Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 461 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЫҢҒЫР-ДЫҢҒЫР
ДЫМП-ДЫМП (Р.: подражание многократному звуку удара тяжёлым предметом о твёрдый предмет; И.: thud; T.: pat pat) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дымп иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку удара тяжёлым предметом о твёрдый предмет. Дымп-дымп итеу. Дымп-дымп килеу.
ДЫМПЫЛДАТЫУ (дымпылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. дымпылдау, понуд. от дымпылдау.
ДЫМПЫЛДАУ (дымпылда-) (Р.: громыхать; И.: lumber; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дымп-дымп тигән тауыш сығарыу, дымп-дымп килеү. □ Громыхать, грохотать. Биҙрәне дымпылдатыу. Тимерҙе дымпылдатыу.
ДЫМҺЫЙЫМ и. ҡар. дым һыйышы.
ДЫМ ҺЫЙЫШЫ (Р.: водопоглощающая способность почвы; И.: soil’s waterabsorbing ability; T.: nem alma) u.
Дым һеңдереү һәләте. □ Водопоглощающая способность почвы. Дым һыйышып билдәләу. Дым һыйышын асыҡлау.
ДЫМҺЫЛ с. ҡар. дымлы. Дымһыл бесән.
ДЫМҺЫУ с. ҡар. дымлы. ■ Бер ургә, бер тубәнгә йөҙөп уткән караптарҙан, дымһыу елгә ҡушылып, ҡойроҡсоларҙың тамаҡ төбө менән ҡысҡырып хәбәрләшеуе генә ишетелеп ҡала. Ә. Хәкимов. Шулай ҙа һауа һалҡынса һәм дымһыу ине әле. Т. Ғиниәтуллин.
ДЫМҺЫУЛАНЫУ (дымһыулан-) (Р.: стать сыроватым; И.: become dampish; T.: nemlenmek) ҡ.
Әҙ генә дымланыу. □ Стать сыроватым, увлажняться. Бесән дымһыуланған. Дымһыуланған ер.
ДЫМЫҒЫУ (дымык-) ҡ. диал. ҡар. дымланыу 1.
ДЫМЫЙ (Р: вот тебе на!; И.: well!; well, really!; T.: vay!) ымл. диал.
Атаҡ, бәй. □ Вот тебе на!; ба, э-э, же.
ДЫҢ (Р: подражание звуку низкого звона при ударе металлом; И.: sound imitative word; T.: çat) оҡш.
Тимер һ. б. һуҡҡанда сыҡҡан яңғырауыҡлы ҡалын тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание звуку низкого звона при ударе металлом. Дың иттереп һуғыу.
ДЫҢ БАҪЫУ (дың баҫ-) (Р: стоять крепко на ногах; И.: stand firm on one’s feet; T.: ayakta sağlam durmak).
Аяҡта ныҡ баҫып тороу. □ Стоять крепко на ногах. Бала аяғында дың баҫып тора.
ДЫҢҒЫЛ (Р: подражание звуку удара об металл; И.: onomatopoeic word; T.: çat) оҡш.
Тимер-томор һымаҡ ҡаты нәмәгә ҡағылып-һуғылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку удара об металл. Дыңғыл тигән тауыш ишетелә.
ДЫҢҒЫЛДАТЫУ (дыңғылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. дыңғылдау, понуд. от дыңғылдау. Дыңғылдатып ултыртыу. ■ Төлкөсура уның [Уйылдандың] яғаһынан бөрөп тотто, дыңғылдатҡансы урындыҡ ситенә ултыртты. Н. Мусин. Хужаларҙың оло ҡыҙы Зөһрә генә уҙен иркенерәк тота ине. Һыуҙан ҡайтһа, биҙрәләрен иҙәнгә дыңғылдатып ултырта, утын йә ҡурала эш бөтөрөп йөрөгәндә, ҡыҙ баҫалҡы тауыш менән моңло итеп йырлай, сәбәпһеҙҙән көлөп ебәрә. Ә. Хәкимов.
ДЫҢҒЫЛДАУ (дығылда-) (Р: громыхать; И.: rumble; T: gümbürdemek) ҡ.
Дыңғыл тигән тауыш сығарыу, дыңғыл-дыңғыл килеү. □ Громыхать, грохотать.// Громыхание, грохот. Сананың дыңғылдауы.
ДЫҢҒЫР (Р: подражание звуку удара твёрдых предметов друг о друга; И.: sound imitative word; T: pat) оҡш.
Ҡаты нәмәләр ҡағылып-һуғылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку удара твёрдых предметов друг о друга. ■ Мин нимәлер дыңғыр итеуҙән уянып киттем. М. Кәрим.
ДЫҢҒЫР-ДЫҢҒЫР (Р: подражание многократному звуку при ударе твёрдых предметов друг о друга; И.: sound imitative word; T: pat pat) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дыңғыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку при ударе твёрдых предметов друг о друга. Дыңғыр-дыңғыр килеп етеу.
461