ДУҒА
Киске уйынға йөрөү, аулаҡҡа йөрөү.
□ Вечерние посиделки молодёжи. Күрше ауылға дубыр сығыу.
ДУҒА I [рус. дуга} (Р.: дуга; И.: shaft bow; T.: boyunduruk) и.
1. Ике тәртәне ҡамытҡа бәйләп нығытыу өсөн ике яҡ осо ҡамыт бауына кейҙерелеп ҡуйыла торған, ағастан бөгөп яһалған ат егеү ҡорамалы. □ Дуға. ■ Алыҫтарҙан, ат ебәреп, ҡунаҡтар алдырғандар. Ул бара торған аттарға ҡыңғырауҙар, дуғаның бер яғына ҡыҙыл, икенсе яғына йәшел флагтар тағылған. И. Насыри. Ҡарама ла дуға, эй, тал дуға — тал дуғалар килмәй тартыуға. Халыҡ йырынан. Атын алғас, дуғаһын да ҡалдырмайым инде, тип, алтын дуғаға то-тоноуы була, ҡыңғырауы шылтырап китеүе була. Әкиәттән. • Ояңа ҡарап, ҡанат ҡаҡ, дуғаңа ҡарап, ҡыңғырау таҡ. Әйтем.
2. Дуға һымаҡ бөгөлөп торған, дуға рәүешендәге нәмә. □ Дуға. Йәйғор дуғаһы. ■ Ҡар ҡалын ғына быйыл, ағастарҙың аҫҡы ботаҡтарын эйелтеп, ергә ҡуша баҫҡан, нәҙегерәк ағастарҙы дуға кеүек итеп боккән дә остарын, өшомәһен тигән кеүек, үҙенең ҡуйынына ҡаушырған. Н. Мусин.
3. мат. Түңәрәктең йәки кәкре һыҙыҡтың ниндәй ҙә булһа ике нөктәһе араһындағы өлөшө. □ Дуға. Дуғаның оҙонлоғо.
4. һөйл. Атлы кешеләрҙе иҫәпләү берәмеге. □ Единица обоза. ■ Былар ҡырҡ дуға булып юлға сығып киттеләр, ти. Әкиәттән.
5. этн. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың һанын иҫәпләү берәмеге (ғәҙәттә, бер пар ғаилә).
□ Единица подсчёта приглашённых гостей (одна пара). Биш дуға ҡунаҡ. ■ Тойғон ҡарт, үҙенең туғандары менән бер нисә дуға ҡунаҡ булып, өс көн, өс төн ҡыҙҙың атаһына киләләр. Әкиәттән.
6. миф. Ен-пәрейҙәрҙе ҡыуыу көсөнә эйә әйбер. □ Дуга. Дуға ҡуйыу.
♦ Дуға бөгөү 1)ныҡ өшөү. □ Сильно мёрзнуть; 2) ныҡ асығыу. □ Сильно проголодаться. Дуға менән бесән сабыу 1) ваҡытында бесән әҙерләмәү. □ Вовремя не го
товить сено; 2) ни тураһында һүҙ барыуын аңламау. □ соотв. Попасть пальцем в небо.
ДУҒА II (Р.: дугообразный; И.: shaft bow; T: eğmeç) с.
Дуғаға оҡшап торған. □ Дугообразный, похожий на дугу. Дуға муйынлы am.
ДУҒАҘАҠ (дуғаҙағы) и. зоол. ҡар. туғаҙаҡ.
ДУҒАЛАНДЫРЫЛЫУ (дуғаландырыл-) ҡ. төш. ҡар. дуғаландырыу, страд, от дуғаландырыу. Дуғаландырылған ҡаштар.
ДУҒАЛАНДЫРЫУ (дуғаландыр-) (Р.: придавать форму дуги; И.: shape into an arch; T: boyunduruk şekline getirmek) ҡ.
Дуға һымаҡ итеп бөгөү, дуға кеүек итеү. □ Придавать форму дуги. Муйындарын дуғаландырған. Ҡаштарын дуғаландырып һыҙған. ■ Бәләкәй һарайғыр, һуғышсыларын һөжүмгә алып барған батыр кеүек, ҡара бөҙрә ялын елберләтеп, муйынын дуғаландырып алдан бара. Н. Мусин.
ДУҒАЛАНЫУ (дуғалан-) (Р: принимать форму дуги; И.: curve as an arc; T: yay şekline girmek) ҡ.
Дуға һымаҡ булып бөгөлөү, дуға һымаҡ булыу. □ Принимать форму дуги, изгибаться дугой. Йылға дуғаланып аға. Ағас дуғалана башлаған. Дуғаланып киткән ҡаштар. ■ [Дәүрәндең]икеһе бергә ҡушылып, дуғаланып һынған ҡаштары яҙылды, йәмһеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ә. Хәкимов. Менә-үәрәнең йөҙөнә ҡурҡыу йүгерҙе, ҡап-ҡара ҡаштары дуғаланды. Н. Мусин. Тәүҙә уның ҡаштары дуғаланды, унан күҙҙәре ҙурая башланы, ә ҡырлас танауы тағы ла алғараҡ сыҡҡандай булды. М. Хужин.
ДУҒАЛАТЫУ (дуғалат-) ҡ. йөкм. ҡар. дуғалау. понуд. от дуғалау.
ДУҒАЛАУ (дуғала-) (Р: придать форму дуги; И.: impart an arc shape; T.: yay şekline getirmek) ҡ.
Дуға формаһын биреү. □ Придать форму дуги.
ДУҒАЛЫ (Р: имеющий дугу; И.: arched; T.: yaylı) с.
448