ДОРОП
ДОРОП (доробо) [рус. дробь] (Р.: дробь; И.: (small) shot; T.: mermi) и. һөйл.
һунар мылтығынан атыуға тәғәйенләнгән бәләкәй генә йомро-йомро ҡурғаш.
□ Дробь. ■ [Ағай] бисәнең ҡулына тирене яңынан тоттороп: «Бына, ҡара: һыңар дороп эҙе лә юҡ», — тип өҫтәп ҡуйҙы. Ш. Бикҡол. Һолтанбай, был хәлгә һаман ышана алмайынса, бер аҙ тора биргәс, мылтығын дороп менән яһаны ла көлтәнән тубән төштө, тағы туҡтаны. Н. Мусин.
ДОРОПЛО (Р.: дробный; И.: having small shot; T.: mermili) c.
Доробы бар. □ Дробный, имеющий дробь. Доропло яһаҡ. Доропло патрон.
ДОРФА (Р: грубый; И.: coarse; T.: kaba) с.
Тупаҫ. □ Грубый, невежливый. ■ [һаб-рау Туҡтамыштың] тәкәбберлеген, дорфа һөйләшеуен яратманымы, .. күңелендә әллә ниндәй шомло көҙөк ҡалды. Ә. Хәкимов. Шыма ғына һөйләшеп, ипле генә йөрөгән кешенең шул тиклем дорфа, хатта аҡылһыҙ ҡыланыуын куҙ алдына килтереуе лә ҡыйын ине. Н. Мусин. Нисек тә был хәйерһеҙ эштән тиҙерәк ысҡынып, ошо уҡ вазифаны бүтән кеше нисек башҡарғанын, дорфа турәләргә ҡайһылай ярағанын ситтән генә ҡарап йөрөу теләге уяна ине [Ғәлимдә]. Й. Солтанов. «Кукуруз сәскесен кургәнем бар», — тине Сабит дорфа тауыш менән. Ф. Әсәнов.
ДОРФАЛАНЫУ (дорфалан-) (Р: грубить; И.: be rude (to); T.: kaba davranmak) ҡ.
Тупаҫлыҡ күрһәтеү, тупаҫ ҡыланыу.
□ Грубить. Дорфаланыуы сикһеҙ. ■ Уның [Алдар батырҙың] шулай дорфаланып һуҙ булдереуе оҡшамаһа ла, юғары даирәләрҙә йөрөп өйрәнгән кенәз Яуышев быны һиҙҙермәҫкә тырышты. Н. Мусин.
ДОРФАЛЫҠ (дорфалығы) и. ҡар. тупаҫлыҡ. ■ Мәликә ханымдың.. дорфалығы хаттин ашҡайны. Т. Ғарипова. Ғөбәй уларҙы [Ашраф менән Маһинурҙы] күңеленән «һөйәкһеҙ интеллигенттар» тип кәмһетһә лә, .. тупаҫлыҡтың, дорфалыҡтың эҙе лә юҡ. Һуҙҙәре ихлас. Ә. Хәкимов.
ДОСТОИН [рус. достойный] (Р: достойный; И.: befitting, deserving; T: değer, layık) с. һөйл.
1. Торош итерлек; торошло, лайыҡ.
□ Достойный. Достоин эшләу. Достоин йәшәү.
2. Хөрмәт итерлек; хөрмәтле. □ Достойный. Достоин кеше. ■ Батшалар батшаһы бөйөк государь, достоин император... «Рус ғәскәрҙәренең башлығы, бөтә олоно һәм кесене азат итеусе, ҡаршы тороусыларҙы язалаусы, бөтә олоно һәм кесене хөрмәт итеусе, ярлыларҙы байыҡтырыусы самодержавный Пётр Фёдорович» бара торғас халыҡ араһына килеп сыҡты. Картотека фондынан.
3. Кәүҙәгә ҙур, ныҡ, көслө. □ Достойный. Достоин егет.
ДОСЬЕ [рус. < фр. dossier] (Р.: досье, И.: dossier; T: dosya) и.
1. Теге йәки был кешегә, эшкә, һорауға ҡағылышлы документтар йә материалдар.
□ Досье. Досье йыйыу. Ойошмаға досье тултырыу. Яҡшы эшләнгән досье. ■ [Лорд Рединг] ҡағыҙҙарын ҡулына тотоп, минең тормошом, эшмәкәрлегем хаҡындағы мәғлүмәттәрен бербер артлы досьенан уҡып, «дөрөҫмө» тип һораша башланы. Ә.-З. Вәлиди.
2. Ошо материалдар тупланған папка.
□ Досье. Досье тапшырыу.
ДОТ [рус. долговременная огневая точка] (Р: дот; И.: pillbox; T: korugan) и. хәрби.
Оҙаҡ ваҡыт оборона тотоу һәм миномёт, пулемёттан һ. б. атыу өсөн (таш, бетон, тимерле бетондан нығытып) эшләнгән ҡоролма. □ Дот. Дот төҙөу. ■ Кат-ҡат бүрәнәләр һалып, уны ер менән кумеп доттар, дзоттар ҡорорға, тәрән һәм оҙон итеп траншеялар ҡаҙырға тотоноп киттеләр. Н. Мусин. Дошман оборонаһындағы доттар дурт ҡатлы сәнскеле тимер сыбыҡтар менән уратылып, уларға көслө электр тогы тоташтырылған. Я. Хамматов. Бына Әбделхаҡ дотҡа яҡынлашты. Граната һел-тәрлек кенә ара ҡалды. Ф. Нәҙершина. Теге яр буйында дошмандың әллә нисә ҡат окоптарҙан, траншеяларҙан торған ны
426