ДҮНӘЖЕН БАЙТАЛ
тултырып оҙаттылар. Ә. Хәкимов. Ай-ай, дунәжене лә дунәжене! Ҡалай матур текә тояҡлы, ҡарсыға тушле. Ғ. Ибраһимов.
ДҮНӘЖЕН БАЙТАЛ и. ҡар. дүнәжен. Дунәжен байталды меңгегә ойрәтеу. Дунә-жен байтал буләк итеу.
ДҮНӘН [монг.] (Р.: жеребец или бык по четвёртому году; И.: three or four year-old foal; T.: üç-dört yaşlık aygır) и.
Өс менән дүрт йәш араһындағы эре мал. □ Жеребец или бык по четвёртому году. Дунэн мал. ■ Менгән генә атым кук дунән, кейгән генә кейемем кук елән. Халыҡ йырынан. Юлыштың буләккә алып килгән ҡамалы тунына ҡаршы Боғара уға уҙенең алмашҡа менә торған юрға дунәнен етәкләтеп ебәрҙе. Ә. Хәкимов. Кусәр хан Ҡуҙыйкурпәсте бер арыҡ ҡына дунәнгә мендерҙе, ә уҙе иң яҡшы тигән атына атланып алды, ти. Эпостан. Ҡырғыҙ килә Өскул малына, ятып килә атының ялына. Малбай кир дунәнен бәйләп ҡуйҙы Боғаҙаҡ талына. Халыҡ йырынан.
ДҮНӘН АЙҒЫР (Р.: жеребец по четвёртому году; И.: three or-four year-old foal (colt); T: üç-dört yaşlık aygır) и.
Өс менән дүрт йәш араһындағы айғыр малы. □ Жеребец по четвёртому году. Саптар дунән айғыр. Дунән айғырҙы еккегә ойрәтеу.
ДҮНӘН ҮГЕҘ (Р.: бык по четвёртому году; И.: three or four year-old bull; T: üç-dört yaşlık öküz) и.
Өс менән дүрт йәш араһындағы үгеҙ малы. □ Бык по четвёртому году. ■ Әлбиттә, .. дунән угеҙгә быларҙың кубеһе бөтөнләй таныш тугел. М. Ямалетдинов.
ДҮҢ (Р: холмик; чурбан; И.: hillock; T.: tümsek) и. диал.
1. Түбәләс. □ Холмик. Дуңгә кутәрелеу.
2. Түмәр. □ Чурбан. Дуң турау.
ДҮҢГӘК (дүңгәге) и. диал. ҡар. түңгәк.
■ [Ҡола яландың] дуңгәктәр менән сыбарланырынан бында ла куптән тугел шаулап урман уҫкәнлеген аңларға мөмкин. Н. Мусин. Дуңгәк аръяғына барып боҫҡан ятһыраған бесәйҙең йәшел куҙҙәре ай яҡтыһына сағы
лып ялтыраны. Я. Хамматов. Ҡул буйҙары дуңгәк-дуңгәк, кул һыуҙары кук-куңгәк. Халыҡ йырынан.
ДҮҢГӘЛӘК I (дүңгәләге) (Р: металлическое кольцо; И.: metallic ring; T: halka) и.
1. Түңәрәкләп ике осо тоташтырылған йомро тимер; ҡулса, сыңға. □ Металлическое кольцо (е дуге, узде, в цепи). Дуға дуңгә -ләге. Өҙөлгән дуңгәләк. ■ Һөҙәк кенә ургә ҡарай саба-юрта килеуҙән ярһып киткән аттар яңаҡтарын йугән дуңгәләктәренең шыҡырлатып ҡыҫыуынан шып туҡтанылар.
3. Ураҡсин.
2. диал. Мурҙа эсенә бөгөп ҡуйылған тал. □ Круг от ивовых прутьев в морде. Дуңгәләк бөгөп ҡуйыу.
3. Һәр төрлө түңәрәк нәмә. □ Круглые предметы; окружность. Дуңгәләк һыҙыу. И Ул [Григорий] йөҙөктөң ҡашын уҙенсә биҙәп ултыра ине. Ҡаштың уртаһына ҡояш һымаҡ дуңгәләк һыҙылған, унан тирә-яҡҡа нурҙар сәселә. Н. Мусин. Хатта куҙҙән әллә ниндәй йымылдыҡ дуңгәләктәр һибелеп китте. М. Кәрим. Бик кәрәк булған саҡта ана шул өс бөртөк ҡылымды тигеҙләп ҡарарһың да, ҡайһыһы ҡыҫҡа була, шуны дуңгәләк итеп эсенән һыҙғырырһың. Әкиәттән.
ДҮҢГӘЛӘК II (дүңгәләге) и. диал. ҡар. аймаҡ.
ДҮҢГӘЛӘКЛӘНЕҮ (дүңгәләклән-) (Р: образовывать круг; И.: form a ring; T: çember şekline girmek) ҡ.
Дүңгәләк һымаҡ түңәрәк булыу, дүңгәләк яһау. □ Образовывать круг, иметь форму круга. И Ҡайһы ваҡыт улар [аҡҡан һыуҙар] дуңгәләкләнеп китәләр, ҡайһы ваҡыт улар тулҡынланып торған ат ҡойроғо кеуек һуҙылып, тулҡынланып төшәләр. Д. Юлтый. Һыу өҫтө дуңгәләкләнеп тулҡынланды ла тағы ла әуәлге хәленә ҡайтты; һыу шундай тынды, әйтерһең дә, бер генә туҙан да төшмәгән ҙур бер көҙгө. С. Агиш. Фюзеляжы ла, пропеллерҙары ла ҡып-ҡыҙыл төҫтә, имеш, хатта пропеллеры әйләнгәндә тирә-яҡҡа дуңгәләкләнеп ҡыҙғылт нурҙар сәселә. Н. Мусин.
456