ДӨМБӘҪЛӘҮ
ДӨМБӨР-ДӨМБӨР (Р.: подражание повторяющемуся глухому грохоту; И.: imitation of a repeated rolling sound; T.: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дөмбөр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся глухому грохоту.
ДӨМБӨР-ДӨМБӨР ИТЕҮ (дөмбөр-дөмбөр ит-) ҡ. ҡар. дөмбөрләү.
ДӨМБӨР-ДӨМБӨР КИЛЕҮ (дөмбөр-дөмбөр кил-) ҡ. ҡар. дөмбөрләү.
ДӨМБӨРҘӘК (дөмбөрҙәге) (Р.: дум-бурдяк; И.: kind of national drum; T.: vurgulu çalgı türü) u.
Барабан кеүек эсе ҡыуыш һуҡма инструмент. □ Думбурдяк (полый, ҡаҡ барабан, ударный инструмент). Дөмбөрҙәк һуғып уйнау.
ДӨМБӨР ИТЕҮ (дөмбөр ит-) ҡ. ҡар. дөмбөрләү. Нимәлер дөмбөр итеп ҡалды.
ДӨМБӨРЛӘТЕҮ (дөмбөрләт-) (Р: грохотать; И.: rumble; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дөмбөр иткән тауыш сығарыу, дөмбөр иттереү. □ Грохотать, громыхать. Дөмбөрләтеп барып төшөү. Буш мискәне дөмбөрләтеп тәгәрәтеү.
ДӨМБӨРЛӘҮ (дөмбөрлә-) (Р: грохотать; И.: lumber; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дөмбөр-дөмбөр итеү, дөмбөр-дөмбөр килеү. □ Грохотать, громыхать. Мискә дөмбөрләп тәгәрәп китте. ■ Күп тә үтмәне, йәш ҡарҙы борҡотоп, һауала ҡойон уйнатып, эреле-ваҡлы таштар дәррәү дөмбөрләй башланы. Ә. Әминев.
ДӨМБӨРЛӘШЕҮ (дөмбөрләт-) ҡ. ҡар. дөмбөрләү. Тоҡтоң ауыҙы асылып китте, дөмбөрләшеп әллә нимәләр ҡойола башланы.
ДӨМБӨРСӘК (дөмбөрсәге) и. диал. ҡар. алабута.
ДӨМБӘЙ (Р: сосуд из шкуры с задних ляжек лошади; И.: vessel made of horse skin; T: kap türü) и.
1. этн. Йылҡының бот тиреһенән тегелгән ҡымыҙ һауыты. □ Сосуд из шкуры с задних ляжек лошади. Дөмбәйҙә әсегән ҡымыҙ.
■ Иҫке дөмбәйҙе ташлаһаң, мал уңмай. Экспедиция материалдарынан.
2. миф. Байлыҡ, йәшәйеш символы.
□ Символ богатства.
3. күсм. мыҫҡ. Бәләкәй буйлы, йыуантаҡ кеше. □ Коротыш, коротышка. Дөмбәй бер кеше ине.
ДӨМБӘЙЕҮ (дөмбәй-) ҡ. диал. ҡар. һемәйеү.
ДӨМБӘЙЛӘҮ (дөмбәйлә-) ҡ. диал. ҡар. дөмбәҫләү.
ДӨМБӘРЕС с. ҡар. килешһеҙ. Дөмбәрес күлдәк. Дөмбәрес ултырыу.
ДӨМБӘҪКӘ I (Р: неровный; И.: uneven; T.: pürüzlü, eğri) с.
Тигеҙһеҙ (ер). □ Неровный. Дөмбәҫкә баҫыу.
ДӨМБӘҪКӘ II с. диал. ҡар. дорфа. Дөмбәҫкә һөйләшеү. Дөмбәҫкә йәштәр.
ДӨМБӘҪКӘЛЕК (дөмбәҫкәлеге) и. диал. ҡар. һаҙлыҡ. Дөмбәҫкәлек буйында.
ДӨМБӘҪЛӘНЕҮ (дөмбәҫлән-) ҡ. төш. ҡар. дөмбәҫләү, страд, от дөмбәҫләү.
ДӨМБӘҪЛӘТЕҮ (дөмбәҫләт-) ҡ. йөкм. ҡар. дөмбәҫләү, понуд. от дөмбәҫләү.
ДӨМБӘҪЛӘҮ (дөмбәҫлә-) (Р: дубасить, лупить; И.: cudgel; bang (on); T: yumruklamak) ҡ.
1. Йоҙроҡ, суҡмар һымаҡ нәмә менән һуҡҡыслау, ныҡ бәргеләп туҡмау. □ Дубасить, лупить, колотить. Ныҡ дөмбәҫләү. Дөмбәҫләп ташлау. ■ Береһе типһә, икенсеһе һуҡты, ах та ух килеп бер-береһен дөмбәҫләнеләр. М. Хужин. Һыбайлы кеше ҡулындағы йыуан күҫәге менән уңға-һулға һелтәнеп, Бейеште ҡыҫырыҡлаусыларҙы дөмбәҫләргә тотондо. Я. Хамматов. Сырым ғына, теш араһынан төкөрөп, өс йәпле ҡамсыһы менән итек ҡуңысын дөмбәҫләне. Ә. Хәкимов. Таҙҙар ҡартты тотоп ала ла дөмбәҫләй башлай, ти. Әкиәттән.
2. күсм. Туп атып ҡыйратыу, ныҡ туҡмау.
□ Крепко побить (в бою). ■ Тупсылар төнгө диңгеҙҙән кемделер эҙләп торманы, йәҙрәләр менән яр буйын дөмбәҫләргә кереште. Б. Рафиҡов.
435