ДОШМАН
ғытмалар эшләүе, доттар, дзоттар meşeye фашистарҙың көнбайыш ярҙы «яҡын килә алмаҫлыҡ крепость», «көнсығыш вал» тип күптән иғлан итеүҙәре лә Күсимовҡа билдәле ине. Р. Өмөтбаев.
ДОТАЦИОН с. ҡар. дотациялы. Дотацион регион. Дотацион ауыл хужалығы.
ДОТАЦИЯ [рус. < лат. dotatio] (Р.: дотация; И.: grant, subsidy; T.: yardım ödeneği) и.
Предприятие, учреждение, ойошмаларға, республикаларға ҡайһы бер сығымды ҡаплау өсөн хөкүмәттән бирелгән ярҙам. □ Дотация. Дотацияла тороу. ■ Беҙҙең байтаҡ лесхоздар, эште дөрөҫ ойоштормау арҡаһында, дәүләт дотацияһында торҙо. Н. Мусин.
ДОТАЦИЯЛЫ (Р: дотационный; И.: subsidized; T.: yardım alan) с.
Ярҙам, дотация алған, дотацияға бәйле, мөнәсәбәтле. □ Дотационный. Дотациялы субъект. Дотациялы бюджет. Дотациялы республика. Дотациялы ҡала.
ДОХА [рус.] и. ҡар. даха 1. ■ Бына ул ҡырҡ өсөнсө ал кнопкаға баҫты, ҡаракүл доха Динәнең алдына менеп ятты. Т. Арслан. [Кунаҡ кеше:] Бисә менән бәхәс тоттом, әгәр тыуған көнөңә күҙ яуын алып торған дохалыҡ йүнләп ҡайтмаһам, мәйтәм. Й. Солтанов.
ДОХОД [рус.] и. һөйл. ҡар. килем. Завод доходы. ■ [Лаптевтар] 1889 йылда егерме биш һум саф доход алған булһалар, алты йылдан һуң, йәғни 1895 йылда, ул һикһән туғыҙ һум етмеш тингә тиклем күтәрелә. Н. Мусин. Ер һатыуҙы, ғөмүмән, туҡтатырға, сөнки ул бик ҡиммәтләнде, аренданан да ҙур доход килә. М. Өмөтбаев.
ДОХОДЛЫ с. һөйл. ҡар. килемле. Доходлы эш. Доходлы һатыу. Доходлы бизнес. ■ [Ефим:] Минеңсә, улай түгел, тирмән доходлы, унан һуң тирмәнде бирергә лә уйламайҙар. Ғ. Хәйри.
ДОХОДҺЫҘ с. һөйл. ҡар. килемһеҙ. Доходһыҙ эш. Доходһыҙ һатыу. Доходһыҙ бизнес.
ДОЦЕНТ [рус. < лат. docens (docentis) ‘уҡытыусы’, ‘өйрәтеүсе’] (Р: доцент; И.: associate professor; T.: doçent) и.
Юғары уҡыу йорттарындағы уҡытыусыларға бирелә торған ғилми исем, дәрәжә һәм вазифа, шулай уҡ шул дәрәжәне алған, шул вазифалағы кеше. □ Доцент. Университет доценты. ■ [Камил] әҙәбиәт тарихы буйынса лекциялар уҡыусы доценттың кәңәшен тотоп, атаһының китабын сығарыуҙы хәстәрләргә кереште. Ә. Хәкимов. Уларҙың [Таһир Таипович менән Сәйҙә Мостафиевнаның] улы, техник фәндәр кандидаты, доцент Салауат Таһир улы Күсимов Өфө авиация институты проректоры булып эшләне. Р. Өмөтбаев.
ДОЦЕНТЛЫҠ (доцентлығы) (Р: до-центство; И.: associate professorship; T.: doçentlik) и.
Доцент исеме, дәрәжәһе. □ Доцентство. Доцентлыҡ алыу.
ДОШМАҠ (дошмағы) (Р: душмак; И.: kind of Oriental pastry; T.: börek türü) и. этн.
Шәңкәгә оҡшаған ҡамыр ашы. □ Душмак. Дошмаҡ бешереү. Дошмаҡ менән һыйлау.
ДОШМАН I [фарс. J-Ч (Р: враг; И.: enemy, foe; T.: düşman) и.
1. Үслек, хаслыҡ тотҡан, насар мөнәсәбәттә булған кеше. □ Враг, неприятель, противник; недруг. Дошман булыу. ■ Дошман күрһә, алъямаҫ, дошманына айбар һалыр — таянырға иле бар. М. Буранғолов. Ни ғәләмәт, ошо тере йомғаҡ уға әле генә дошман тойолған донъяны йылытып ебәргәндәй тойолдо. Г. Ғиззәтуллина. Бына бәхет тигән нәмә табылмаҫ, әгәр шулай үҙ-ара талашһаҡ. Дошманды ғына ҡыуандырырбыҙ. Риүәйәттән.
2. Һуғышта ҡапма-ҡаршы торған яҡ. □ Враг, неприятель, противник. Дошман яуы. Дошманға ҡаршы. ■ Атлан, батыр, атҡа, тот һөңгөңдө! Әйҙә, саптыр, яуға — дошманға! Сәс ғәйрәтең дошман сафтарына, ауаздарың ашһын асманға! Д. Юлтый. [Әлиш] бөркөт кеүек дошмандарына ташлана, яуға сапҡанда уға уҡ та, һөңгө лә теймәй.
427