Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 425 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДОПРОС
Ҡабат-ҡабат доң иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным звукам, возникающим, например, при ударе о металлический предмет. Доң-доң килеу.
ДОҢҠ (Р: подражание звуку удара тяжёлых предметов; И.: onomatopoeic word; T.: pat) оҡш.
Ҡаты нәмәләр бер-береһенә ҡапыл бәрелгәндә доңғолдап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражение звуку удара тяжёлых предметов (друг с другом). Доңҡ итеу. ■ Өҫтәл доңҡ итте, мәгәр бутән өн сығарманы, ти. Көтәләр — юҡ, көтәләр — юҡ. Шул доңҡ итеуе — йырлауылыр уның. Әкиәттән.
ДОҢҠ-ДОҢҠ (Р.: подражание многократным звукам удара тяжёлых предметов; И.: clang; T.: pat pat) оҡш.
Ҡабат-ҡабат доңҡ иткән тауышты белдергән һүҙ; доң. □ Подражание многократным звукам удара тяжёлых предметов (друг с другом). Доңҡ-доңҡ итеу.
ДОҢҠОЛДАТЫУ (доңҡолдат-) ҡ. йөкм. ҡар. доңҡолдау, понуд. от доңҡолдау. Доңҡолдатып утеу.
ДОҢҠОЛДАУ (доңҡолда-) (Р: греметь; И.: clank; T.: tangırdamak) ҡ.
Доңҡ-доңҡ тигән тауыш сығарыу, доңҡ-доңҡ килеү. □ Греметь, громыхать. ■ [Сәләмғол — Ғәлимгә:] Һин нәмә, уҙ урыныңды белмәйһең? — тип ғыжылданы ҡаҡ ергә доңҡолдап төшкән буш канистр эйәһе. Й. Солтанов.
ДОҢҠОЛДОҒО СЫҒЫУ (доңҡолдоғо сыҡ-) ҡ. ҡар. доңҡолдатыу. ■ Доңҡолдоғо сыға, икеһе илле кеше ҡәҙәре. Әкиәттән.
ДОҢҠОТОУ (доңҡот ) (Р: сильно ударить; И.: give a hefty blow; T.: çarpmak) ҡ. һөйл.
Ныҡ итеп һуғыу; тондороу. □ Сильно ударить. Тимерҙе доңҡотоу.
ДОҢҠОУ (доңҡо-) (Р: падать навзничь; И.: fall flat on ones back; T.: arkaya düşmek) ҡ. һөйл.
Йөҙ түбән ҡолау. □ Падать навзничь. Ергә доңҡоу.
ДОПИНГ [рус. < ингл. doping < dope ‘наркотиктар биреү’] (Р: допинг; И.: doping; Т.: doping, doping yapma) и.
Кешенең физик, психик эшмәкәрлеген ваҡытлыса дәртләндерә торған фармакологик һәм башҡа саралар. □ Допинг. Допинг ҡабул итеу. Допинг сифатында. Допинг менән ағыуланыу.
ДОПРИЗЫВНИК (допризывнигы) [рус.] (Р: допризывник; И.: young man below the conscription age; T.: asker adayı) и.
Хеҙмәткә алынырға иҫәпкә ҡуйылған, башланғыс хәрби өйрәнеү үткән үҫмер егет. □ Допризывник. Допризывниктарҙы саҡырыу. Допризывниктарҙы иҫәпкә ҡуйыу. ■ Тап ошо Төбәк егете ине Тимур Һөйөндөков та, уҙҙәренең Төбәгендәге урта мәктәпте тамамлап, урта белем тураһындағы һәм хәрби комиссариаттың иҫәпкә теркәу танытмаларын икеһен бергә кеҫәгә бөкләп һалып, ..допризывник булып йөрөгән көнө. Й. Солтанов.
ДОПРОС [рус.] и. һөйл.
1. ҡар. һорау алыу. Допрос ойоштороу. Допросҡа саҡырыу. ■ Йәнә допрос протоколында ла, теге информаторҙарҙың яҙмаларында ла роман тураһында һуҙ бара. Ә. Хәкимов. Допрос ваҡыттарында йыш ҡына толмасһыҙ һис булмай. Бер һуҙ менән әйткәндә, кантон тәржемәсеһенең эше тулып ята. М. Өмөтбаев. Сираттағы допросҡа алып барғас, Рая хәтерләмәй, инде был нисәнсе допрос булғандыр, унынсымы, ун икенсеме, следователь, свастика төшкән ялтырауыҡ ҡара папкаһын асып, бер нисә бит ҡағыҙ алды. И. Абдуллин.
2. Бик төпсөнөп, талапсан рәүештә һорау. □ Допрос. ■ Становой пристав.. ауылдағы шик һалған бөтә ирҙәрҙе саҡыртып, берәмләп допрос ала башланы, һ. Дәүләтшина. Салауат отрядтарҙы һис кисектермәйенсә майҙанға йыйырға һәм ауылда талау-тартыуҙы туҡтатырға бойорҙо, ә уҙе допросты дауам иттерҙе. Картотека фондынан. [Аҙнаев:] Ниндәй ҡустыңдан допрос ала башланың әле, Байғужин? Нисек әйтелгән —шулайэшләнәсәк!Ө. Бикчәнтәев.
425