ДӨҢ ИТЕҮ
Бөтә ерҙе ҡаплап, ҡараңғылатып, көслө итеп яуған ямғыр. □ Ливневый дождь. Дөм ямғыр яуып үтеү.
ДӨНЖА и. диал. ҡар. донъя. Дөнжа күреү.
ДӨНӨҮ (дөн-) (Р.: засыпать; И.: fall asleep; T.: uykuya dalmak) ҡ. ситл.
Йоҡоға китеү, йоҡлап китеү. □ Засыпать, заснуть. Бала дөндө. 1 Пәрей йоҡлап киткәс, бабай: «Ә-һә-ә, был дөндө!» — ти ҙә, әкрен генә тороп, бер мөйөшкә бара һалып ултыра, ти. Әкиәттән.
ДӨҢ оҡш. ҡар. дың.
ДӨҢГӨЖ и. диал. ҡар. иңкеш. Дөңгөж саҡты. Дөңгөж ҡаяуы.
Д ӨҢГӨ Л Д ӘТЕҮ (деңгелдәт-) ҡ. ҡар. дыңғылдатыу.
Д ӨҢГӨ Л Д ӘҮ (деңгелдә-) ҡ. ҡар. дыңғылдау.
ДӨҢГӨР I (Р.: бубен; И.: tambourine; T.: zilli tef) и.
1. Түңәрәк тирәскә сей күн киреп яһалған, һуғып уйнай торған боронғо музыка ҡоралы; барабан. □ Бубен (древний музыкальный инструмент, наподобие барабана). ■ Тап ошо ваҡыт ҡапыл иҫәпһеҙ-һанһыҙ дөңгөрҙәр гөрһөлдәүенән донъяның аҫты-өҫкә өйләнгәндәй булды. Ә. Хәкимов. Бер ваҡыт барабандар, дөңгөрҙәр тупырланы, борғолар, литавралар атакаға оран уйнаны. Ғ. Ибраһимов.
2. миф. Ен-пәрейҙәрҙе ҡыуа, яҡшы эйәләрҙе саҡырыу көсөнә эйә булған шаман инструменты. □ Бубен. Дөңгөр менән шайтан ҡыуыу.
3. диал. ҡар. дуңғырлаҡ I. ■ Дөңгөрҙөң тоноҡ тауышы ишетелде: доңҡ-доңҡ, доңҡ-доңҡ... 3. Ураҡсин.
ДӨҢГӨР II (Р: подражание грохоту тяжёлого предмета при падении; И.: rumble; T: gümbür) оҡш.
Ҡаты нәмә шундай уҡ нәмәгә ҡағылып һуғылғанда яңғырап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание грохоту тяжёлого предмета при падении, а также грохоту
грома. Дөңгөр тигән тауыш сығарыу. Дөңгөр итеп күк күкрәне.
ДӨҢГӨР-ДӨҢГӨР (Р: подражание грохоту; И.: sound imitative word; T.: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дөңгөр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание грохоту тяжёлого предмета при падении, а также грохоту грома. Дөңгөр-дөңгөр төшөп китеү. Күк дөңгөр-дөңгөр килә. ■ [Йомро таштың] таштарға бәрелә-бәрелә ҡайҙалыр дөңгөр-дөңгөр төшөп киткәне оҙаҡ ҡына ишетелеп торҙо.
3. Ураҡсин.
ДӨҢГӨРЛӘТЕҮ (дөңгөрләт-) (Р.: греметь; И.: clatter; clank; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дөңгөр-дөңгөр иттереү, дөңгөр-дөңгөр килтереү. □ Греметь, грохотать. ■ Ҡасаһы кеше ҡасып, боҫаһы кеше боҫоп бөткәнсе сабыр иткән һалҡынса ел, шифер түбәләрҙе ҡалтыратып, ҡалайҙарын дөңгөрләтеп, яурындарын киреп, бер ғәйрәтләнеп маташты ла тынды. Д. Бүләков.
ДӨҢГӨРЛӘҮ (дөңгөрлә-) (Р: громыхать; И.: rumble; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дөңгөр-дөңгөр итеү, дөңгөр-дөңгөр килеү. □ Громыхать, греметь, грохотать. Арба тәгәрмәстәре дөңгөрләй. ■ Самауырына ҡуйған торба дөңгөрләп иҙәнгә төшкәйне, әбей уны асыуланып көллөксәгә ырғытты. Н. Мусин. Тик үтеп барыусы автобус тәгәрмәстәренең дөңгөрләүҙәре генә Рәйсә ханымдың ҡолағына тоноҡ тауыштары менән бәрелделәр, һ. Дәүләтшина.
ДӨҢГӨСЛӘҮ (дөңгөслә-) ҡ. диал. ҡар. тыңҡыслау. Әйберҙәрҙе сумаҙанға дөңгөсләп тултырыу.
ДӨҢГӨШ и. диал.
1. ҡар. иңкеш. Дөңгөш ҡаҙауы. Дөңгөш әсе саға.
2. ҡар. мыштыр. Был дөңгөш ҡасан эшен бөтөрөр?
ДӨҢ-ДӨҢ оҡш. ҡар. дың-дың.
Д ӨҢ-Д ӨҢ КИЛЕҮ (дөң-дөң кил-) ҡ. ҡар. дың-дың килеү.
ДӨҢ ИТЕҮ (дөң ит-) ҡ. ҡар. дөңгөлдәү.
437