ДУҪЛЫҠ ХАҠЫНА
ДУҪЛЫҠ ХАҠЫНА (Р.: во имя дружбы; И.: for friendship’s sake; T.: dostluk uğruna)
Дуҫ булған өсөн. □ Во имя дружбы. Дуҫлыҡ хаҡына килешеү. Дуҫлыҡ хаҡына ярҙам итеу.
ДУҪТАРСА I (Р.: по-дружески; И.: in а friendly way; T.: dostça) р.
Дуҫтарға хас, дуҫтар кеүек, дуҫ булып. □ По-дружески, по-приятельски, дружно, дружелюбно. ■ Айырылышҡанда [Әптеләхәт менән Хашим] дуҫтарса ҡул ҡыҫыштылар. Т. Ғарипова.
ДУҪТАРСА II (Р: дружественный; И.: in a friendly way; T.: dostça) с.
Дуҫтарға хас булған. □ Дружественный. Дуҫтарса осрашыу. Дуҫтарса ярҙам. Дуҫтарса мөнәсәбәт. ■ [Әнүәр Зиннурович] Ҡаҙнабаевка дуҫтарса мөнәсәбәттә, осрашҡан һайын һөйләшеп һуҙҙәре бөтмәй. Д. Бүләков.
ДУТАР [фарс. (Р: дутар; И.: kind of Oriental musical instrument; T: çalgı) и.
Сиртеп уйнай торған, корпусы армытҡа оҡшаған ике ҡыллы, оҙон муйынлы музыка ҡоралы (тажик, үзбәк, төрөкмән һ. б. халыҡтарҙа бар). □ Дутар. Дутар көйө. Дутарҙа уйнарға өйрәнеү.
ДУХОВКА [рус.] (Р: духовка; И.: oven; T.: fırın) и.
Аҙыҡты эҫе һауа ярҙамында бешереү өсөн газ плитаһы эсендә тимер ҡумта һымаҡ итеп яһалған мейес. □ Духовка. Духовканан алыу. Духовка ҡулланыу.
ДУШ I [рус. < фр. douche] (Р: душ; И.: shower; T.: duş) и.
1. Һыу һиптертеп ҡойона торған ҡулайлама. □ Душ. Душ эшләу. Душ һатып алыу.
2. Шул ҡулайлама менән йыуына торған урын. □ Душ. Душ инеү. Душтан сығыу.
3. Тәнгә һыу һиптереп дауалай торған гигиена һәм һыу дауаһы процедураһы. □ Душ. Һыу аҫты душы.
ДУШ II [рус. душа] и. тар.
1. ҡар. йән 3. Душ башына бүлеү.
2. Элекке Рәсәйҙә ер бүлгәндә өлөш сығарыу өсөн иҫәпкә алынған ир кешеләр һаны.
□ Количество мужчин. Душҡа тейгән ер.
3. Шул йән башына тейгән ер өлөшө.
□ Душевой надел. Ун душ ер. ■ Айбулат та быға тиклем даулашып йөрөгән бер душ ере тураһында өндәшә алмаҫ. Һ. Дәүләтшина.
4. Йән башына һалынған яһаҡ. □ Налог на душу населения. Душты түләү.
ДУШ III и. диал.
1. ҡар. шәре. Душ сыҡҡан.
2. ҡар. шыя. Душ ҡалҡҡан.
ДУШЕВОЙ [рус.] (Р: душевой; И.: per capita; T: kişi başına) с. иҫк. һөйл.
Душ (II, 2) башына бүленгән. □ Душевой надел. Душевой ер. Биш душевой ер.
ДУПЛАНЫУ (душтан-) (Р: образовываться (о наледи)’, И.: appear (of water above ice); T.: buzlanmak) ҡ. диал.
Шәре сығыу, шәреләнеү. □ Образовываться (о наледи). Йылға өҫтө душтанған.
ДУЭЛЬ [рус. < фр. duel < нем. Duell < лат. duellum ‘һуғыш’] (Р: дуэль; И.: duel; T: düello) и.
1. Ике кеше араһындағы дәғүәне атышыу йә ҡылыс менән хәл итеү. □ Дуэль. Дуэлгә саҡырыу. Дуэлдә ҡатнашыу.
2. күсм. Ике аралағы алыш, көрәш.
□ Дуэль. Артиллерия дуэле.
ДУЭТ [рус. < ит. duetto < лат. duo ‘ике’] (Р: дуэт; И.: duet; T: düo) и.
1. Ике музыка ҡоралы йәки ике йырсы башҡарыу өсөн һәр береһенә айырым партия менән яҙылған музыкаль әҫәр. □ Дуэт.
2. му з. Ике башҡарыусынан (йырсы йәки музыканттан) торған ансамбль. □ Дуэт. ■ Талҡаҫ өнө менән төнгө усаҡ дуэт булып ниҙер кәйләне. Л. Абдуллина.
3. Ике башҡарыусынан торған төрлө эш.
□ Дуэт. ■ Һәйбәт дуэт, — тип уйланы эстән Әптеләхәт, — береһе хәрби, икенсеһе — физика закондарына ярашлы рәүештә тимер сымдарҙың үҙенсәлеген тикшереүсе. Т. Ғарипова.
454