дөл
дөйәғош йәшәй, тиме. Үҙе ҡош, уҙе осмай икән. Ғ. Хөсәйенов. [Болоттарҙан] хәҙер ерҙә була торған төрлө есем-әйберҙәр яһала: береһе дөйәғошҡа, икенсеһе дөлдөлгә, өсөнсөһө арыҫланға оҡшаған. С. Поварисов.
ДӨЙӘҒӨШ ҺЫМАҠТАР (Р.: страусовые; И.: the ostrich family; T.: deve kuşları) u. зоол.
Африкала һәм Көньяҡ Ғәрәбстан сүллегендә йәшәгән, киң күкрәкле осмай торған иң эре ҡоштар төрө. □ Страусовые (лат. Struthinodae). Дөйәғош һымаҡтар һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ла өй шарттарында үрсетелә башланы.
ДӨЙӘ ИРЕН и. ҡар. ҡуян ирен.
ДӨЙӘ ҠЫЛҒАНЫ (Р.: ковыль перистый; И.: feather grass plume; T.: sorguç otu) и. бот.
Ҡауырһынға оҡшап торған ялбыр йомшаҡ башлы ҡылған төрө. □ Ковыль перистый (лат. Stipa pennatd). Яланды дөйә ҡылғаны баҫҡан.
ДӨЙӘЛӘЙ (Р: как верблюд; И.: like a camel; T.: deve gibi) с.
Дөйә кеүек. □ Как верблюд. Дөйәләй кәүҙә.
ДӨЙӘЛӘР и. зоол. ҡар. дөйә һымаҡтар.
ДӨЙӘ МУЙЫНЫ (Р: вид вышитого узора; И.: kind of embroidery pattern; T.: bezek türü) и. этн.
1. Сигелгән бер биҙәк төрө. □ Вид вышитого узора. Дөйә муйыны менән сиккән.
2. Дөйәнең муйын тиреһенән тегелгән көбө (һауыт). □ Сосуд из шкуры с шеи верблюда. Дөйә муйынында әсегән айран.
ДӨЙӘСЕ (Р: погонщик; И.: cameleer; T.: deveci) и.
Дөйә ҡараусы, дөйә бағыусы. □ Погонщик, смотритель верблюдов. ■ Бөтә дөйә Муйынсаҡлы тауҙа булған, дөйәселәр бөтәһе лә сайҙа булған. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ДӨЙӘСЕЛЕК (дөйәселеге) (Р: верблюдоводство; И.: camel breeding; T.: deve yetiştiriciliği) и.
Дөйәләр үрсетеү менән бәйле малсылыҡ тармағы. □ Верблюдоводство. / Верблюдоводческий. Дөйәселек үҫешкән төбәктәр.
ДӨЙӘ СӘНСКӘГЕ и. бот. диал. ҡар. дөйә тубылғыһы.
ДӨЙӘТАБАН I и. бот. диал. ҡар. бесәй табаны.
ДӨЙӘТАБАН II (Р: плоскостопие; И.: flat-footedness; T.: düztabanlık) и. мед. диал.
Яҫы табанлы булыу. □ Плоскостопие. Дөйәтабан бала.
ДӨЙӘ ТУБЫЛҒЫҺЫ (Р: верблюжья колючка; И.: camel's-thorn; T.: devedikeni) u. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ваҡ япраҡлы, сәнскәкле үлән. □ Верблюжья колючка (лат. Alhagi).
ДӨЙӘ ҮЛӘНЕ (Р: верблюдка; И.: tickseed; T.: kız gözü) и. бот.
Ваҡ ҡына япраҡлы ҡылғанға оҡшашыраҡ тармаҡлы үлән. □ Верблюдка (лат. Corisper-тит). Дөйә үләне үҫкән ер.
ДӨЙӘ ҺЕҢЕРЕ (Р: астрагал; И.: grass species; T.: geven) и. бөт.
Мал аҙығы итеп сәселә торған ваҡ теҙмә япраҡлы, шылтыраҡ орлоҡло үлән. □ Астрагал (лат. Astragalus). Дөйә һеңере баҫҡан.
ДӨЙӘ ҺЫМАҠТАР (Р: верблюдовые;
И.: the camel family; T.: devegiller) и. зоол.
Көйөшлө, ҡуш тояҡлы хайуандар ғаиләһенең йомшаҡ тояҡлылар төрө. □ Верблюдовые; мозоленогие (лат. Camelidae). Дөйә һымаҡтар төркөмө.
ДӨКӘН [ғәр. и. диал. ҡар. магазин.
■ Киң урамдың ике яғына төрлө дөкәндәр, эреле-ваҡлы оҫтаханалар теҙелгән. Ә. Хәкимов.
ДӨКӘНЕҮ (дөкән-) (Р: кончаться; И.: finish; T.: tükenmek) ҡ. иҫк.
Тамамланыу, бөтөү. □ Кончаться, заканчиваться, оканчиваться, прекращаться; завершаться. // Прекращение, завершение. Мал дөкәнде. Ҡасан дөкәнер был эш?
ДӨЛ и. диал. ҡар. бәрхәт. Дөл ябыу.
433