ДӨРӨҪЛӘТЕҮ
2. Дөрөҫ булып сығыу, дөрөҫкә сығыу, дөрөҫ булыу. □ Подтверждаться, оправдаться. Әйткән һуҙ дөрөҫләнеу. ■ Хәйретдин ҡарттан ишеткән һуҙ дөрөҫләнһә, ул тағы ла нығыраҡ байыясаҡ. Я. Хамматов.
ДӨРӨҪЛӘТЕҮ (дөрөҫләт-) ҡ. йөкм. ҡар. дөрөҫләү, понуд. от дөрөҫләү. ■ [Ғабдрахман мулла:] Шулай бит, йәмәғәт? — тине. Башҡаларҙыц да уҙ ауыҙҙары менән дөрөҫләткеһе килде. И. Насыри. Бөтә иптәштәр, мине уратып алып, минең шинелде ҡаранылар, фуражканы ҡарау менән ҡәнәғәтләнмәнеләр, ҡулдан ҡулға алып, баштарына кейеп: «Нисек, килешәме?» — тип береһенән береһе дөрөҫләттеләр. Д. Юлтый. [Мәулет бай] уҙенең һуҙҙәрен йыйылған кешеләрҙән дөрөҫләтер өсөнмө йәки йыйылған кешеләрҙең кемеһенә төбәп асыуланырға белмәгәнгәме, алдында ултырған кешеләргә асыулы бер ҡараш ташланы. Ғ. Дәүләтшин.
ДӨРӨҪЛӘҮ (дөрөҫлә-) (Р.: подтверждать; И.: confirm; T.: doğrulamak) ҡ.
1. Дөрөҫ тип белдереү; раҫлау. □ Подтверждать, свидетельствовать, удостоверять. һуҙҙе дөрөҫләу. ■ [Каҙнабаев:] Бына залда миңә таныш байтаҡ кеше ултыра, улар, моғайын, дөрөҫләр. Д. Бүләков. Ҡыҙырастың, малай, бер нәмәгә лә иҫе китмәй уның, — тип дөрөҫләне Ғилман. 3. Биишева. Новиков, алға сығып, бөтә ваҡиғаны дөрөҫ итеп һөйләп бирҙе. Беҙ ҙә уның һуҙен дөрөҫләнек. Д. Юлтый. Иштән ҡарт тырышып-тырышып уҙ хәбәрен дөрөҫләргә керешкәс, өй хужаһы уны ҡырт ҡына киҫте. 3. Ураҡсин.
2. Дөрөҫ икәнен күрһәтеү, белгертеү; раҫлау. □ Показать правильность; подтверждать. V Минең алға бер ҡарт сестра килде: йәше илленән өҫтөн булыр. Уның саллы сәс бөртөктәре уны тағы ла дөрөҫләйҙәр. Д. Юлтый.
3. Дөрөҫ итеү; төҙәтеү. □ Выверять, проверять; исправлять. ■ Шулай ҙа Ҡәмәр дөрөҫләп ҡуйырға онотманы: «Тулыбайчик, һин кем тигән кандидат яҡлы һуң?» Д. Бүләков.
ДӨРӨҪЛӘШЕҮ (дөрөҫләт-) ҡ. урт. ҡар. дөрөҫләү, взаимн. от дөрөҫләү.
ДӨРӨҪӨ (Р.: по правде говоря; И.: to tell the truth; T: doğrusu) мөн.
Нимәнеңдер ысынлығына баҫым яһау өсөн әйтелә: ысынлап та, ысынын әйткәндә. □ По правде говоря (или сказать). Дөрөҫө, мин Мәскәугә уҡырға китәм.
ДӨРӨҪӨН ӘЙТКӘНДӘ мөн. ҡар. дөрөҫө. ■ Дөрөҫөн әйткәндә, ул [Еҙукәй] ҙур даръяла һеуәнгә эләккән ҡайыҡсы хәлендә ине. Ә. Хәкимов. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә уйын тугел, ә Маратты ҡарап тороуы ҡыҙыҡ ине. Р. Солтангәрәев.
ДӨРӨҪӨНӘН ДӘ мөн. ҡар. дөрөҫө. Дөрөҫөнән дә, беҙ йыйған материал бик әһәмиәтле.
ДӨРӨҪӨРӘГЕ мөн. ҡар. дөрөҫө. Дөрөҫөрәге, мин һеҙгә бөгөн бара алмайым.
ДӨРӨҪ ЯҘЫУ (Р: правописание; И.: spelling, orthography; T.: doğru yazı) и.
Ҡағиҙә талаптарын үтәп яҙыу. □ Правописание. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһе.
ДӨРӨҮ (дөр-) (Р: сгребать; И.: rake up; T.: toplamak) ҡ. диал.
1. Этәреү, ышырыу. □ Сгребать, собрать. Балалар урам таҙарта: кемдер суп-сарҙы дөрөп бер урынға йыя, кемдер улар артынан һеперә.
2. кусм. Ҡыҙыулатыу, ниндәйҙер бер эш, хәрәкәт һ. б. шәп, ҡыҙыу тиҙлек менән башҡарыу. □ Налегать, нажимать. ■ Тәпәш кенә кәйелеп осҡан тәреле самолеттар пулеметтарҙан ут яуҙыра, ер тетрәтеп бомбалар шартлай. Төрлө яҡтан дөрөп килгән дошманды туҡтатыр әмәл юҡ. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Дошманды, кешене ҡыҫыу, ҡыҫырыҡлау. □ Нападать, наседать, теснить. М Ғәндәлип урап утә Бибинурҙы. Ну йөрәк тә бар икән суҡынғыры уҙендә!.. Ҡем, кем, участка мастерын да дөрөп сығарып ебәргәс. Д. Бүләков.
ДӨРӨШӨП (Р: толкая друг друга; И.: elbowing (pushing) each other; T.: dürtüşerek) р. һөйл.
Этәрешеп, төртөшөп, ҡыҙыу хәрәкәт итеп. □ Толкая друг друга. Дөрөшөп сығып киттеләр.
442