Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 459 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЫҒЫР
дуртмөйөш яһап барып бөтә, тәҙрәләре иһә ҡала өйҙәренеке кеуек яман киң булмаҡсы. Ә. Хәкимов. Ҙур бер тәҙрә. Шунан төшкән ай яҡтыһы дуртмөйөштәргә буленгән кеуек булмәне йән көсөнә секрәйеп яҡтырта. Т. Ғарипова.
2. этн. Балалар уйыны (буш бура эсендә дурт мөйөшкә дурт кеше тора, уртала берәу ҡала; мөйөштәгеләр урын алмашҡанда, урталағы кеше береһенең мөйөшөн алырға тырыша). □ Детская игра.
ДҮРТМӨЙӨШЛӘҮ (дүртмөйөшлә-) (Р.: сделать четырёхугольным; И.: make quadrangular; T.: dörtköşe yapmak) ҡ.
Дүрт мөйөшлө итеү. □ Сделать четырёхугольным. Дуртмөйөшләп эшләу. Дуртмө-йөшләп ҡырҡыу.
ДҮРТ ТАҒАНЛАУ (дүрт тағанла-) ҡ. ҡар. имгәкләү. Дурт тағанлап йөрөу.
ДҮРТҺАН (Р.: крепкого телосложения; И.: robust; sturdy; strong; T: iri yan ve güçlü kuvvetli) с.
Тәбәнәгерәк буйлы, киң күкрәкле, ныҡ көслө: мыҡты. □ Крепкого телосложения, сильный, крепкий; дюжий. Дуртһан егет.
ДҮРТӘР (Р: по четыре; И.: in fours; T.: dörder) бул. һ.
Һәр береһе дүрткә тиң. □ По четыре. Дуртәрҙән булеу. Дуртәр рәт.
ДҮРТӘРЛӘП (Р: по четыре; И.: in fours; T.: dörder) р.
Дүртәр итеп, дүртәрҙән. □ По четыре. ■ Тәуҙә беҙҙе урман юлынан дуртәрләп теҙеп, колонна менән алып барҙылар. Д. Юлтый. Егермеләп арестантты дуртәрләп теҙгәндәр ҙә, ике яҡлап бер нисә конвой һәм артта ат өҫтөндә.. ябыҡ ҡына йөҙлө офицер бара. А. Карнай.
ДҮРТӘҮ (Р: четверо; И.: four; T.: dört) йый. һ.
Дүрт кеше йәки нәмә. □ Четверо. ■ Курсташтары араһында уның [Нурислам] кеуек-тәр өсәу йә дуртәу булыр. Ә. Хәкимов.
ДҮРТӘҮЛӘП (Р: вчетвером; И.: four (together); T.: dört kişi birlikte) p.
Дүрт кеше бергә. □ Вчетвером. Дуртәу-ләп ултырып. ■ Ғилман, Талип, Зарифа, Гөл-кәйҙәр ҙә дуртәуләп Юлдаштарға килергә сыҡҡайны. 3. Биишева. Тау батыр, Урман батыр, йәнә Уғатар батыр — дуртәуләп донъя ҡыҙырып йөрөп ятабыҙ, — тип яуап биргән Аҡъял батыр. Әкиәттән.
ДҮРТӘҮЛӘШЕП (Р: вчетвером; И.: four (together); T.: dört kişi birlikte) p.
Дүрт кеше бергәләшеп, дүрт кеше бергә. □ Вчетвером. ■ Тәуҙә дуртәуләшеп магнитофон көйөнә бейенеләр. Д. Бүләков.
ДҮҪМӘТТӘЙ (Р: крупного телосложения; И.: sturdy; T: sağlam yapılı) с. диал.
Ҙур кәүҙәле, уҫлаптай. □ Крупного телосложения, здоровый. Дуҫмәттәй егет.
ДҮШӘМБЕ [фарс. (Р: понедельник; И.: Monday; T.: Pazartesi) и.
1. Аҙнаның беренсе көнө, йәкшәмбенән һуңғы, шишәмбенән алдағы көн. □ Понедельник. Уткән душәмбе. Душәмбе тапшырыуы. ■ Ярай, һылыуым, ҡулъяҙмаларығыҙҙы ҡалдырығыҙ, душәмбе көн сәғәт икеләргә килерһегеҙ! Н. Асанбаев. Душәмбе көн иртә менән сығып киттек ҡаланан. Бәйеттән. Уны алырға шундай көндө кил, ул душәмбе лә, шишәмбе лә, шаршамбы ла, кесаҙна ла, йома ла, шәмбе лә, йәкшәмбе лә булмаһын, — тип яуап биргән Хужа. Көләмәстән.
2. миф. Мөхәмәт пәйғәмбәр көнө. □ День пророка Мухаммеда.
ДЫҒАЛ (Р: высокорослый; И.: tall; strapping; T.: uzun boylu) с.
1. Буйсан, ҙур кәүҙәле. □ Высокорослый. Дығал егет.
2. кусм. Мөлкәтле, күренекле. □ Богатый, состоятельный. ■ Мәсеттең эсендә .. ике ауылдың бөтә дығалдары, элекке кешеләр, элекке ат ҡарағы, хәҙер ҙә ҡулы таҙа булмаған Аллуңғар, Мәулет бай улы аҡ офицер Ҡотлобай, тағы бер нисә кеше бар. Ғ. Дәүләтшин.
ДЫҒЫР (Р: подражание звуку, возникающему при движении колёс по твёрдой поверхности; И.: squeak, creak!; T.: pat) оҡш.
459