Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 449 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДУМБЫРА
1. Дуғаһы бар, дуға кейҙерелгән.
□ Имеющий дугу, с дугой. Дуғалы аттар. ■ Яҡын барһаң, арыштарҙың төптәре, ҡамылдары алһыу, башаҡтары бер ҡарыш оҙон, дуғалы атты күмәләр. А. Таһиров.
2. Дуға (I, 5) менән иҫәпләнгән. □ Подсчитанный количеством дуги (одна пара гостей). Биш дуғалы ҡунаҡ. ■ Ғүмәр ауылынан, килен яғынан, нисә дуғалы ҡунаҡ килеүен, уларҙы һыйлау өсөн күпме мал һуйылғанын — энәһенән ебенә тиклем барлап, һипләп сыҡты [ҡарт]. Ж. Кейекбаев.
3. Дуға формаһын алыу. □ Дугообразный. • Тыуған ай дуғалы булһа, дауыл була. һынамыш.
ДУҒАЛЫҠ I (дуғалығы) (Р.: материал, приготовленный для изготовления дуги; И.: stuff meant to make a shaft bow; T.: yaylık) и.
Дуға бөгөү өсөн әҙерләнгән материал.
□ Материал, приготовленный для изготовления дуги. Дуғалыҡтарҙы киптерергә ҡуйыу.
ДУҒАЛЫҠ II (Р: подходящий для изготовления дуги; И.: fit for making shaft bows; T: yaylık) c.
Дуға бөгөү өсөн яраҡлы. □ Подходящий для изготовления дуги. Дуғалыҡ ҡайын.
ДУҒАСЫ (Р: мастер по изготовлению дуг; И.: shaft bow making craftsman; T: boyundurukçu) и.
Дуға эшләүсе, яһаусы, дуға бөгөүсе.
□ Мастер по изготовлению дуг. Дуғасылар юҡ кимәлдә. Оҫта дуғасы.
ДУҒАҺЫҘ (Р. без дуги; И.: with no shaft bow; T: boyunduruksuz) c.
Дуғаһы булмаған. □ Без дуги. Дуғаһыҙ егелгән am.
ДУҒЫН и. диал. ҡар. туғын.
ДУДАҠ I (дудағы) [төрки] (Р: губы; И.: lips; T.: dudak) и. иҫк. кит.
Ирен. □ Губы. ■ Булһа ауыҙың тешһеҙ, ни файҙа шул дудаҡтарҙан? М. Өмөтбаев.
ДУДАҠ II (дудағы) и. зоол. диал. ҡар. туғаҙаҡ.
ДУЛАУ (дула-) ҡ. диал. ҡар. тулау. • Себен, дулап, тәҙрә ватмаҫ, сәпсек, дулап, кәртә
емермәҫ. Әйтем. Тәртә, дулап, ат булмаҫ, ҡатын, дулап, ир булмаҫ. Әйтем.
ДУМА [рус.] (Р: Дума; И.: Duma, council; Т.: Duma) и.
Рәсәйҙә закон сығарыу органы. □ Дума. Дәүләт Думаһы депутаты. Баярҙар думаһы.
ДУМАСЫ (Р: член Думы; И.: Duma member; T: Duma vekili) и.
Дума ағзаһы. □ Член Думы. Думасылар ултырышы.
ДУМБАЙ I (P: зебра; И.: zebra; T: zebir) и. зоол.
1. Буй-буй аҡлы-ҡаралы төҫтәге ҡырағай Африка аты. □ Зебра (лат. Hippotigris).
2. этн. Айыуҙың табу исеме. □ Думбай (табуированое имя медведя). Думбай ағай. Думбай менән осрашыу. Урманда думбай күреү.
ДУМБАЙ II (Р: неповоротливый; И.: unwieldy; T.: hantal) с.
Ауыр һөйәкле, һүлпән, мыштыр. □ Неповоротливый, нерасторопный. Думбай булыу.
ДУМБЫЙ (Р: довольно сносный; И.: not bad, good enough; T.: oldukça iyi) р. диал.
Арыу уҡ. □ Довольно сносный, хороший, неплохой. Думбый үҫеп еткән.
ДУМБЫРА (Р: домбра; И.: dombra (Turkic stringed folk instrument)', T: çalgı) и. муз.
1. Ҡайһы бер төрки халыҡтарында сир-теп уйнай торған оҙон тотҡалы ҡыллы музыка ҡоралы. □ Домбра. Думбыра сиртергә өйрәнеү. Өс ҡыллы думбыра. ■ Иртәксе думбыра менән инеш яһаны ла ошо Асылыкүл буйҙарында таралған Заятүләк менән һыу батшаһының ҡыҙы һыуһылыуҙың мөхәббәте тураһындағы иртәктең юлдарын теҙеп алып китте. К. Мәргән. Даланы думбыра сыңы, аҡын һамағы ҡапланы. Ғ. Хөсәйенов. Һабрау, кон буйы ҡурай тартып, думбыра сир-теп, йәштәрҙең күңелен асты. Ә. Хәкимов. [Нығытма ҡороуға сығарылған халыҡ] ашап туйып алғас, бер ерҙә ҡурай тарта, икенсе урында думбыра сиртә башлай. 3. Ураҡсин.
2. миф. Ҡурсалау, яҡшы рухтарҙы саҡырыу көсөнә эйә булған мифлаштырылған
15- 1.0116.12
449