ДЫҢҒЫРҘАТЫУ
ДЫҢҒЫРҘАТЫУ (дыңғырҙат-) ҡ. диал. ҡар. дыңғырлатыу. ■ Һәнәкте дыңғырҙатып һөйрәп, таш юлдың уртаһынан атлайым. М. Кәрим.
ДЫҢҒЫРЛАТЫУ (дыңғырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. дыңғырлау, понуд. от дыңғырлау. ■ Кәбир соландан арҡыры бысҡыһын алып инде, дыңғырлатып, урындыҡ ҡаҙнаһы буйына һалды. М. Кәрим.
ДЫҢҒЫРЛАУ (дыңғырла-) (Р.: громыхать; И.: clang; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дыңғыр-дыңғыр тигән тауыш сығарыу, дыңғыр-дыңғыр килеү. □ Громыхать, грохотать. // Громыхание, грохот. ■ «Уйнауҙан башка һис нәмәгә лә эшкинмәйем мин, Кешем», — тигән төҫлө, ҡурай уның устарында ишетелер-ишетелмәҫ кенә дыңғырлап ҡуйҙы. Н. Мусин. Поезд йөрөшөн шәбәйтте. Вагондарҙың дыңғырлауҙары тиҙләне. А. Таһиров. Саба яуған ямғырҙың күҙҙәре тәҙрәгә һыпырта бәрелгәнгә, тәҙрәнең өлгөләре аҡрын ғына дыңғырлайҙар. Ж. Кейекбаев. [Соҡор башы Тимербайҙың] тауышы һикәлтәле ерҙән буш мискә тәгәрәткән төҫлө дыңғырлап ишетелә. М. Кәрим. Ныязғол, бик ҡаты тамаҡ ҡырып, бөтә ултырғысы менән дыңғырлап әйләнеп, Зөфәргә ҡарап ултырҙы. Һ. Дәүләтшина.
ДЫҢ-ДЫҢ (Р: подражание многократному звуку низкого звона при ударе металлом; И.: Sound imitive word; T.: çat çat) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дың иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку низкого звона при ударе металлом. Дың-дың итеп сәғәт һуға.
ДЫҢҠ (Р: подражание звуку удара твёрдых предметов о твёрдый большой предмет; И.: boom!; T.: pat) оҡш.
Ҡаты нәмәгә тос нәмә менән һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку удара твёрдых предметов о твёрдый большой предмет. Дыңҡ иттереп ултыртыу. ■ Биленән ала яланғас һөрәнсе бер башына ҡыл уралған йомро таяҡ менән ҡалҡанға биш мәртәбә һуҡты. Даңҡ! Дыңҡ!..
3. Ураҡсин. Нина уның [Суминовтың]алдына
дыңҡ иттереп ашамлыҡ килтереп ултырта, шәшкеләрен сылтыратып ҡуя. Ә. Хәкимов. [Караса батыр] йән асыуы менән ҡабат йәбешеп, тегене шундай итеп күтәреп алып бәрҙе, ялмауыҙ, дыңҡ итеп, бөтә кәүҙәһе менән ергә батты, ти. Әкиәттән.
ДЫҢҠ-ДЫҢҠ оҡш. ҡар. дыңҡ. Дыңҡ-дыңҡ итеү. Дыңҡ-дыңҡ килеү.
ДЫҢҠЫЛДАТЫУ (дыңҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. дыңҡылдау, понуд. от дыңҡылдау. Дыңҡылдатып һуғыу. ■ Ул [Яланбикә], силәккә ҡулдары менән дыңҡылдатып һуҡҡылап, бейеү таҡмағы әйтә башланы. Һ. Дәүләтшина.
ДЫҢҠЫЛДАУ (дыңҡылда-) (Р: громыхать; И.: rumble; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дыңҡ тигән тауыш сығарыу, дыңҡ-дыңҡ килтереү. □ Громыхать, грохотать. // Громыхание, грохот. Дыңҡылдап төшөп китеү.
■ [Ишмырҙа] егеттең ҡулын йән асыуына шаҡарғайны, бысағы дыңҡылдап ташҡа төштө. Н. Мусин.
ДЫР (Р: подражание звуку тарахтения мотора трактора; И.: burr!; T.: pat) оҡш.
Ҡалтырап сыҡҡан машина, трактор моторы тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку тарахтения мотора трактора, машин и др.
ДЫР-ДЫР (Р: подражание звуку тарахтения; И.: burr!; T.: pat) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку тарахтения (например, мотора трактора). Дыр-дыр килеү.
■ Иң тәүҙә геү-геү, дыр-дыр итеп Айбикә ултырған трактор, уның артлы Әхәйҙең тракторы ҡуҙғалдылар, һ. Дәүләтшина.
ДЫР ҠАМСЫ (Р.: плеть; И.: kind of lash; T.: kamçı türü) u.
Эсенә ҡурғаш ҡуйып үрелгән ҡамсы. □ Плеть, заплетённая со свинцом внутри. Дыр ҡамсы үреү.
ДЫРЛАТЫУ (дырлат-) (Р.: тарахтеть; И.: clatter; T.: pat pat etmek) ҡ.
Дыр-дыр тигән тауыш сығарыу, дыр-дыр килтереү. □ Тарахтеть. Мотоциклын дырлатыу.
462