ДОШМАН
Ул бер уҙе генә лә дошмандың йөҙ кешеһен ҡыйрата, Әлиш батыр дошмандары менән алышҡан саҡта .. ниндәйҙер көс Әлиште улемдән һаҡлай. С. Галин. Айбарлы ла ирҙәр бар сағында, баҙына алмаҫ дошман илемә. Халыҡ йырынан.
3. Ижтимағи ҡарашы һәм синфи булмышы менән ҡапма-ҡаршы кеше. □ Враг.
■ [Нәфисә:] Халыҡ дошманы яһанылар бит һинән, Әхмәтзәки! Н. Асанбаев. [М. Буранғолов ] махсус кәңәшмәнең ҡарары менән халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ун йылға алыҫ Себерҙәге Тайшет лагерына оҙатыла. Р. Шәкүр.
4. кусм. Зыянлы, зарар килтергән нәмә.
□ Вред. Ҡоролоҡ — ауыл хужалығы өсөн дошман.
♦ Дуҫыңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен бик ауыр хәлгә ҡарата әйтелә. □ Не только другу, но и врагу не дай Бог. Дошман һүҙе ҡар. дошман эше. Дошман эше (йәки һүҙе) насар хистәр менән һуғарылған, яуызлыҡ эшләүгә ҡоролған эш йәки һүҙ.
□ Козни.
ДОШМАН II (Р: вражеский; И.: enemy; hostile; T.: düşman) с.
Дошманлыҡ хисе һаҡлаған. □ Вражеский, неприятельский. Дошман яуы.
■ [Ирғәлин] айбарланып, бер уҙе бөтә дошман яуын ҡайтарырҙай булып йөрөнө. Ә. Хәкимов. Бер яҡта беҙҙең ғәскәр тора, икенсе яҡта дошман ғәскәре тора. Д. Юлтый. Пайтәхетте — шанлы ҡаланы дошман яуы килеп ҡаманы. М. Кәрим. [Кинйәбай ағай] уҙебеҙҙекеләрҙең снаряд ярсығынан һәм дошман пуляһынан ҡаты яраланған. Н. Мусин.
ДОШМАНДАРСА (Р: враждебно; И.: inimical; T.: düşman, hasım) р.
Дошмандарға хас булғанса. □ Враждебно.
■ [Аҡмулла] кешеләрҙең шәфҡәтһеҙлегенә, уларҙың бер-береһенә ҡарата дошмандарса мөнәсәбәттә булыуҙарына йөрәге әрнеп, оҙаҡ яфаланды. Я. Хамматов. Кинйә менән, Дәуләтовтың айғырҙары бер-береһен дош
мандарса еҫкәй башлағайнылар инде. Картотека фондынан.
ДОШМАН КҮРЕҮ (дошман күр-) (Р: считать врагом; И.: conceive hatred (for), come to hate; T: düşman saymak) ҡ.
Дошман тип иҫәпләү. □ Считать врагом, возненавидеть. Уйламаған ерҙән дошман куреу. ■ Бөтә ерҙә лә Салауат элек дошман кургән кешеләренең ауыр, ирекһеҙ тормошон уҙе куреп белде; рус телен аңларға өйрәнгәс, һәр ерҙә уларҙың хәсрәтле аһ-зарҙарын, ризаһыҙлыҡтарын, һуҡраныуҙарын, һыҙланыу ҙарын ишетте. Картотека фондынан. Дөрөҫ, Әлфиә уны [Виктор Ванюшинды] дошман курмәне, .. әммә ғишыҡ уты уның йөрәгендә ҡабына алманы. И. Абдуллин. Тимәк, уны Касим дошман курмәй, тимәк, Байморат тағы уның менән бергә эшләй башлаясаҡ. Н. Мусин.
ДОШМАНЛАШТЫРЫУ (дошманлаштыр-) (Р: поссорить; И.: embroil (with); T.: bozuşturmak) ҡ.
Бер-береһенә махсус рәүештә ҡаршы ҡуйып, дошманға (1) әйләндереү. □ Поссорить, рассорить, внести разлад, посеять вражду между кем-чем. ■ Мосолман менән мосолманды дошманлаштырып, орошто-роп, кем, кафырҙар ғына ота. Ғ. Хөсәйенов. Дошманлаштым йырға уҫкән ҡыйым менән. Кем һыйланыр минең ошо һыйым менән? Р. Назаров.
ДОШМАНЛАШЫУ (дошманлаш ) (Р: враждовать; И.: be at war (with); T.: düşman olmak) ҡ.
Үҙ-ара дошманға әйләнеү, дошман булыу. □ Враждовать; становиться врагами. Бер-береһе менән дошманлашыу. Дошманлаша барыу. Дошманлашып китеу. Бушҡа дошманлашып йөрөгәнсе, дошманлыҡтың сәбәбен асыҡлау кәрәк. ■ Уңлы-Һуллы тамаҡ ярып, дошманлашып йәшәушәп тугел. Д. Бүләков. Яҙыусы һуҙе дошманлашырға тугел — дуҫлашыуға һәм татыулыҡҡа саҡырһын. Р. Бикбаев. Кусимовтың дивизияға килеп куренеуенә уның яңы командиры [полковник Белов] тыштан шатланған булһа ла, эстән
428