Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 440 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӨРЛӘШЕҮ
2. Мотор, механизмдарҙың шаулауы.
□ Гудеть, тарахтеть (о моторе, механизме). Машина дөрләп тоҡанып китте.
3. кусм. Көслө хис менән ныҡ ярһыу
□ Загореться, воспылать (о чувствах). Ҡыҙ куңелендә һөйөу уты дөрләне. ■ Тыштан һиҙҙермәҫкә тырышты. Ләкин эсендә ут яна бит. Яна ғынамы, дөрләй. Д. Бүләков. Закир ҙа шаярыуға кусте: «Юҡһа, курәһең бит, дөрләп тоҡанып китергә торам». 3. Биишева.
ДӨРЛӘШЕҮ (дөрләш-) ҡ. урт. ҡар. дөрләү 3. взаимн. от дөрләү 3.
ДӨРМӘН и. зоол. диал. ҡар. алабуға. Дөрмән тотоу. Дөрмән ҡармаҡлау.
ДӨРӨЛДӘТЕҮ (дөрөлдәт-) ҡ. ҡар. дөрләтеү. Моторҙы дөрөлдәтеу.
ДӨРӨЛДӘҮ (дөрөлдә-) ҡ. ҡар. дөрләү 1, 2. Тын өйҙә дөрөлдәп ут янған тауыш ишетелә.
ДӨРӨЛДӘШЕҮ (дөрөлдәш-) ҡ. урт. ҡар. дөрөлдәү, взаимн. от дөрөлдәү. Дөрөлдәшеп машиналар утеп тора.
ДӨРӨМ с. диал. ҡар. берҙәм 2. ■ Беҙҙең ауыл халҡы бик дөрөм ул. Һ. Дәүләтшина. • Бәхетленең ҡунағы дөрөм-дөрөм. Әйтем.
ДӨРӨН (Р.: быстро, проворно; И.: quick; rapid, brisk; T: hızlı) р. диал.
Тиҙ, етеҙ. □ Быстро, проворно. Дөрөн килдек. Дөрөн эшләу.
ДӨРӨҪ I [фарс. (Р: истина;
И.: truth; T: doğru) и.
Хаҡлыҡ; хәҡиҡәт. □ Истина, правда. Дөрөҫтө белеу. Дөрөҫтө эйтеу. Дөрөҫтө йә-шереу. ■ Айыуғолаҡ Сәмреғошҡа дөрөҫтө һөйләп бирҙе, ти. Әкиәттән. Ырыуын нисек әйтергә белмәйерәк торҙо Насир, адайҙарҙан тиһәң, ҡарт төпсөйәсәк, нәҫелен һораясаҡ, буталһаң, ышанмаясаҡ, дошман курәсәк, шуға дөрөҫөн әйтергә булды. 3. Ураҡсин.
ДӨРӨҪ II [фарс. (Р: правильный; И.: correct, right; exact; T: dürüst) c.
1. Ысынбарлыҡты теүәл күрһәткән, факттарға, хәҡиҡәткә тура килгән; ысын, хаҡ. □ Правильный, верный, точный. Дөрөҫ яуап. Дөрөҫ юл. • Дөрөҫ һуҙҙең яты юҡ. Әйтем. Дөрөҫ һуҙгә яуап юҡ. Әйтем.
2. Тейешле талап, ҡағиҙә, нормаға тура килгән, шул ҡағиҙәләрҙе боҙмаған. □ Правильный, верный. Дөрөҫ курһәтмә. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренең утәлеше. Дөрөҫ яуап.
3. Тоғролоҡҡа ярашлы, тоғролоҡло; ғәҙел. □ Справедливый, правильный. Дөрөҫ ҡарар. Дөрөҫ шелтә. ■ Фазыл иһә һаман уны [Сәләхетдинде] дөрөҫ юлға ҡайтарырға хыялланды. Ә. Хәкимов. Куктә Тәнре барлығын шундай саҡтарҙа тояһың да инде, бәндәләрҙе дөрөҫ юлдан тик ул йөрөткәнгә шунда инанаһың. Б. Рафиҡов. • Дөрөҫ эшкә баҙнатлы бул. Әйтем.
4. Ҡуйылған талаптарға яуап биргән, маҡсатҡа ярашлы. □ Правильный, истинный. Дөрөҫ тәрбиә биреу сере.
5. Ғәҙәттәгесә була торған хәл, хәл-тормошҡа тура килгән, аныҡ, сәләмәт (кеше хәленә ҡарата). □ Правильно, точно. Дөрөҫ аҡыл.
ДӨРӨҪ III [фарс. (Р: правильно; И.: correctly; T: dürüst) р.
1. Ысынбарлыҡты теүәл күрһәткән, факттарға, хәҡиҡәткә тура килгән; ысын, хаҡ. □ Правильно, верно, точно. Дөрөҫ эшләу. Дөрөҫ курһәтеу. Дөрөҫ барыу. ■ Оҙаҡламай мин уҙемдең был уйым тулыһынса дөрөҫ булыуына бик ныҡ ышана алдым. А. Кар-най. «Урлаған — бер гөнаһлы, урлатҡан мең гөнаһлы» тигәндәре дөрөҫ инде. 3. Ураҡсин.
2. Тейешле талап, ҡағиҙә, нормаға тура килгән, шул ҡағиҙәләрҙе боҙмаған. □ Правильно, верно. Мәсьәләне дөрөҫ сисеу. Дөрөҫ кейеу. Дөрөҫ тәржемә итеу. ■ Вәхит, туғын заводына бар, аҡса юҡ тиң, тауар хаҡтарын беләһең бит, ярлик бир. Ҡара, дөрөҫ яҙ, хата яҙһаң... Ғ. Хәйри. [Ибне Фаҙлан] уҙе куреп белгән әйберҙәрҙе дөрөҫ яҙған булһа ла, кешеләрҙән ишетеп яҙғандары араһында дөрөҫ тугелдәре булғанлыҡ та мәғлум. Р. Фәхретдинов.
3. Тоғролоҡҡа ярашлы, тоғролоҡло; ғәҙел. □ Справедливо, правильно. Дөрөҫ булеу. Дөрөҫ баһа биреу. • Дуҫың дуҫ булһын, иҫәбе дөрөҫ булһын. Әйтем. Кеше ышанмаҫ хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә. Әйтем.
440