Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 434 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

дөлдөл
ДӨЛДӨЛ [ғәр. Jjb] (Р: сказочный крылатый конь; И.: winged horse (in fairy-tales); T.: Düldül) и. миф.
1. Мифологияла ел кеүек елә, ҡош кеүек оса торған ҡанатлы ат; толпар. □ Сказочный крылатый конь. ■ [Хөсәйен — малайҙарға:] Аҡбуҙат ысын осҡан! Толпарҙар, дөлдөлдәр тоҡомонан булған бит ул! Т. Ғарипова. Хәҙрәт Ғәле дөлдөлөн менеп сапҡан ярҙамға. Экспедиция материалдарынан. Кулдән эйәр-ле-йугәнле бер дөлдөл сыға. Таҙ дөлдөлдө менеп ала. Әкиәттән.
2. Дин буйынса, Ғәли Хәлиф менеп йөрөгән ат; толпар. □ Сказочный крылатый конь. Я Бына дөлдөл атына атланып, зөлфәҡәр ҡылысын тағып, ҡырҡ батман ауырлыҡ гөрзөйөн аҫып яуға китеп бара, ти, Ғәли бәһлеуән. Ғ. Хөсәйенов.
ДӨ Л ДӘЛДӘЙ (Р.: как крылатый конь; И.: as a winged horse (in fairy-tales); T.: Düldül gibi)p.
Дөлдөл һымаҡ. □ Как крылатый конь. Дөлдөлдәй осоу. Дөлдөлдәй елеу.
ДӨМ I (Р: тёмный; И.: solid; T.: tüm) с.
Ҡуйы, ҡараңғы. □ Тёмный, густой. Дөм сауыл. Дөм ҡарағайлыҡ. ■ Юрмый ғына буйы дөм ҡарағай, утеп кенә булмай ҡарамай. Халыҡ йырынан. Ҡара ҡурғаштан тосораҡ, ҡараңғы төндән дөмөрәк .. аяҡлы-ҡуллы ни булыр? Әйтештән.
ДӨМ II (Р: сплошь; И.: throughout, all over; T: tüm) p.
1. Бөтөнләй, тотошлай. □ Сплошь, полностью. Дөм һуҡыр. Дөм ахмаҡ. Дөм яңылышып киткәнмен. Дөм килешмәгәнде һөйләй. Дөм уйламағанда килеп сыҡты был эш. Дөм бойоғоп ултыра. ■ [Мифтахетдин] мөнәжәт сығарыусы дөм һуҡыр Шәмсетдин Зәкиҙе барып курергә теләне. Я. Хамматов. Улар абайламаҫтан дөм икенсе урынға барып сыға. Ф. Иҫәнғолов.
2. Бөтәһе менән, тотош, шау, шыр.
□ Сплошной. Дөм алдаҡ һуҙҙәр һөйләу.
3. Сифаттарға ҡушылып, артыҡлыҡ дәрәжәһен яһай. □ Совсем, абсолютно (образует имена прилагательные превосходной степени). Дөм ҡараңғы урман. Дөм ҡара.
■ Алдар уҙе ҡаҡ таҡта өҫтөндә ята. Тирә-йуне дөм ҡараңғы. Ғ. Хөсәйенов. Ҡапыл бөтә донъя дөм ҡараңғы булып китте. Н. Мусин.
ДӨМ III (Р: способ сушки снопьев; И.: way to dry sheaves; T: demetleri kurutma usülü) и. диал.
Кәлтә киптереү ысулы. □ Способ сушки снопьев.
ДӨМБӨР I (Р: ботало; И.: kind of'fishing tackle; T: balık tutmak için kullanılan Sırık türü) u. . w
1. Балыҡты өркөтөп ҡыуа торған суҡмар башлы оҙон таяҡ; гөмбөр. □ Ботало. Дөмбөр менән ҡыуыу.
2. Иттең бот-аяҡ һөйәге; шаҡалай. □ Моталыжка. ■ Былай булғас, туйҙан һуң дөмбөрөнә генә килгәнбеҙ, байрам бөткән. Вәссәләм! — тип мөһөр һуҡты башлыҡ. М. Кәрим. • Туй уткәс, дөмбөргә. Әйтем.
3. диал. Кәсә. □ Пиала. Дөмбөр менән сәй эсеу.
ДӨМБӨР II (Р: подражание глухому грохоту; И.: clatter; T: gümbür) оҡш.
Ҡаты нәмә бушлыҡта ҡағылып-һуғылғанда сыҡҡан һаңғырау тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому грохоту при падении твёрдых полых предметов. Дөмбөр килеу.
ДӨМБӨР БАТЫУ (дөмбөр бат-) (Р: быть под силу; И.: within one’s power; T.: yapabilmek) ҡ.
Көс-һәләтлек, тырышлыҡ, түҙемлек етеү; теш батыу. □ Быть под силу, быть способным на что. Эшкә дөмбөрө батмай. Уҡыуҙы дауам итергә дөмбөрөм батманы. ■ Әз-мәуерҙәй бер малай. Унынсыны бөттө лә, институтҡа дөмбөрө батманы. С. Кулибай. [Мәрәһимдең] гармунды ҡалайыраҡ уйна-уын әйтеп тә тормайым инде, уныһын бөтә тирә-яҡ уҙе ишетеп тора, ә бына ураҡҡа нисегерәк икән — дөмбөрө батамы икән? М. Кәрим. [Рәмзил] ҡаяға бая ла урмәләп ҡараны ул, тик дөмбөрө батманы, бигерәк текә. Д. Исламов.
ДӨМБӨР БАШЫ и. диал. ҡар. тубыҡ ҡапҡасы.
434