Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 431 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӨЙӨМЛӘШТЕРЕҮ
дарға батша хөкүмәте артыҡ ҡағылырға баҙнат итмәне. Ғ. Хөсәйенов.
4. Күп кешегә, халыҡҡа хас; уртаҡ.
□ Общий, обобщённый, без подробностей. Дөйөм күренеш. Дөйөм үҫеш.
ДӨЙӨМ АЛҒАНДА (Р.: в общем; И.: generally; T.: genelde) мөн.
Йомғаҡлап, төп бер фекергә килгәнде аңлата. □ В общем и целом. Дөйөм алғанда, эш насар түгел. ■ Дөйөм алғанда, .. герман халҡы — донъя цивилизацияһына бик күп бөйөк ғалимдар, философтар, шағирҙар, композиторҙар биргән боронғо ҙур милләт. И. Абдуллин.
ДӨЙӨМ БЕЛЕМ (Р: общее образование; И.: general education; T.: eğitim) и.
1-ce кластан 11-ce класҡа тиклем уҡытыу.
□ Общее образование. Дөйөм белем биреү мәктәбе. ■ Өфө ҡалаһы райондарының дөйөм белем биреү учреждениеларында «Шаяниум-2012» шаяндар һәм отҡорҙар конкурсының беренсе этабы башланды. Интернет селтәренән. Был уҡыу йортона [Ленинград хореография училищеһына] ингән-дәрҙец иценә ҡәҙимге мәктәптәгегә ҡарағанда өсләтә ауыр йөк төшә: бер юлы дөйөм белем алырға, музыкаға уҡырға, хореография дәрестәрендә шөғөлләнергә тура килә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2011.
ДӨЙӨМ йыйылыш (Р: общее собрание; И.: general meeting; T.: toplantı) и.
Ойошманың бөтә ағзалары өсөн булған йыйылыш. □ Общее собрание. Дөйөм йыйылышта ҡарау. Дөйөм йыйылыш трибуналары. ■ Был хатты дөйөм йыйылышта уҡырға кәрәк булыр, тип уйланы Пётр Филиппович. Ә. Бикчәнтәев. Хатта университеттың дөйөм йыйылыштары үткәндә лә беҙ [бер төркөм студенттары] бер тирәгә ойошоп ултыра торғайныҡ. Н. Мусин. Ул [Нурия] үҙенец был фекерен элек партия йыйылышында, һуңынан колхозсыларҙың дөйөм йыйылышында яҡлап сыҡты. Ф. Әсәнов.
ДӨЙӨМЛӨК (дөйөмлөгө) (Р: общность; И.: community; commonness; commonality; T.: ortaklık) и.
Дөйөм хәл, уртаҡ булған нәмә, уртаҡлыҡ.
□ Общность, всеобщность. ■ Халыҡтың төрлө телдә һөйләшеүҙәренә ҡарамаҫтан, төҫтәрендә лә үҙенә күрә дөйөмлөк һиҙелә. Ғ. Ибраһимов. [Мотаһар:] Ҡасан башлап ебәрәбеҙ дөйөмлөктө? Й. Солтанов.
ДӨЙӨМЛӨЛӨК (дөйөмлөлөгө) и. ҡар. дөйөмлөк. Ҙур дөйөмлөлөк. Тарихи дөйөмлөлөк.
ДӨЙӨМЛӘШЕҮ (дөйөмләш ) (Р: обобществляться; И.: be socialized; be collectivized; T.: umumileşmek) ҡ.
1. Дөйөм хәлгә килеү, уртаҡҡа әйләнеү.
□ Обобществляться. Хужалыҡтар дөйөмләштерелде.
2. Бер уртаҡ мәғәнәгә, һөҙөмтәгә килеү.
□ Обобщаться. Дөйөмләшкән фекер.
ДӨЙӨМЛӘШТЕРЕЛЕҮ (дөйөмләштерел-) ҡ. төш. ҡар. дөйөмләштереү, страд, от дөйөмләштереү. Дөйөмләштерелгән хужалыҡ. Тәжрибә дөйөмләштерелде.
ДӨЙӨМЛӘШТЕРЕҮ (дөйөмләштер-) (Р: обобществлять; И.: socialize; collectivize; T.: toplumsallaştırmak) ҡ.
1. Дөйөмгә (3) әйләндереү, уртаҡ итеү.
□ Обобществлять. Хужалыҡты дөйөмләштереү. ■ Ә Ҡуштирәк тотҡан ерҙән һындыра, .. һыйыр-һарыҡты, тауыҡ ише абруйһыҙ ҡош-ҡортто дөйөмләштереп, берҙәм хужалыҡ ҡора ла ебәрә. Ә. Хәкимов. [Ҡәнәғәт:] Дөйөмләштерелгән хужалыҡлы был заманала нимә тиергә инде... [Атты] үҙемдеке тиһәм дә ярай... Й. Солтанов.
2. Бергә йыйып, дөйөм; уртаҡ мәғәнә биреү, уртаҡ һығымта яһау. □ Обобщать. Материалды дөйөмләштереү. Тәҡдимдәрҙе дөйөмләштереү. Тәжрибәне дөйөмләштереү. ■ Петров бөтә шикәйәттәрҙе дөйөмләштереп, рапорт әҙерләһен. Ғ. Ибраһимов. Бөтә бөйөк философтар һәм экономистар халыҡтарҙың йөҙәр, меңәр йылдар буйы йыйылып килгән аҡылын туплағандар, дөйөмләштергәндәр, нимәлер өҫтәгәндәр һәм нимәнелер һыҙып ташлағандар. И. Абдуллин. — Йәмәғәт, шағирҙы рәнйетмәгеҙ! — тине
431