Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 460 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЫҒЫР-ДЫҒЫР
Тигеҙ булмаған киртмәсле ҡаты нәмәгә икенсе нәмә ышҡылғанда, мәҫәлән, китеп барған арба, әйләнеп торған тирмән ташынан сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при движении колёс по твёрдой поверхности, при вращении мельничных жёрновов, скрип. Дығыр килә.
ДЫҒЫР-ДЫҒЫР оҡш. ҡар. дығыр.
■ Кер йыуып торһа, ышҡыған һабыны дығыр-дығыр итә башлай. Ҡараһа — алтын сәғәт, ти. Көләмәстән.
ДЫҒЫРЛАТЫУ (дығырлат ) ҡ. йөкм. ҡар. дығырлау, понуд. от дығырлау. Дығырлатып тирмән тартыу.
ДЫҒЫРЛАУ (дығырла-) (Р.: тарахтеть; И.: rumble; T.: pat pat etmek) ҡ.
Дығыр-дығыр тигән тауыш сығарыу, дығыр-дығыр килеү. □ Тарахтеть. Тирмән дығырлай. Арба дығырлай.
ДЫМ [фарс. <р] (Р: влага; И.: moisture; dampness; T: nem) и.
Нимәгәлер әҙ генә һеңешкән һыу; быу; еүешлек. □ Влага; сырость. ■ Шәрғиә дым тартылған стеналарҙы һөртөп, иҙәндәрҙе йыуып сығарҙы, һике урынына тар ғына карауат ҡуйҙы. Ә. Хәкимов. Кусәкте усекләйҙәр, ҡыпсаҡ һин, тип, дым тарттиһә, буртә торған борсаҡ һин, тип. Риүәйәттән.
ДЫМБАУ с. диал. ҡар. дымлы. Дымбау ашлыҡ. Дымбау көн.
ДЫМҒАҘАУ (дымғаҙа-) ҡ. диал. ҡар. дымланыу. Бесән дымғаҙаған.
ДЫМ ҠАПЛАУ (дым ҡапла-) (Р: закрытие влаги; И.: preservation of soil humidity; T: nem kapamak) ҡ. a. x.
Көҙҙән һөрөлгән ерҙе яҙ көнө өҫтән тырматып сығыу. □ Закрытие влаги. Дым ҡаплау эштәре. Дым ҡаплау осоро. Дым ҡаплау мәле.
■ Республиканың 44 районында дым ҡаплау эштәре гөрләй, эштең был төрө Учалыла тамамланды ла инде. «Йәшлек», 5 май 2009.
ДЫМҠЫЛ с. ҡар. дымһыл. Дымҡыл ер.
ДЫМЛАНДЫРЫУ (дымландыр-) (Р: увлажнять; И.: moisten, damp; T: nemlendirmek) ҡ.
Дым һеңдереү, дымлы итеү. □ Увлажнять. Ямғырҙар йылдың йылы айҙарында ғына яуа, ул да тупраҡты аҙ дымландыра.
ДЫМЛАНЫУ (дымлан) (Р: увлажняться; И.: become moist (damp); T: nemlenmek) ҡ.
1. Дым һеңеү, дымлы булыу. □ Увлажняться. Ер дымлана. Н Ямғыр яуыр алдынан тоҙ дымлана, һынамыштан.
2. Күҙ йәше менән еңелсә еүешләнеү. □ Прослезиться. ■ Оло абруйлы дин әһеленән уҙ ижадына ҡарата беренсе тапҡыр маҡтау һуҙҙәрен ишетеугә нескә куңелле Аҡмулланың куҙҙәре дымланды. Я. Хамматов. Ауырыуҙың куҙе дымланды, һуҙенән туҡталып ҡалды, ауыр һулап көрһөнгәндәй итте. Ғ. Хөсәйенов.
ДЫМЛАУ (дымла-) (Р: увлажнять; И.: moisten; T: nemlendirmek) ҡ.
Дым һеңдереү, дымлы итеү. □ Увлажнять. Тупраҡты дымлау.
ДЫМЛЫ (Р: сырой; И.: damp; T: nemli) с.
Дымланған, еүеш. □ Сырой; мокрый, влажный. ■ Буре .. балаһын, һаҡ ҡына тешләп, ҙур соҡор төбөнә кусерҙе, өҫтөнә дымлы балсыҡ өйөп, суп-сар менән ҡапланы ла, артына боролоп ҡарай-ҡарай, урман эсенә инеп китте. Ә. Хәкимов. Ҡояш тау артына бөтөнләйгә йәшенде. Киске дымлы ел иҫеп утте. Н. Мусин.
ДЫМЛЫҠ (дымлығы) и. ҡар. дымлылыҡ.
ДЫМЛЫЛЫҠ (дымлылығы) (Р: сырость; И.: dampness; T: nemlilik) и.
Нимәнеңдер дымлы булыу, нимәләлер дым булыу кимәле. □ Сырость, влажность. ■ [Хәмит] куҙлеген генә ара-тирә алып һөрткөләп ҡуя ине, курәһең, һалҡын дымлылыҡҡа «тирләйҙер» инде. Д. Бүләков.
ДЫМП (Р: подражание звуку удара тяжёлым предметом о твёрдый предмет; И.: thud; T.: pat) оҡш.
Ҡаты нәмәгә тос нәмә менән һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку удара тяжёлым предметом о твёрдый предмет. Дымп итеп ҡалыу.
460