ДУБЫР СЫҒЫУ
ДРЕССИРОВЩИК (дрессировщигы) [рус.] и. ҡар. хайуан өйрәтеүсе. Дрессировщик булып эшләу. Айыуҙар дрессировщигы.
ДРОБИЛКА [рус.] и. һөйл. ҡар. ваҡ-лағыс. Бойҙай дробилкаһы.
ДРУЖИНА [рус.] (Р.: дружина; И.: squad, group; T.: takım) и.
1. иҫк. Ниндәйҙер бер маҡсат менән ойошҡан ирекле төркөм, отряд. □ Дружина. Янғын һундереу дружинаһы.
2. тар. Кенәз ғәскәренең төп нигеҙен тәшкил иткән, кенәз-феодалдың шәхси хужалығы һәм кенәзлеге менән идара итеүҙә ҡатнашҡан ҡораллы төркөм. □ Дружина. Кенәз дружиналары.
3. тар. Элекке Рәсәйҙә ополчениелағы ғәскәр төркөмө, ғәскәр бүлеге. □ Дружина. Дружина һалдаттары.
ДРУЖИНАСЫ [рус. дружинник] (Р: дружинник; И.: man-at-arms; T.: gönüllü asayiş ekibi üyeleri) и. тар.
Дружина ағзаһы булған, дружинала торған кеше. □ Дружинник. Дружинасылар отряды.
ДУАЛИЗМ [рус. < лат. dualis < duo ‘ике’] (Р: дуализм; И.: dualism; T.: ikicilik) и. фәлс.
1. Донъяның нигеҙендә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған материаль һәм идеаль башланғыс (материя һәм рух) ята тип ҡараған философик тәғлимәт; киреһе — монизм. □ Дуализм. Дини дуализм. Дуализм тәғлимәте.
2. кит. Икегә айырылғанлыҡ, нимәнеңдер ике төрлөлөгө. □ Дуализм. Йән дуализмы. Дуализм куренеше.
ДУАЛИСТ [рус.] (Р: дуалист; И.: dualist; T.: ikici) и.
Дуализм (1) яҡлы кеше. □ Дуалист. / Дуалистический. Дуалист фәлсәфәһе. Дуалистар менән монистар бәхәсе.
ДУАЛИСТИК (Р: дуалистический; И.: dualistic; T.: ikici) с.
Дуализмға хас. □ Дуалистический. Дуалистик мифтар. Дуалистик легендалар. Дуалистик реализм. Дуалистик фекер.
ДУБЛЕТ [рус. < фр. doublet < double ‘ике’] (Р: дублет; И.: duplicate; T.: çift) и.
Бер төрлө нәмәнең икенсе данаһы. □ Дублет. Фотоһурәттең дублеты.
ДУБЛЁР [рус. < фр. doubleur] (Р: дублёр; И.: double, substitute; T.: dublör) и.
1. Икеһе бер төрлө эш башҡарған һәм кәрәк ваҡытта береһе икенсеһен алмаштыра алған; алмаш. □ Дублёр. Дублёр ярҙамында.
2. Театрҙа, кинофильм сәнғәтендә ролдең башҡарыусыһын алмаштырған артист. □ Дублёр. Төп ролдең дублёры.
3. Фильмды тәржемә иткәндә тексты бер телдән икенсе телгә әйләндерел һөйләүсе артист. □ Дублёр. Оҫта дублёр.
ДУБЛИКАТ [рус. < лат. duplicatus ‘икеләтә арттырылған’] (Р: дубликат; И.: duplicate; T: ikinci nüsha) и.
Документтың, әйберҙең төп нөсхә менән тура килгән күсермәһе. □ Дубликат. Дипломдың дубликаты. Асҡыстың дубликаты.
ДУБЛЬ [рус. < фр. double ‘икеләтә’] (Р: дубль; И.: take; T: film resmi) и.
1. Фильмдағы эпизодты ҡабаттан төшөрөү. □ Дубль. Өсөнсө дублде төшөрөу.
2. Нимәнеңдер икенсе экземпляры; дубликат. □ Дубль. Асҡыстың дублен эшләтеу.
3. спорт. Төп команданың резервы булып торған запас команда. □ Дубль. Дубль командала уйнау.
4. спорт. Икеләтә еңеү. □ Дубль. Фигуристарҙың еңеу дубле.
5. муз. Музыка терминдары составында ҡулланыла. □ Дубль. Дубль-бемоль -тауыштың ике ярым тонға кәмеуен белде-peyce билдә.
ДУБЛЯЖ [рус. < фр. doublage] (Р: дубляж; И.: dubbing-in; T: sözlendirme, dublaj) и.
Берәй телдә сығарылған тауышлы кинофильмдың тауыш өлөшөн икенсе телгә күсереп сығарыу эше. □ Дубляж. Сериалдың дубляжы.
ДУБЫР СЫҒЫУ (Р: вечерние посиделки молодёжи; И.: evening get-togethers of the youth; T.: gençlerin gece partileri) и. диал.
447