Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 451 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДУРЫЯ
ДУҢҒЫРЛАТЫУ (дуңғырлат-) (Р.: звенеть; И.: make ring; T.: çıngırdamak) ҡ.
Дуңғыр-дуңғыр иттереү. □ Звенеть, греметь, громыхать. Биҙрәләрҙе дуңғырлатыу.
ДУҢҒЫРЛАУ (дуңғырла-) (Р.: греметь;
И.: rumble; T.: gürüldemek) ҡ.
Дуңғыр-дуңғыр итеү. □ Греметь, громыхать. Дуңғырлығы сығарыу.
ДУҢҒЫРЛАШЫУ (дуңғырлаш-) (Р: греметь, звенеть; И.: clank; T.: gürüldeşmek) ҡ.
Бер нисә нәмәнең бергә дуңғыр тигән тауыш сығарыуы. □ Греметь, звенеть. Йылҡы малдарының муйынында дуңғырлаҡтары дуңғырлашты.
ДУҢҠ (Р.: подражание звуку удара большим тяжёлым предметом о большой предмет; И.: thud; T.: güm) оҡш.
Ҡаты әйбергә тос нәмә менән һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку удара большим тяжёлым предметом о большой предмет. Дуңҡ тигән тауыш сыға. ■ Ырыҫҡол, тештәрен ҡыҫып, суместәй йоҙроғон асыу менән тубығына дуңҡ иттереп төшөрҙө. 3. Ураҡсин.
ДУҢҠ-ДУҢҠ (Р: подражание многократному звуку удара большим тяжёлым предметом о большой предмет; И.: sound imitative word; T.: güm) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дуңҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку удара большим тяжёлым предметом о большой предмет. Дуңҡ-дуңҡ килтереу.
ДУҢҠЫЛДАТЫУ (дуңҡылдат-) (Р: звенеть; И.: ring; clank; T.: tangırdamak) ҡ.
Дуңҡ-дуңҡ иттереү, дуңҡ-дуңҡ килтереү. □ Звенеть, греметь. ■ Егетҡалаҡапҡаларын [балта, сукеш менән] дуңҡылдатып һуғып йөрөгән була. Әкиәттән.
ДУҢҠЫ Л ДАУ (дуңҡылда-) (Р: звенеть, греметь; И.: jingle; T.: tangırdamak) ҡ.
Дуңҡ-дуңҡ итеү, дуңҡ-дуңҡ килеү. □ Звенеть, греметь.
ДУҢҠЫРАҠ (дуңҡырағы) и. диал. ҡар. дуңғырлаҡ.
ДУПҠА ҺУҒЫУ (дупҡа һуҡ-) ҡ. ҡар. дуплау.
ДУПЛАНЫУ (дуплан-) ҡ. төш. ҡар. дуплау, страд, от дуплау.
ДУПЛАТЫУ (дуплат-) ҡ. йөкм. ҡар. дуплау, понуд. от дуплау.
ДУПЛАУ (дупла-) (Р: дубить; И.: tan; T.: sepilemek) к.
Тирене махсус шыйыҡсаға һалып иләү. □ Дубить. Һарыҡ тиреһен дуплау.
ДУПЛАУСЫ (Р: дубильщик; И.: tanner; T: sepici) и. һөйл.
Тире иләүсе. □ Дубильщик. Дуплаусы эше. Дуплаусы һәнәре.
ДУПЛЕТ [рус.] (Р: дублет; И.: doublet; T: eşil) и.
Ике кәбәкле мылтыҡтың ике көбәгенән дә бер юлы атыу. □ Дублет. ■ Дуплет менән атҡанды ишеткәйнем. Картотека фондынан.
ДУПЛЫ (Р: дублёный; И.: tanned; T: sepili) с. һөйл.
Дупҡа һуғылған; иләнгән. □ Дублёный.
■ Шәрғиә дуплы билтәк тунының кеҫәһенә бер ус ҡағыҙлы кәнфит һалды ла сыр-сыулап тауҙан сана шыуған бала-саға янына китте. Ә. Хәкимов.
ДУР с. диал. ҡар. ҙур 5. Дур малай.
ДУРАЙЫУ (дурай) ҡ. диал. ҡар. ҙурайыу 3.
ДУРАК (дурагы) [рус.] (Р: дурак; И.: ninny; dunce; T: ahmak) и. һөйл.
Ахмаҡ, иҫәр. □ Дурак. ■ Бында торған мин дурак, уның [Фәрйәнең] егеттәре юҡ тиһенме ни... Н. Мусин. Немец тигәс тә, дурак тугел бит, бер Әхмәҙиә өсөн ни эшләп шул тиклем танкыһын яндыртып ятһын? Р. Солтангәрәев. [Юлдаш — Әхтәмгә:] Үпкәләй ҡалһаң инде, биғәйбә, дурак булып сығаһың... Ә. Хәкимов.
ДУРАКЛАНЫУ (дураклан-) (Р: дурачиться; И.: fool about; T: şaka yapmak) ҡ. һөйл.
Ахмаҡланыу, иҫәрләнеү. □ Дурачиться.
■ Фәриҙә саҡ-саҡ «дуракланып» тип ыскындырманы. Амантаев барыбер аңлап алды. Р. Солтангәрәев.
ДУРЫЯ и. бот. диал. ҡар. имән сәтләүеге. Дурыя йыйыу.
15*
451