Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 443 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӨХ
ДӨРӨШӨҮ (дөрөш-) ҡ. урт. ҡар. дөрөү 1,2,3. взаимн. от дөрөү 1, 2, 3.
ДӨРРӘ I [ғәр. ь>] (Р.: драгоценный; И.: precious; T.: değerli) с.
1. Ҡиммәтле, ҡәҙерле. □ Драгоценный. Дөррә таш.
2. Ҙур, тәрән мәғәнәле. □ Имеющий глубокий смысл. ■ Дөррәһенән купме бала һөткә туйып, башҡалар була ҡалды һыу алғандай. М. Аҡмулла.
ДӨРРӘ II саҡ. ҡар. деррә.
ДӨРРӘ йәтим (Р.: редкий жемчуг элитного качества; И.: rare pearl; T.: çok değerli inci) u.
һирәк осраған ынйы. □ Редкий жемчуг элитного качества. Дөррә йәтим хаҡы. Дөррә йәтим һатып алыу.
ДӨРҪ (Р: подражание глухому грохоту; И.: thud; T.: güm) оҡш.
1. Ауыр, ҙур нәмә ергә ауғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому грохоту, глухому стуку, удару. Дөрҫ итеп йығылыу. ■ Егет ялтырап торған алмас ҡылысын тегенең эсенә ҡаҙай. Дейеу дөрҫ итеп ергә ҡолай. Әкиәттән.
2. кусм. Йөрәктең ныҡ һуғыуы тураһында әйтелә. □ Гулко стучать, громко биться (о сердце). Йөрәгем дөрҫ-дөрҫ тибә.
ДӨРҪ-ДАРҪ (Р: подражание повторяющемуся грохоту; И.: sound imitative word; T.: takırtı) оҡш.
Дөрҫ һәм дарҫ иткән төрлө тауыштарҙы белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся грохоту, стуку. Дөрҫ-дарҫ итеп таҡталар бушатыу.
ДӨРҪ-ДӨРҪ (Р: подражание повторяющемуся грохоту; И.: thud; T.: takırtı) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат дөрҫ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся грохоту, стуку, шуму. Дөрҫ-дөрҫ итеп игенле тоҡтарҙы ергә бәрәләр. ■ Уларҙы шулай дөрҫ-дөрҫ атлатып алып баралар. М. Ғафури.
2. кусм. Йөрәктең йыш-йыш һуғыуы тураһында әйтелә. □ О повторяющемся стуке сердца. ■ Үҙ йөрәгең әйтһен дөрҫ-
дөрҫ ҡағып: «Хаҡлыҡ яҡлап яуға мин өлгөр!» Й. Солтанов. Ғәлимә дөрҫ-дөрҫ типкән йөрәге тауышына ҡолаҡ һалды. Т. Ғарипова.
ДӨРҪЛӘП р. ҡар. дөрҫ-дөрҫ. ■ [Нәфисәнең] куҙҙәренә тулған куҙ йәше бар донъяны томаланы, дөрҫләп типкән йөрәгенең хәле бөттө. Р. Ураҙғолов.
ДӨРҪЛӘҮ (дөрҫлә-) (Р: грохотать; И.: roll, rumble; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дөрҫ тигән тауыш сығарыу □ Грохотать. Дөрҫләп тибә йөрәгем. Дөрҫләп аға ағастар.
ДӨРҪ ТӘ ДАРҪ оҡш. ҡар. дөрҫ-дарҫ.
ДӨРҺ оҡш. ҡар. дөрҫ.
ДӨРҺӨЛДӘТЕҮ (дөрһөлдәт-) (Р: грохотать; И.: produce a bang; T.: takırdamak) ҡ.
Дөрҫ иткән көслө тауыш сығарыу, дөрҫ итеү. □ Издавать грохот, грохотать, гулко ударять, гулко стучать. Урмансылар дөрһөлдәтеп ағас ауҙара башланылар.
ДӨРҺӨЛДӘҮ (дөрһөлдә-) (Р: издавать грохот; И.: make a booming sound; T.: takırdamak) ҡ.
1. Дөрҫ-дөрҫ итеү, дөрҫ-дөрҫ килеү. □ Издавать грохот, грохотать, гулко ударять, гулко стучать. ■ Һәм ҡапыл, аяҙ куктән дөрһөлдәгән кукрәу, ҡара төндө ҡап уртаға ярған йәшен кеуек, [Әйуптең] зиһенендә шул исем йәшнәне — Хәтирә! Т. Ғарипова. Яҡын ғына, ҡолаҡ төбөндә генә береһе артынан икенсеһе, өсөнсө залп дөрһөлдәне. А. Таһиров. Ботаҡ һынып китә лә, айыу дөрһөлдәп барып ергә төшә. Әкиәттән.
2. кусм. Йыш-йыш итеп ныҡ, ҡаты һуғыу (йөрәк тибеше тураһында). □ Бить часто и громко (о сердце). ■ Ғөбәйҙуллин тынысланды, дөрһөлдәп типкән йөрәк тибеше тигеҙләнде, әлегәсә етмәгән ышаныслы көс өҫтәлгәндәй итте. Я. Хамматов.
ДӨРҺӨЛДӘШЕҮ (дөрһөлдәш-) ҡ. урт. ҡар. дөрһөлдәү, взаимн. от дөрһөлдәү. Дөрһөлдәшеп сығып киттеләр.
ДӨРӘ и. диал. ҡар. тына. Бер дөрә эшләп алыу. Бер дөрә ял итеу.
ДӨРӘН и. диал. ҡар. төрән.
ДӨХ [фарс. j^] (Р: женщина; И.: woman, female; T.: kız) и. иҫк. шаяр.
443