Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 457 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДҮРТЕШӘР
ДҮҢГӘЛӘКЛӘҮ (дүңгәләклә-) (Р: образовывать круг; И.: shape a ring; T.: çember oluşturmak) ҡ.
1. Түңәрәк эсенә алыу. □ Образовывать круг.
2. Фәнни эш үткәреү маҡсатында ҡоштарҙың аяғына дүңгәләк кейҙереү. □ Кольцевать. Ҡоштарҙы дуңгәләкләу.
ДҮҢГӘЛӘҮ (дүңгәлә ) ҡ. диал. ҡар. тәгәрәү.
ДҮҢГӘҮЕР I и. этн. ҡар. түңгәүер.
ДҮҢГӘҮЕР II с. диал. ҡар. ҙур 1.
ДҮПӘЛӘМ р. диал. ҡар. өймәләм. Ду-пәләм итеп өйөу.
ДҮРТ I (Р.: четыре; И.: four; T: dört) төп һ.
1. Өстән һуң килеп, 4, IV цифрҙарын белдергән һан. □ Четыре.
2. Ҡем йәки нәмәнеңдер 4-кә тиң иҫәбе. □ Четыре; четырёх-, четверо-. Дурт ҡырлы. Дурт аяҡлы. Дурт айлыҡ. Дурт класлы. Дурт урынлы. ■ Сепараторҙы ҡурнәсәгә ҡаршы өйгә, һике башына дурт шөрөп менән нығытып ултыртып ҡуйҙылар. Ж. Кейекбаев. Ләкин дурт аяҡлы ат та абына, Кәшфи дуҫ. Эште эшләгәс, башты эйеп алдына баҫаһың. Д. Бүләков. Машина елдереп барып, дурт ҡатлы йорттоң мәрмәр баҫҡыстары янында шажлап туҡтаны. Ғ. Хисамов. Ҡыл тартҡандай төҙ һаплы, дурт йәпле һәнәкте ҡулыма алғым, уның менән ҡойоп ҡуйғандай итеп кәбән һалғым килеп китә. Н. Мусин. Тон уртаһында башланған ямғыр иртә менән дә тынманы. Ләкин барыбер дурт өйҙәге дурт малай ҡул ҡаушырып тик ултырманы. М. Кәрим.
♦ Дүрт күҙ менән көтөү түҙемһеҙләнеп, бик ныҡ көтөү. □ Ждать не дождаться, проглядеть все глаза. ■ Сөнәғәт ҡайтманы. Салиха уны .. аҙарынып, дурт куҙ менән көтөп йөрөнө. Ж. Кейекбаев. Дүрт ҡуллап риза булыу бик теләп, ҙур теләк менән. □ Быть согласным, с большим желанием. Дүрт стена эсендә ятыу үҙ донъяһына бикләнеп йәшәү. □ Жить в своем мире. Дүрт тағанда тороу тояҡтарын терәп, саҡ-саҡ үлмәй, ауырып тороу (малға ҡарата әйтелә). Дүрт
һаны теүәл (йәки һау) аяҡ-ҡулы иҫән, бөтә ағзалары ла теүәл. □ Здоровый, целый и невредимый. Дүрт яғың ҡибла «үҙ иркеңдә-һең, ни теләһәң, шуны эшләргә мөмкин» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ соотв. Иди на все четыре стороны, иди куда хочешь, скатертью дорога. ■ [Сәлих — ҡыҙҙарға:] Элек йырлағыҙ, унан һуң инде дурт яғығыҙ ҡибла, теләгән ерегеҙгә осорһоғоҙ. X. Ибраһимов. <Ике> күҙ дүрт булыу үтә ныҡ аптырауҙы белдерә. □ Крайнее изумление. ■ Эйәрле ярһыу аттарға атланып егермеләп һыбайлы майҙан уртаһына килеп инеугә беҙҙең ике куҙебеҙ дурт булды. Н. Иҙелбай. Ике күҙҙе дүрт итеү ныҡ аптырау. □ Крайне удивляться. Ике күҙе дүрт булып көтөү ҡар. дүрт күҙ менән көтөү.
ДҮРТ II (Р.: четыре; И.: four; T.: dört puanı) и.
Биш баллы баһа системаһындағы «яҡшы» билдәһе. □ Четвёрка. Дурт алыу.Дурт-кә уҡыу.
ДҮРТ АЯҠЛАУ (дүрт аяҡла-) ҡ. ҡар. имгәкләү. Дурт аяҡлап йөрөу.
ДҮРТЕНСЕ (Р.: четвёртый; И.: the fourth; T.: dördüncü) рәт һ. ҡар. дүрт. поряд. числ. от дүрт. □ Четвёртый. ■ Дәрт тә, дарман да бар икән әле, дуртенсегә йәш һылыу бисә алып ебәрҙе [Алдар]. Ғ. Хөсәйенов. Шәһит урҙаларҙың дуртенсе рәтенә ук һикереп сыҡты, мин өсөнсөһөндә ҡалдым. Н. Мусин. Дуртенселәр — тултырған тауыҡ, бишенселәр — ҡатлама, алтынсылар — бауырһаҡ, етенселәр... тағы әллә нәмәләр, әллә нәмәләр килтерә. М. Кәрим. Дуртенсе көнгә сыҡҡас, өс көн буйына керпек тә ҡаҡмаған Ҡыҙрас йоҡлап китә. Әкиәттән.
ДҮРТЕНСЕЛ (Р: четвертичный; И.: Quaternary; T.: dördüncü) с.
Үҫеш-үҙгәрештәге эҙмә-эҙлелектең тәртибе (дәрәжәһе тураһында). □ Четвертичный. Дуртенсел осор.
ДҮРТЕШӘР (Р: по четыре; И.: in fours; T.: dörder) бул. һ.
Һәр береһе дүрткә тиң, дүрттән торған. □ По четыре. Дуртешәр рәт. ■ Дуртешәр
457