Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 438 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӨҢК
ДӨҢК (Р.: бух, бах, трах; И.: thud; T.: güm) оҡш.
Ҡаты нәмәгә тос нәмә менән һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бух, бах, трах (подражаниерезкому гулкому звуку, возникающему при ударе бревна о бревно). Дөңк итеп бәрелеу. ■ Ал тәгәрмәс дөңк итеп һуйыр ташҡа бәрелеу менән бер яҡҡа ҡыйшайып, кырандас аунап та китте. 3. Ураҡсин.
ДӨҢК-ДӨҢК (Р.: бух-бух, бах-бах, трах-трах!; И.: thud-thud!; T.: güm güm) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дөңк иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Бух-бух, бах-бах, трах-трах (подражание многократным резким гулким звукам, возникающим при ударе бревна о бревно). Дөңк-дөңк тигән тауыш сығарыу.
ДӨҢКӨЛДӘТЕҮ (дөңкөлдәт-) (Р: гулко бухать чем\ И.: boom; T.: gümbürdetmek) ҡ.
Дөңк-дөңк иттереү. □ Гулко бухать чем, производить отрывистые, гулкие удары. ■ Ғәрифә, Уйылдандың әсәһе кеуек, каса йәки туҫтаҡ менән ташып торманы, сыуал артынан бәләкәйерәк көрәгә балды ашъяулыҡ уртаһына дөңкөлдәтә килтерҙе лә ултыртты. Н. Мусин.
ДӨҢКӨЛДӘҮ (дөңкөлдә-) (Р: производить отрывистые гулкие удары; И.: thump; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дөңк-дөңк итеү, дөңк-дөңк килеү. □ Производить отрывистые гулкие удары, бухать. Дөңкөлдәп ишетелә.
ДӨҢКӨЛДӘШЕҮ (дөңкөлдәт-) ҡ.урт. ҡар. дөңкөлдәү, взаимн. от дөңкөлдәү.
ДӨҢКӘЙЕҮ (дөңкәй-) ҡ. диал. ҡар. төңкәйеү.
ДӨП (Р: подражание глухому звуку при падении на землю; И.: thud; T.: pat) оҡш.
Тос нәмә ҡаты ергә ҡапыл һуғылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому звуку при падении на землю. Дөп итеп һуғыу. ■ Ғәйникамал, утҡа бешкәндәй һикереп тора һалып, ишеккә барып бәрелде һәм ике ҡуллап дөп тә дөп һуға башланы. 3. Ураҡсин. Нажар ҡарт эргәбеҙгә килеп етте лә дөп итеп ергә һикерҙе. Н. Мусин.
Ул [ҡыҙ] бисара артына китеп, ҡалтырап ҡурҡып китеп йығылды дөп итеп. Бәйеттән.
ДӨП-ДӨП (Р: подражание многократным глухим звукам при падении на землю; И.: onomatopoe(t)ic word; T: pat) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат дөп иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным глухим звукам при падении на землю.
■ Аттарҙың дөп-дөп сапҡаны, арбаның ҡаты һикерткәне, өҙлөкһөҙ сыбыртҡы шартлағаны — бөтәһе лә өндә булғандай. Б. Рафиҡов. Арттан, дөп-дөп баҫып, улар яғына Вәсим ырғылды. Ә. Хәкимов. Гөлбаныу дөп-дөп атлап ишек төбө яҡтараҡ торған койка эргәһенә барҙы. Н. Мусин.
2. кусм. Көслө, ҡаты йөрәк тибешен белдерә. □ Обозначает стук сердца. Дөп-дөп килеу. ■ Тимаш баяр бик ҙур иғтибар менән ҡалҡынып-ҡалҡынып ҡараны һәм, әлеге һылыу Ҡаратты танып, йөрәге дөп-дөп тибә башланы. 3. Ураҡсин.
ДӨПӨЛДӘП ТӨРӨУ (дөпөлдәп тор-) (Р: быть здоровым; И.: be healthy; T: sağ olmak) ҡ. диал.
Ныҡ булыу, таҙа булыу. □ Быть здоровым. Дөпөлдәп торған егет.
ДӨПӨЛДӘТЕҮ (дөпөлдәт-) (Р: издавать глухие, отрывистые звуки; И.: stamp; flap; T.: çarpmak) ҡ.
1. Дөп-дөп иттереү, дөп-дөп килтереү. □ Издавать глухие, отрывистые звуки; топать, хлопать. Дөпөлдәтә баҫыу. Дөпөлдәтә баҫып атлап йөрөу. Өләсәһе ейәнен дөпөлдәтеп һөйөп ҡуйҙы. ■ Ул [Хаммат]әҙерләнеп бөтөугә, йәшенә хас булмаған етеҙлек менән дөпөлдәтә баҫып, әсәһе Таиба әбей ҡайҙандыр ҡайтып инде. 3. Биишева.
2. һөйл. кусм. Атып үлтереү, атыу. □ Пристрелить, застрелить. Айыуҙы дөпөлдәтеу.
ДӨПӨЛДӘҮ (дөпөлдә-) (Р: издавать глухие, отрывистые звуки; И.: stamp; T.: takırdamak) ҡ.
1. Дөп-дөп итеү, дөп-дөп килеү. □ Издавать глухие, отрывистые звуки; топать. Дөпөлдәгән тояҡ тауыштары ишетелә.
■ Урамда тояҡтар дөпөлдәгәне, аттар
438