Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 446 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДРАМТҮҢӘРӘК
драматургияһы формалашырының тәуге йылдарында тотош бер тематик-стиль йунәлешен барлыҡҡа килтерә. И. Бүләков.
2. йыйн. әҙ. Драма әҫәрҙәре йыйылмаһы (ниндәйҙер яҙыусының, халыҡтың, осорҙоң һ. б. драматик әҫәрҙәре). □ Драматургия. Хәҙерге драматургия.
ДРАМТҮҢӘРӘК (драмтүңәрәге) (Р.: драматический кружок; И.: amateur theatre circle; T: amatör oyuncu topluluğu) и. һөйл.
Драма түңәрәге. □ Драматический кружок. Драмтуңәрәккә йөрөу.
ДРАНЪЯ [рус. драньё] и. ҡар. транса. Дранья менән ябылған ҡыйыҡ.
ДРАП (драбы) [рус. < фр. drape] (Р.: драп; И.: thick woollen cloth; T.: kalın yünlü kumaş, dırap) u.
Тышҡы өҫ кейеме һ. б. өсөн ҡулланылған ҡалын, беше йөн туҡыма. ■ Өҫтәлдә башҡа нәмәләр юҡ, бары, йоҡлаған һарыҡ шикелле, бөгәрләнеп ташланған тун һәм бәрхәт яғалы, яҡшы драптан тектерелгән пальто ята. Ғ. Хәйри. [Сергей эргәһендәге кешенең] өҫтөндә өр-яңы ҡыҫҡа драп пальто, затлы каракул бурек. А. Абдуллин.
ДРАПИРОВКА [рус.] (Р: драпировка; И.: drapery; T.: örtme, süsleme) и.
1. Скульптурала, һынлы сәнғәттә күрһәтелгән, төшөрөлгән туҡымалар. □ Драпировка. Драпировка ҡулланыу.
2. Биналарҙы, йорттарҙы биҙәү, бүлеү өсөн ишеккә, тәҙрәгә, стенаға, түшәмдәргә эленгән туҡыма. □ Драпировка. Матур драпировка. Ҡиммәтле драпировка элеу.
ДРАХМА [рус. < гр. drachma ‘ус’] (Р: драхма; И.: drachm(a); T.: drahmi) и.
1. Грецияла аҡса берәмеге. □ Драхма. Ике драхма. Бер драхма 100 лептҡа тиң.
2. Метрик система индерелгәнгә ҡәҙәр ҡулланылған 3,73 грамға тигеҙ дарыуха-на үлсәүе берәмеге. □ Драхма. Бер драхма онтаҡ.
ДРЕЗИНА [рус. < нем. Draisine ‘немец уйлап табыусыһы К. Ф. Дреза фамилияһынан’] (Р: дрезина; И.: trolley; T.: drezin) и.
Яҡын араларҙа төрлө йомоштар үтәү өсөн ҡулланылған тимер юл арбаһы. □ Дрезина. Дрезина менән барыу.
ДРЕЙФ [рус. < гол. drijven ‘ҡыуыу’] (Р: дрейф; И.: drift; T.: sürüklenme) и.
1. Хәрәкәт итеп барған карап, самолёт -тың ел йәки һыу ағымы арҡаһында йүнәлешен үҙгәртеүе. □ Дрейф. Дрейфҡа ятыу.
2. Һыу өҫтөндәге нәмәләрҙең (боҙ, карап кеүек) ел йәки һыу ағымы ыңғайына йөҙөп йөрөүе. □ Дрейф. Дрейфтағы боҙ.
ДРЕЛЬ [рус. < нем. Drell] (Р.: дрель; И.: drill; T.: matkap) и. тех.
Тишек тишкәндә бырауҙы һ. б. ҡорамалдарҙы әйләндерә торған механизм. □ Дрель. Пневматик дрель. Дрель патроны.
ДРЕНАЖ [рус. < фр. drenage < ингл. drain ‘һыу торбаһы’I (Р: дренаж; И.: drainage; T: drenaj) и.
1. тех. Канау һәм торбалар үткәреп, һаҙлыҡтарҙы киптереү эше һәм шул торбалар, канауҙар үткәреп, һаҙлыҡтарҙы киптереү системаһы. □ Дренаж. Дренаж машинаһы. Дренаж эштәре. ■ Тап дренаж бигенә урелгәндә генә — шартлау, авария. X. Зарипов.
2. мед. Тишекле көпшә, марля һ. б. ярҙамында яранан эрен һ. б. сығарыу ысулы. □ Дренаж. Капилляр дренаж. Дренаж көпшәһе.
3. мед. Эрен, һүлде ағыҙыу өсөн тәнгә, яраға индереп ҡуйыла торған резина йәки быяла көпшә. □ Дренаж. Дивер дренажы. Шеш дренажы.
ДРЕНАЖЛАУ (дренажла-) (Р.: дренировать; И.: drain; T: drene etmek) ҡ.
1. тех. Дренаж (1) менән киптереү (һаҙлыҡ һ. б. ерҙәрҙе). □ Дренировать. Яҡшы дренажланған ер.
2. мед. Дренаж (2) ысулы менән яранан, шештән эрен һ. б. һурҙырыу. □ Дренировать. Дренажлап таҙартыу.
ДРЕНАЖ ЯҺАУ (дренаж яһа-) ҡ. ҡар. дренажлау.
ДРЕССИРОВКА [рус] и. һөйл. ҡар. өйрәтеү 2. Дрессировка алымдары.
446