан бармаҡтарын кирә баҫып, пианиноны туҡтауһыҙ доңғорҙатырға кереште. Б. Бикбай.
ДОҢҒОРЛАҠ (доңғорлағы) и. ҡар. дуңғырлаҡ 1.
ДОҢҒОРЛАТЫУ (доңғорлат-) ҡ. йөкм. ҡар. доңғорлау, понуд. от доңғорлау. Мискәне доңғорлатыу.
ДОҢҒОРЛАУ (доңғорла-) (Р.: греметь; И.: clatter; T.: gümbürdemek) ҡ.
Доңғор-доңғор тигән тауыш сығарыу, доңғор-доңғор килеү. □ Греметь, громыхать. ■ Илле километр самаһы араны йөк машинаһының кузовында доңғорлап, эс-бауырҙарың һелкенеп үтәһең. Н. Мусин. Аталары һандыҡ тотҡаһын эләктереп үҙенә тартыуы була, ер убылып китеп, һандыҡ әллә ниндәй төпһөҙ бер ҡойоға доңғорлап барып төшә. Әкиәттән. Барабандар доңғорлаған тауыштар ыңғайына өтә баҫып килеүсе француздар, туҡталмайынса, яҡынлашҡандан-яҡынлаштылар. Я. Хамматов. Тәжәп ҙур, матур сиркәү үҙенең ғәҙәти булмаған тышҡы күренеше менән дә, ҡыңғырауҙарының аңлайышһыҙ серле доң-ғорлауы менән дә Емештең күңелендә һәр саҡ билдәһеҙ шом, тотоп тыйғыһыҙ ҡыҙыҡһыныу уятып ебәрә. 3. Биишева.
ДОҢ-ДОҢ (Р: подражание звуку, возникающему, например, при ударе о металлический предмет; И.: sound imitative word; T.: gümbür gümbür) оҡш.
424