Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 453 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДУҪЛЫҠ йөҙөнән
2. ирк., эйл. ф. Дуҫҡай, дуҫҡайым. Дуҫ-ишкә яратып әйтелә. □ Приятель мой, друг мой, подружка моя. ■ Мин дә, дуҫҡай, кубәләктәй йән куңелдән йәм һөйәм. Ш. Бабич.
ДУҪ БУЛЫУ (дуҫ бул-) (Р.: дружить; И.: be friends (with), be on friendly terms (with); T.: dost olmak) ҡ.
Кем менәндер яҡшы мөнәсәбәткә инеү. □ Дружить с кем-л., войти в дружественное отношение. ■ Дуҫымдың яҡташы, һис шикһеҙ, яҡшы кеше һәм миңә дуҫ булырға тейеш. Ғ. Хисамов. Ике тоғро иптәш араһында мин өсөнсө тоғро дуҫ булырмын. Р. Бикбай.
ДУҪ-ДОШМАН (Р: друзья и враги; И.: friends and foes; T.: dost düşman) и. йыйн.
Дуҫ һәм дуҫ булмаған кешеләр; төрлө халыҡ. □ Друзья и враги.
ДУҪ-ИШ (Р: друзья; И.: friends and pals; T.: dostlar) и. йыйн.
Күп, төрлө дуҫтар. □ Друзья. ■ Һис тә былар булмаһа, дуҫым-ишем, ишетегеҙ хәлдәрем бар саҡтарҙа. М. Өмөтбаев. Ғәрәсәтле заманда дуҫ-ишһеҙ, яуҙаш туғандарһыҙ донъя көтөу мөмкин тугел. Ә. Хәкимов. Дуҫ-иш, таныш-тонош ҡына тугел, хатта бер атай менән бер әсәйҙән тыуған балалар ҙа икенсеһенең ни уйлауын, ни хыял, ынтылыш менән йәшәуе тураһында ҡыҙыҡһыныуҙы уйлап та ҡарамай. Ғ. Хисамов.
ДУҪЛАШТЫРЫУ (дуҫлаштыр ) (Р: подружить; И.: make smb one’s friend; T.: dostlaştırmak) ҡ.
1. Үҙ-ара дуҫ итеү, дуҫлыҡ мөнәсәбәте урынлаштырыу. □ Подружить, сдружить. ■ Оҙон юл .. дуҫлаштырған кеуек тә булғайны, әллә Зөфәр уҙе бер ҡатлыраҡ, уға ғына шулай тойолдомо? Д. Бүләков. ^Депутат» менән «Колчак»ты яҙмыш һәм тормош яҡынайтты, дуҫлаштырҙы. Картотека фондынан. Юл кешене дуҫлаштыра, туғанлаштыра, һәм беҙ ҙә ҡайта-ҡайта, бер-беребеҙ менән нығыраҡ танышып, эҫенешеп алдыҡ. Ш. Бикҡол.
2. йөкм. ҡар. дуҫлашыу 2. понуд. от дуҫлашыу 2.
ДУҪЛАШЫУ (дуҫлаш-) (Р: подружиться; И.: make friends (with); T.: dostlaşmak) ҡ.
1. Үҙ-ара дуҫлыҡ мөнәсәбәтенә инеү, дуҫ булыу □ Подружиться, сдружиться, установить, завязать дружеские отношения. Дуҫлашыу теләге. ■ Һибәләп яуған ямғырлы көндәрҙең береһендә, уға [Шаҡманға] ана шул һеңрән ҡунаҡтары килеп, аралашыу, дуҫлашыу теләген белдерҙеләр. К. Мәргән. Бәҙри ағай менән дә беҙ куптән дуҫлашып алғайныҡ инде, сөнки мин уларҙың куп йомоштарын башҡара, куп ҡағыҙҙарын тарата инем. Д. Юлтый. Ҡыҙырастың әсәһе менән Юлдаштың әсәһе әллә ҡасанғы әхирәттәр шикелле дуҫлашып та алдылар.
3. Биишева. Шул әбей, аралаша торғас, батшаның ҡатыны менән дуҫлашып китә бит. Әкиәттән.
2. кусм. Нимәлер менән мауығып, әһәмиәт биреп, шөғөлләнә башлау. □ Увлекаться чем-н. Каратэ менән дуҫлашыу. Туризм менән дуҫлашыу.
ДУҪЛЫҠ (дуҫлығы) (Р: дружба; И.: friendship; T.: dostluk) и.
1. Ҡараштар уртаҡлығы, ихтирамға ҡоролған мөнәсәбәт. □ Дружба; содружество. Дуҫлыҡҡа табыныу, а Батыр тугел батыр яңғыҙ саҡта, ҙур дуҫлыҡта уның көс-даны. Р Ғарипов. Дуҫлыҡтың асылы асыҡ — юҡ уның һис бер сере: ул хыянатҡа сыҙамай — тоғролоҡ менән тере! Ш. Бикҡол. [Алдар:] Бөгенбай батыр менән минең танышлыҡ, купмелер дуҫлыҡ бар. Ғ. Хөсәйенов. Дуҫлыҡ йыуата, дуҫтар. Шуның өсөн донъяла дуҫлыҡ ҡына йөрәккә ята. М. Өмөтбаев.
2. кусм. Ниндәйҙер шөғөл менән мауығыу. □ Увлечение чем-н. или каким-н. занятием. Китап менән дуҫлығы юҡ. Дуҫлыҡ ебе. Дуҫлыҡ бәйләнеше.
ДУҪЛЫҠ йөҙөнән (Р: в знак дружбы; И.: as a token of friendship; T.: dostluk yüzünden) p.
Дуҫ булыу билдәһе. □ В знак дружбы. Дуҫлыҡ йөҙөнән ғәфу итеу. Дуҫлыҡ йөҙөнән килешеу.
453