ДӨЙӨМ ТӨРЛАҠ
Әкрәм. — Ул бит тормошто дөйөмләштереп әйтә, метафора ҡуллана. Й. Солтанов.
ДӨЙӨМ ТОРЛАҠ (торлағы) и. ҡар. дөйөм ятаҡ. ■ Төҙөүселәрҙең дөйөм торлағы тынып ҡалды. Н. Асанбаев. [Рәшит менән Мирғәзим] ҡараңғыға ҡәҙәр вагон бушатып, бер аҙ аҡса эшләйҙәр ҙә дөйөм торлаҡҡа ҡайтып, тағы китапҡа йәбешәләр. Ф. Әсәнов.
ДӨЙӨМ ЯТАҠ (ятағы) (Р.: общежитие; И.: hall of residence; hostel; T.: yurt) и.
Үҙ торлағы булмаған кешеләрҙең ваҡытлыса бергә йәшәү урыны. □ Общежитие.
■ Егеттәр үҙҙәренең мал һарайы кеүек ҙур дөйөм ятаҡтарына ҡайтты. Һ. Дәүләтшина. Мәҙинә үҙенең дөйөм ятаҡтан сығарылғас урынлашҡан фатирына кисләтеп ҡайтып инде. Т. Ғарипова. Зөлфиә дөйөм ятаҡта тороп та уҡый алыр ине. Ә. Хәкимов. Дөйөм ятаҡта ла ремонт ине, шулай итеп, ул [Нур] үҙен ташлап ҡасҡан юлдаштарын күреп, получканы тапшыра алманы. И. Абдуллин. [Нәзифә:] Әйҙәгеҙ, дөйөм ятаҡҡа инәйек, унда бөтәһе хаҡында ла иркенләп һөйләшербеҙ, — тип ҡунаҡты йорт эсенә инергә саҡырҙы. Ф. Әсәнов.
ДӨЙӨҮ ПӘРЕЙЕ и. миф. диал. ҡар. дейеү.
дөйә (Р.: верблюд; И.: camel; T.: deve) и. зоол.
Сүл, дала бушлыҡтарында йәшәгән, сыҙамлығы менән айырылып торған бер йәки ике үркәсле ҡуш тояҡлы эре көйөш малы. □ Верблюд. / Верблюжий (лат. Са-melus). Инә дөйә. Бура дөйә. Дөйә үркәсе.
■ Йәш ҡолондарҙың сәңгел тауыштары, дөйәләрҙең үҙ буталарын эҙләп тамаҡ төбө менән аҡырыуҙары әленән-әле һауаны яра. 3. Ураҡсин. Аттарын, дөйәләрен кире ҡайтарырға, тип ҡаршы төштө Ҡотлом-бәт бей. Ғ. Хөсәйенов. [Каһирә каруанының башлығы] шағирға илтифат күрһәтте, йомшаҡ йөрөшлө йыуаш дөйәгә атландырҙы. Ә. Хәкимов. • Дөйәләй буйың булғансы, төймәләй аҡылың булһын. Әйтем. Дөйә лә йомош, төймә лә йомош. Әйтем.
♦ Дөйә ҡойроғо ергә тейгәс булмай, тормошҡа ашмай торған йәки булыры бик алыҫ эш-хәл тураһында мыҫҡыллабыраҡ әйтелә. □ Когда хвост верблюда коснётся земли, соотв. Когда рак на горе свистнет.
■ [Ғәйнекәй:] Оялмай ҙа «ҡарт еңгәң» тисе! Һин ҡартайғансы дөйә ҡойроғо ергә тейер әле. Һ. Дәүләтшина. Дөйә муйынынан кәкре насар эшләнгән эшкә йәки урынһыҙ һүҙгә ҡарата әйтелә. □ Кривее верблюжьей шеи (о небрежной работе или невпопад сказанном слове). ■ [Ҡолморҙа ҡарт:] Күреп тораһығыҙ, уның эше дөйә муйынынан да кәкре. Б. Вәлид. Дөйә үҙенең кәкреһен белмәй үҙенең етешһеҙлеген белмәгән, күрмәгән кеше тураһында әйтелә. □ Верблюд не знает о своей горбатости (о человеке, не замечающем своих недостатков). Төймәләйҙе {йәки энә л әйҙе) дөйәләй итеү нимәнелер ныҡ арттырып, ҡабартып һөйләү {йәки күрһәтергә тырышыу). □ соотв. Делать из мухи слона, доел. Делать из пуговицы верблюда.
ДӨЙӘ АЯҒЫ (Р.: манжетка; И.: grass species; T.: aslanpençesi) и. бот.
Оҙон һабаҡлы, томбойоҡ һымаҡ япраҡлы, һыу, дымлы урында үҫкән үлән. □ Манжетка (лат. Alchemilla). ■ Дөйә аяғын ҡан туҡтаһын өсөн яраға яба инек. Экспедиция материалдарынан.
ДӨЙӘ БАЛАҺЫ и. зоол. ҡар. бута.
ДӨЙӘ БЕСӘНЕ и. бот. диал. дөйә үләне.
ДӨЙӘ БӨЖӘК (бөжәге) (Р.: верблюд-ка; И.: tickseed; T.: deve sineği) и. зоол.
Ағас ҡоротҡостарының ҡортон ашай торған селтәр ҡанатлы бөжәк. □ Верблюд-ка (лат. Rhaphidioptera). Дөйә бөжәктәр йомортҡаларын ағас ҡайырыһы аҫтына һалып ҡалдыра.
ДӨЙӘҒОШ (Р.: страус; И.: ostrich; Т.: deve kuşu) и. зоол.
Осмай, шәп йүгерә торған, оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы, ҙур кәүҙәле, Африка сүллегендә йәшәгән ҡош. □ Страус. / Страусиный, страусовый (лат. Struthio camelus).
■ Ҡайҙалыр алыҫ йылы яҡтарҙа дәү бер
432