Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 452 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДУСАР
ДУСАР [фарс. 7-ҙД (Р.: оказавшийся в каком-л. положении; И.: suffering (smth); T.: maruz) c.
Ниндәйҙер бер хәлгә төшкән, юлыҡҡан.
□ Оказавшийся в каком-л. положении. ■ Полковниктың шаҡ ҡатырғыс ихтыяр косо, шундай фажиғәле яҙмышҡа дусар булып та, үҙен ҡулда тотоуы Интизарҙы .. бөтөнләй аяғына баҫтырҙы. Ш. Бикҡол. Шәреҡтең һайрар ҡошо, ғәзәлдәр оҫтаһы хәҙрәти Шәмсетдин Хафиз мең яфаға дусар. Ә. Хәкимов.
ДУСАР БУЛЫУ (дусар бул-) (Р.: подвергаться чему-л:, И.: undergo smth; be exposed to; T.: maruz kalmak, uğramak) ҡ.
1. Ниндәйҙер бер хәлгә юлығыу. □ Подвергаться чему-л., претерпеть. Хәүефкә дусар булыу. ■ Дәһшәтле хәүефкә дусар булыуын хәтергә төшөргәндәй, ағас баштарын көслө ел айҡай, ҡайҙалыр ашыҡтыра. Ә. Хәкимов.
2. Кемгәлер юлығыу, йөҙгә-йөҙ килеү, осрау. □ Встретиться, попасться навстречу.
ДУСАР ИТЕҮ (дусар ит-) (Р: обрекать на что-л.; И.: doom (to); T.: uğratmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер бер хәлгә юлыҡтырыу.
□ Подвергать чему-л., ввергать во что-л., обрекать на что-л. С Башҡортостандың ирке, азатлығы өсөн көрәшеп һәләк булған тағы ла күпме аҫыл заттарыбыҙ тарих төпкөлдәрендә онотолоп ҡалыуға дусар ителгән? Р. Шәкүр. Гөлбаныуҙың балаларын аслыҡтан үлергә дусар итеү кем өсөн, ни өсөн кәрәк булды икән?! Т. Ғарипова. Төлкөсура уның [Миңлегөлдөң ] һүҙен бүлдермәй тыңлап килә, ниндәй ҡатмарлы яҙмышҡа дусар иттең бит һин беҙҙе, Хоҙай, тип көрһөнә. Н. Мусин.
2. Кемгәлер юлыҡтырыу, осратыу. □ Способствовать встрече, сводить. Дошманға дусар итте.
ДУСТ [рус. < ингл. dust ‘туҙан’] (Р: дуст; И.: kind of insecticide; T.: toz) и.
Дезинфекция яһау өсөн ҡулланылған онтаҡ химик матдә. □ Дуст. Дуст иҙеү. Дуст һөртөү.
ДУСТЫҒАН ЭСЕҮ (дустыған эс-) (Р: сосватать с детства; И.: propose as a wife or husband since childhood; T.: çocukluktan nişanlamak) ҡ. этн.
Ҡыҙ менән малайҙы бала саҡтан йәрәш-тереп ҡуйыу. □ Сосватать с детства. Күрше менән дустыған эсеү.
ДУҪ I [фарс. (Р: друг; И.: friend; pal; Т.: dost) и.
1. Яҡшы мөнәсәбәттәр менән бәйле, изге теләкле кеше, яҡын иптәш; киреһе — дошман. □ Друг, приятель; сторонник, защитник. ■ Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ, ауыр саҡта һиңә ят булһа. Халыҡ йырынан. • Айырылмаҫ дуҫыңа онотолмаҫ һүҙ әйтмә. Әйтем. Атаһы дуҫтың балаһы дуҫ. Әйтем. Дошманыңды һөйөндөрмә, дуҫыңды көйөндөрмә. Әйтем. Кейемдең яңыһын, дуҫтың иҫкеһен маҡта. Әйтем. Дуҫ илатып әйтер, дошман көлдөрөп әйтер. Мәҡәл. Дуҫ — дуҫтың көҙгөһө. Мәҡәл. Ашым барҙа бары дуҫ. Мәҡәл.
2. өндш. Дуҫ кешегә өндәшеү һүҙе. □ Слово-обращение к другу. ■ Туҡта, Әшрәф дуҫ, — Каҙнабаев әшнәһен яурынынан ҡымтып ҡосаҡлап алды. — Һин ашыҡма! Д. Бүләков. Яралы һалдат һүҙен онотмағыҙ, дуҫтар: мин һеҙгә күңел дауаһы һәм нәфрәт бүләк итәм!.. Н. Мусин. Морат хасил булыр, дуҫтар, сабыр менән... М. Өмөтбаев.
3. Яҡын күргән, яратҡан, күңелгә оҡшаған нәмә. □ Вещь, близкая к сердцу. ■ Күңел менән аҡыл дуҫ булған мәл ғүмеремдә бик-бик һанаулы. III. Бабич. Дошман килеп ҡамағас, тирәмде ут ялмағас, дуҫ та булдың, Курташым [тауым]. Халыҡ йырынан.
4. Теләктәшлек итеүсе, бер яҡлы кешеләр, теләктәштәр. □ Сторонники, союзники.
ДУҪ II (Р: дружественный; И.: friendly; Т.: dost) с.
1. Бик яҡын, йылы мөнәсәбәтле, дуҫлыҡ хисе һаҡлаған. □ Дружественный; приятельский. Дуҫ малайҙар. Дуҫ күренеү. Дуҫ йәшәү. ■ Баяғы шәкерт минең дуҫ кеше ине, мин Зөләйха менән ике аралағы мөнәсәбәтте һөйләнем. Т. Йәнәби.
452