Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 430 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӨБӘ ҠАБЫРҒАСЫ
sound imitation of confused rumbling; T.: takır takır) оҡш.
1. Көслө дөбөрләгән, шатырлаған төрлө тауыштарҙы белдергән һүҙ. □ Подражание звуку беспорядочного грохота, громыхания. Дөбөр-шатыр кук кукрэу. Дөбөр-шатыр йугереу. Дөбөр-шатыр атлау. ■ Ул арала дөбөр-шатыр кук кукрәне, ҡайҙандыр ел кутәрелде. Н. Мусин. Станция эргәһенә дөбөр-шатыр поездар килеп туҡтаһа,.. кешеләр урындарынан һикерешеп торалар ҙа тоҡтарын, сумаҙандарын һөйрәп тышҡа йугерәләр. Т. Ғиниәтуллин. Был төндө лә шулай: сатыр-сотор йәшен йәшнәне, дөбөр-шатыр кук кукрәне һәм тац атҡансы ҡойоп ямғыр яуҙы, ә иртән... йәнә йылмайып ҡояш сыҡты. И. Абдуллин. Зәңгәр поезд разъездарҙы шаулатып уҙа, ку-перҙәрҙән дөбөр-шатыр утеп китә, тик ҙур станцияларҙа ғына бер нисә минутҡа туҡталып ял итә. Ә. Бикчәнтәев.
2. кусм. Ҡыҙыу, етеҙ эш-хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Очень быстро, исполнение чего-л. с грохотом. Дөбөр-шатыр килеп етеу. ■ Арғымаҡ дөбөр-шатыр килеп етте, урә һикерҙе һәм юҡҡа сыҡты. Б. Рафиҡов. Алғы өйҙә ук нимәгәлер бәрелә-һуғыла, дөбөр-шатыр һәуәҫкәр мулла Фәрхетдин килеп инде. М. Кәрим. [Юлдаш менән Борис] Юлдаштарға килгәс, сумкаларын өйгә индереп ырғыттылар ҙа, баянды кутәреп, дөбөр-шатыр сығып та киттеләр. 3. Биишева.
ДӨБӘ ҠАБЫРҒАСЫ и. диал. ҡар. түш ҡабырғаһы.
ДӨГӨ (Р: рис; И.: rice; T.: pirinç) и. бот.
1. Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған башаҡлы, аҡ оҙонсараҡ орлоҡло йылы яҡтарҙа һуғарып үҫтерелә торған үҫемлек. □ Рис. / Рисовый. ■ Оҙаҡ утмәне .. ағаслы, ҡышлаҡлы, шаҡмаҡланған дөгө баҫыулы урын куренде. А. Таһиров.
2. Шул үҫемлектең ашлыҡ өсөн алынған оҙонсараҡ аҡ орлоғо. □ Рис, рисовый. Дөгө ярмаһы. ■ Тоҡ-тоҡ емеш, дөгө ярмаһы, затлы ебәк туҡымалар, келәмдәр .. артмаҡлаған ҙур каруан, тәпәш кенә тауҙарҙы яғалап,
ҡыйшан-ҡыйшан уҙ көрсөгөнә табан тартылды. Ә. Хәкимов. Ашханаға алып барып, йылы һурпа, дөгө бутҡаһы ашаттылар. Д. Юлтый, һи, ниҙәр генә юҡ ине унда!.. Ҡиммәтле кәнфит, печенье, йөҙөм, өрөк, лимон кеуек тәм-том тиһецме, дөгө, туҡмас, балыҡ консервалары һымаҡ аҙыҡ-тулек тиһеңме, кейем-һалым тиһеңме — бөтәһе лә бар ине. Ф. Әсәнов. Һимеҙ һарыҡ ите, ҡош-ҡорт, картуф йәки дөгө менән тултырылған бәлеште ике сәғәткә мейескә тығалар. Т. Ғиниәтуллин.
3. миф. Башҡорт ышаныуҙарында пәйғәмбәр күҙенән тамған әйбер. □ Рис.
ДӨГӨСӨЛӨК (дөгөсөлөгө) (Р: рисоводство; И.: rice growing; T: pirinç yetiştirme) и.
Махсус дөгө үҫтереү менән бәйле шөғөл.
□ Рисоводство. Дөгөсөлөк менән шөғөлләнеу. Дөгөсөлөк тармағы.
ДӨЙӨМ (Р: общий; И.: general; common; T.: genel) с.
1. Күп халыҡты ылыҡтырған, һәр кемгә ҡараған, күп халыҡҡа мөнәсәбәтле; күмәк.
□ Общий, всеобщий. Дөйөм ҡағиҙә. Дөйөм уҡытыу. Дөйөм хәл. ■ Рәшит колониялағы тәрбиәләу системаһының дөйөм сынйырында тубәнге звено булһа ла, тәрбиәләу сараларының бөтәһе лә тиерлек уның ярҙамы менән һәм уның аша уткәрелә. Ә. Бикчәнтәев.
2. Күп халыҡ тарафынан башҡарылған, күмәкләп бергә үтәлгән; күмәк. □ Общий, всеобщий, коллективный. Дөйөм эш. Дөйөм уйындар. Н Эйәрһеҙ аттарҙа сабышыу, йылғыр тау йылғаларында һыу инеу, бурһыҡҡа һунарға йөрөу, ҡор һәм сел ояларына ыласын сөйөу һәм ҡоро бер ҡамсы менән генә һыбай төлкө ҡыуыу — бөтә ошо нәмәләр уларҙың дөйөм куңел аса торған нәмәләре ине. Картотека фондынан.
3. Күп кешегә ҡараған; уртаҡ, күмәк.
□ Общий, всеобщий. Дөйөм халыҡ милке. Дөйөм ер. ■ Аҡмулла поэзияһы шағирҙың дөйөм мәғрифәтселек ҡараштары менән билдәләнгән. Ә. Вилданов. Әллә дөйөм ярлыҡауҙың шойҡаны тейҙе, баш боласы Ал
430