ДРАМАТУРГИЯ
2. әҙ. Шул төрҙәге етди эстәлекле әҫәр (комедия һәм трагедиянан айырылып тора). □ Драма. Мостай Кәрим драмалары. S [Ғата] тормош дөроҫлөгөнә әҙ генә лә хилафлыҡ килтермәү осон, был осраҡта сәнғәттең иң мөбәрәк, иң бейек дәрәжәле төрө — драмаға мөрәжәғәт итергә тейеш ине. Ә. Хәкимов. Тәүге драма әҫәре «Ашҡаҙар» пьесаһын яҙғанда, мәҫәлән, ул [М. Буранғолов] төрлө урындарҙа ишеткән мәшһүр «Ашҡаҙар» йырының фажиғәле тарихын файҙалана. И. Бүләков.
3. күсм. кит. Ауыр ҡайғылы, фажиғәле хәл. □ Драма. Ғаилә драмаһы. Драма кисереү.
ДРАМАЛАШТЫРЫЛЫУ (драмалаш-тырыл-) ҡ. төш. ҡар. драмалаштырыу. страд, от драмалаштырыу.
ДРАМАЛАШТЫРЫУ (драмалаштыр-) (Р.: театрализовать; И.: dramatize; T.: sahneye uyarlamak) ҡ.
1. Драмаға, сәхнә әҫәренә әйләндереү.
□ Театрализовать.
2. күсм. Драмаға (3) әйләндереү. □ Драматизировать. Ваҡиғаны драмалаштырыу.
3. күсм. Тормошто киҫкенләштереү.
□ Драматизировать.
ДРАМАЛЫ (Р.: драматичный; И.: dramatic; T: dramatik) с.
1. Драма менән характерланған. □ Драматичный. Драмалы ваҡиға.
2. Ҡылансыҡ, яһалма. □ Драматичный. Драмалы ҡылыҡ.
3. Ауыр, ҡыйын, көсөргәнешле. □ Драматичный. Бигерәк драмалы хәл.
ДРАМАЛЫЛЫҠ (драмалылығы) (Р: драматичность; И.: dramaticality; T: dramatik) и.
Нимәнеңдер драмалы булыу, нимәләлер драма булыу кимәле. □ Драматичность. Драмалылыҡхас. Драмалылығы нисек булыр?
ДРАМАТИЗМ [рус.] (Р: драматизм; И.: dramatic effect; T: dramatik) и.
1. Драмаға хас көсөргәнешлек. □ Драматизм. Н Эпостарҙағы драматизм элементтары «этнографик пьесалар» исеме менән йөрөгән әҫәрҙәргә әүҙем йоғонто яһаны.
К. Әхмәтйәнов. Күп бәйеттәр һалдаттың башынан үткәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләүе, төрлө драматик, трагик тамашаларҙы ентекле хикәйәләүе менән киң эпик ҡолас ала, драматизм, трагизм менән тәрәнерәк һуғарыла. М. Сәғитов.
2. күсм. кит. Хәл-ваҡиғаның көсөргәнешлеге, ауырлығы; ҡайғылы, ғазаплы кисерештәр. □ Драматизм. Яҙмыштың драматизмы. Драматизмға ҡоролған пьеса.
ДРАМАТИК (Р: драматический; И.: drama; dramatic; T: dramatik) с.
1. Драма рәүешендәге, сәхнә өсөн ижад ителгән. □ Драматический. Драматик амплуа.
2. күсм. кит. Ауыр кисерешле, көсөргәнешле. □ Драматический. Драматик юл. ■ Һәҙиә Дәүләтшинаның ижады — халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең өлгөһө. Үҙе бер һоҡландырғыс поэма булып яңғыраған был оло ғүмерҙең драматик юлы һаман да асыҡланып бөтмәгән әле. М. Минһажетдинов.
ДРАМАТИКЛЫҠ (драматиклығы) ҡ. ҡар. драмалылыҡ.
ДРАМАТУРГ [рус.] (Р: драматург; И.: playwright; T.: oyun, tiyatro yazarı) и.
Драма, сәхнә әҫәре ижад итеүсе, яҙыусы. □ Драматург. Мәшһүр драматург. М [Иҙеүкәй менән Мораҙым] драматург ижадының уңышын кәүҙәләндергән, милли драматургияның ҡаҙанышын билдәләгән әҫәрҙәрҙән. И. Бүләков. Аҙмы ни маҡсатына тоғро кешеләр? Шекспирҙың драматург булғыһы килгән, бик теләгәс, булған. Т. Ғарипова.
ДРАМАТУРГИК (Р: драматургический; И.: associated with dramatics; T.: dramatürji) c.
Драматургияға мөнәсәбәтле. □ Драматургический. ■ «Карағай үҙәк бәйете», нигеҙҙә, диалогҡа ҡоролоуы менән драматургик жанр формаларына тартыла. М. Сәғитов.
ДРАМАТУРГИЯ [рус. < гр. dramaturgia] (Р: драматургия; И.: dramatics, dramaturgy; T.: dramatürji) и.
1. Драма әҫәрҙәре яҙыу теорияһы һәм сәнғәте. □ Драматургия. Әҙәби жанр булараҡ драматургия. К Ул [М. Өмөтбаев] башҡорт
445