Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 441 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӨРӨҪЛӘНЕҮ
4. Ҡуйылған талаптарға, маҡсатҡа ярашлы. □ Правильно. Дөрөҫ тәрбиәләу.
5. Тейешле рәүештә (кешенең физиологик һәм психологик хәленә ҡарата). □ Правильно, точно, соответствующим образом. Был бала башын дөрөҫ тотмай бит. Аҡылы бөтөнләй дөрөҫ тугел.
ДӨРӨҪ IV (Р.: верно; И.: true; T.: doğru) мөн.
Берәй һүҙ, эш һ. б. хуплап, раҫлап әйтелә: эйе, шулай шул, шулай. □ Верно, правда. ■ Дөрөҫ, кантон начальнигына закон буйынса биш ҡамсы рөхсәт ителә. М. Өмөтбаев.
ДӨРӨҪ БУЛЫУ (дөрөҫ бул-) (Р: соответствовать правилам нравственности; И.: comply with morals; T: dürüst olmak) ҡ.
Тейешле тәртип, әхлаҡ ҡағиҙәләренә ҡаршы килмәү, шуларға ярашлы. □ Соответствовать правилам нравственности. Васыятты утәмәу дөрөҫ булырмы? ■ Урыҫ иленең көсөн дингә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булырмы икән? — тине Сәйфелмөлөк, шикләнеберәк. Ә. Хәкимов. Дөрөҫ булды был: әбейе тәуҙә батырҙың яуап таптырырын уйлап тырышһа, һуңынан эҫенде лә китте. Б. Рафиҡов. «Шулай ҙа шулай, — тип һөйләп бирә егет. — Беҙҙең никах дөрөҫ буламы?» — тип һорай. Әкиәттән.
ДӨРӨҪКӘ КИЛЕҮ (дөрөҫкә кил-) (Р: оказаться правдой; И.: turn out to be true; T: doğru olmak) ҡ.
Алдан әйтелгән һүҙ, хәбәр раҫланыу. □ Оказаться правдой. Әйткәне дөрөҫкә килеу. ■ Аяғы менән киткән ҡайтыр, арҡаһы менән киткән ҡайтмаҫ, тигән боронғолар, бына шул дөрөҫкә килде инде, — тине Шаһиәхмәт әллә ниндәй йомшаҡ тауыш менән. Ж. Кейекбаев. Әгәр ул төш дөрөҫкә килһә, Йософ олуғ батша булыр булһа, йөмләбеҙ уға хеҙмәт ҡылыр булһа, — ул беҙҙәргә ҡаты ғәрлек, тейҙәр имде. «Йософ менән Зөләйха».
ДӨРӨҪКӘ СЫҒЫУ (дөрөҫкә сыҡ-) ҡ. ҡар. дөрөҫкә килеү. ■ Ҡәнзәфәр: «Юлай ағай, әллә һин әйткән дөрөҫкә сыға инде?» — тип мәрәкәләргә иткәс, туҙ, курерһең, тип булдерҙе. Б. Рафиҡов. Төш дөрөҫкә сыға. Теге
әҙәмдәрҙең береһе ҡотола, икенсеһен ул-терәләр. Эпостан.
ДӨРӨҪЛӨК (дөрөҫлөгө) (Р: истина; И.: truth; T: dürüstlük) и.
1. Дөрөҫ (1, 2) булған хәл. □ Истина, правда. ■ Мишәрҙең һуҙҙәрендә дөрөҫлөк булһа ла, уларҙы шаяртыуға борорға кәрәк ине — татыулыҡ хаҡына, уртаҡ маҡсат хаҡына. Б. Рафиҡов. Ҡуштирәк урамдарын һөргән ергә тиңләһәк, дөрөҫлөктө яртылаш та асып бирә алмаған булыр инек. Ә. Хәкимов. Ҡаты әйтелгән дөрөҫлөктө ишетеуе әллә нисек ситен дә, яманһыу ҙа ине. Р. Солтангәрәев. Маладис, ағай, бер ҙә бирешмәгәнһегеҙ әле, — тигән булам. Был һуҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә бар, әлбиттә.
3. Ураҡсин.
2. Тоғролоҡҡа ярашлы эш-хәл; ғәҙеллек. □ Справедливость, правдивость, истинность; правота. Дөрөҫлөктө яҡлау. ■ Тормош баҫа, эш тип донъя рәхәте курмәйенсә ҡартайып та бара. Эх, Булатов, һинең һуҙҙә лә дөрөҫлөк бар шул. Р. Солтангәрәев. Алтынбай уның [Насирҙың] бындай тәрән мәғәнәле һуҙҙәрен тәуләп ишетә ине, ҡайһы береһен аңлап етмәһә лә, куңелгә ятышлы улар, дөрөҫлөккә тап килә. 3. Ураҡсин. Шикләнәһең, ҡайҙа дөрөҫлөк, тип, эҙләнәһең ғумер буйына. Р. Ғарипов. • Дөрөҫлөк — яуған ҡарҙан, һауған һөттән аҡ, аҡҡан һыуҙан пак. Әйтем. Үҙеңдә булмаған дөрөҫлөктө кешенән эҙләмә. Әйтем. Дөрөҫлөк алдаҡсының куҙен тишә. Әйтем.
3. Тейешле ҡағиҙә, талапҡа ярашлылыҡ, тап килгәнлек. □ Правильность, верность, точность. Тәуге версияның дөрөҫлөгө. ■ Форсаты еткәс, куҙ курер. Хәҙергә сарыш ҡорто юлының дөрөҫлөгөнә иҡрар. Ә. Хәкимов. Ҡуҙ ҡараһы кеуек һаҡла, шағир, тарих дөрөҫлөгөн йырыңда. Р. Ғарипов. Ҡуп ваҡыт губернатор уның [Далдең] фекере аша уҙ хыялдарының, башында тыуған уйҙарының, ҡарарының дөрөҫлөгөн тикшерә. 3. Ураҡсин.
ДӨРӨҪЛӘНЕҮ (дөрөҫлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. дөрөҫләү, страд, от дөрөҫләү. Дөрөҫләнгән сәғәт.
441