ДӨРЛӘҮ
бышҡырғаны ишетелде. Б. Рафиҡов. Дөпөлдәп килгән дейеу ажғырып килеп уның [Ҡәмәрҙең] өҫтөнә ырғылды. Ә. Хәкимов. Яҡында ғына дөпөлдәгән тос, кескәй ялан аяҡ тауышы уны тағы бәхетле хыял донъяһынан тартып сығарҙы. 3. Биишева.
2. кусм. Йөрәктең көслө, ҡаты һуғыуы. □ Стук сердца. Ҡурҡыштан йөрәгем дөпөлдәй башланы. ■ Ниңәлер йөрәгем дөпөлдәп тибә, ҡулдарым ҡалтырана башланы. Н. Мусин.
ДӨПӨЛДӘШЕҮ (дөпөлдәш-) ҡ. урт. ҡар. дөпөлдәү 1. взаимн. от дөпөлдәү 1. Аттар дөпөлдәшеп сабып киттеләр. ■ Ҡыңғырау шылтыраны, куршеләге класта дөпөлдәшеп балалар йугерешкән, геу-шау килгән тауыштар ишетелде. Н. Мусин.
ДӨПТӨРЛӘҮ (дөптөрлә-) ҡ. диал. ҡар. тыптырлау. Дөптөрләп килеп етеу. Итектәрен дөптөрләшеп, бабай өйгә килеп инде.
ДӨПТӨРЛӘШЕҮ (дөптөрләш-) ҡ. урт. ҡар. дөптөрләү, взаимн. от дөптөрләү. Дөптөрләшеп сабыу.
ДӨР (Р.: подражание звуку при возгорании чего-л.', И.: sound imitative word; T.: gırt) оҡш.
Ут бик шәп янғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку при возгорании чего-л. Шырпы һыҙып туҙға яҡын килтерһәң, усаҡ дөр итеп тоҡанып китә.
ДӨРГӨН I с. диал. ҡар. берҙәм 2. Беҙҙә доргөн халыҡ йәшәй.
ДӨРГӨН Пр. диал. ҡар. бергәләп. Халыҡ быйыл бесәнде дөргөн эшләне.
ДӨР-ДӨР (Р: подражание возгоранию огня с треском; И.: onomatopoeic word; T.: gır gır) оҡш.
Ут шәп, көслө ялҡынланып, шаулап янғанда сыҡҡан тауышты белдерә. □ Подражание возгоранию огня с треском. Сәлимә дөр-дөр килеп янған утҡа ҡарап уйға ҡалды.
ДӨРИЙӘ (Р: дарья; И.: kind of tissue; T.: kumaş çeşidi) u.
Туҡыма төрө. □ Дарья (вид ткани). Дөрийә камзул. Дөрийә елән.
ДӨР ИТЕҮ (дөр ит-) (Р: горячиться; И.: get angry suddenly; fly into a passion; T.: ateşlenmek) ҡ.
1. Ҡапыл ҡыҙыу, ярһыу. □ Горячиться, вспылить, разъяряться. Ваһап дөр итеп тоҡанып китте.
2. Күмәкләп ҡапыл шаулашып күтәрелеү. □ Внезапно расшуметь. Дөр итеп эйәреу. Балалар ҡыуаныстарынан дөр итеп ҡалды.
ДӨРЛӘТЕҮ (дөрләт-) (Р: разжечь сильный огонь; И.: kindle a blaze; T: yakmak) ҡ.
1. Көслө итеп ялҡынландырып яндырыу. □ Разжечь сильный огонь. Мейесте дөрләтеп яғып ебәреу. ■ [Ҡорбанбикә еңгә:] Хәҙер дөрләтеп мейес яғып ебәрәм. М. Кәрим. Был һөйләшеу Зилбәрҙең тоҡанған хистәренә ялҡын өҫтәп, дөрләтеп кенә ебәрҙе, ҡыҙ уҙенә урын таба алмай башланы. 3. Ураҡсин. Шағир тип аталған ижадсы халыҡ күңелендә йәшәугә, матур тормошҡа ынтылыш, өмөт ялҡындарын дөрләтергә, рух ҡойондарын уйнатырға тейеш тугелме ни? Р. Аҙнағолов. Әллә дәрттәрҙе дөрләткән наҙлы йыр булдың инде? М. Басыров.
2. Мотор, механизмдарҙың тауышын сығарыу. □ Заставить гудеть, тарахтеть. Ғәли ағай тракторын дөрләтеп ҡабыҙып ебәрҙе.
3. кусм. Көслө хис менән ярһытыу. □ Способствовать загореться, воспылать (о чувствах). Йөрәкте дөрләтеу. ■ Шул өн ялҡын һымаҡ Кәримәнең ҡанын дөрләтте. Р. Назаров.
ДӨРЛӘҮ (дөрлә-) (Р.: шумно загораться; И.: take fire; ignite; T: tutuşmak) ҡ.
1. Дөр итеү, дөр килеү; гөрләү. □ Шумно загораться, воспламеняться. Дөрләп янған усаҡ. Ҡапыл дөрләп китеу. Дөрләп тороу. ■ Хәҙрәт, утты һундерергә теләп, дөрләп янған ут өҫтөнә, аҙан ҡысҡырып, йомортҡалар ырғыта. Ғ. Хәйри. Юлыш, оҙон тороҡло, ялбыр енсекле ҙур тимер кук айғырҙың теҙгенен эйәр ҡашына ташлап, алыҫтағы тау башында дөрләгән утҡа текәлде. Ә. Хәкимов.
439