Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 450 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДУМБЫРАСЫ
музыка ҡоралы. □ Домбра. Изге рухты думбыра менән саҡырыу.
ДУМБЫРАСЫ (Р.: домбрист; И.: dombra player; T.: çalgıcı) и.
1. Думбырала уйнаған кеше. □ Домбрист. Думбырасы көйө. ■ Маҡталыуҙан дәртләнгән думбырасы егет, тетрәткес көй сығарған ҡылдарға сиртеуҙән туҡталмайынса, Аҡмулла сығарған шиғырҙы көйгә һалып һамаҡланы. Я. Хамматов. Майҙанды ташлап китә алмаған халыҡ йыйынды башлап ебәреусе думбырасы байғоштоң көйлө әйтемдәрен йотлоғоп тыңлай ине. К. Мәргән. Тыңлаусылар .. «Тиҫкәре ҡыпсаҡта ла ошондай оҫта думбырасы булыр икән, әй!» — тип алҡышлап өлгөрмәне, Һабрау, Йылҡыбайҙың тегеләргә бармаҡ янауын курмәмешкә һалышып, йырлап ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
2. Думбыра эшләүсе оҫта. □ Домбрист. Оҫта думбырасы яһаған думбыра.
ДУМБЫУ (думбы-) ҡ. диал. ҡар. тум-быу. Аяҡтары думбыған.
ДУНАЛА и. бот. диал. ҡар. энәлек. Ду-нала йыйыу. Дунала йөрәккә яҡшы.
ДУҢҒЫҘ I [боронғо төрки тоңуз\ (Р.: свинья; И.: pig, swine; T.: domuz) и.
1. Хужалыҡта ит, май, тиреһе өсөн аҫралған ҡыҫҡа аяҡлы, тотош кәүҙәле, томшоғо алға һуҙылып торған, айыры тояҡлылар ғаиләһенә ҡараған һөтимәр хайуан; сусҡа. □ Свинья (лат. Suidae). Дуңғыҙ аҫрау. Дуңғыҙ һуйыу. • Донъя малы — дуңғыҙ ҡаны. Мәҡәл.
2. Тыңлауһыҙ, тәртипһеҙ кешегә ҡарата әрләп әйтелә. □ Бранное слово по отношению к человеку. ■ «Үәт дуңғыҙ!» — тип иркен тын тартып, Әхтәм тыныслана тошто. Ә. Хәкимов. Дуңғыҙ балалары... дуңғыҙ балалары... Атаны йугәнләргә теләгән балаларҙы кемдең кургэне бар икән?! Ғ. Хәйри. • Дуңғыҙға эйәргән — батҡаҡҡа аунаған. Әйтем. Ил аулаҡ булһа, дуңғыҙ тубәгә менә. Мәҡәл.
♦ Дуңғыҙҙан бер бөртөк ҡыл һаран кеше тураһында әйтелә. □ О скупом человеке. доел. От свиньи одна шерсть.
ДУҢҒЫҘ II (Р: горизонтальная часть печной трубы; И.: chimney’s horisontal part; T.: hava bacasının yatay kısmı) и. диал.
Мөрйәнең горизонталь өлөшө. □ Горизонтальная часть печной трубы.
ДУҢҒЫҘ АЙРАУЫҒЫ и. бот. ҡар. айрауыҡ.
ДУҢҒЫҘ БӘШМӘГЕ (Р: свинушка; И.: paxillus; Т: paxillus) и.
Бәшмәк төрө. □ Свинушка (лат. Paxillus).
ДУҢҒЫҘ ЙЫЛЫ (Р.: год свиньи;
И.: Year of the pig; T.: Domuz yılı) и. астр.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең ун икенсе йылы.
□ Год свиньи. Дуңғыҙ йылында тыуғандар.
ДУҢҒЫҘСЫ Л ЫҠ (дуңғыҙеылығы) (Р: свиноводство; И.: pig breeding; T: domuz yetiştiriciliği) и.
Ауыл хужалығында дуңғыҙ менән шөғөлләнгән тармаҡ. □ Свиноводство. Дуңғыҙ-сылыҡ менән шөғөлләнеу.
ДУҢҒЫЛДАҠ (дуңғылдағы) и. диал. ҡар. дуңғырлаҡ. Дуңғылдаҡ тауышы.
ДУҢҒЫР (Р: подражание громыханию, грохоту; И.: lumber; roll; T: gümbür) оҡш.
Ҙур ҡыңғырау, ағас һауыт-һаба ҡағылып-һуғылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание громыханию, грохоту (например, телеги или звону ботала). Дуңғыр тигән тауыш ишетелә.
ДУҢҒЫР-ДУҢҒЫР (Р: подражание многократному звуку грохота, громыхания; И.: lumber; roll; T.: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дуңғыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку грохота, громыхания. Ат арбаһы дуңғыр-дуңғыр килә.
ДУҢҒЫРЛАҠ I (дуңғырлағы) (Р: колокольчик; И.: handbell; T.: küçük çan) и.
Малдың муйынына таға торған ҙур ҡыңғырау. □ Колокольчик, ботало. Дуңғырлаҡ тауышы.
ДУҢҒЫРЛАҠ II (Р: гремящий; И.: clanking; rattling; T.: gürültülü) с.
Дуңғыр иткән. □ Гремящий, громыхающий. Дуңғырлаҡ арба.
450