Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 463 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЫУАН
ДЫРЛАУ (дырла-) (Р.: тарахтеть; И.: rumble; T.: pat pat etmek) ҡ.
Дыр-дыр итеү, дыр-дыр килеү. □ Тарахтеть. Дырлап утеп китеу. Дырлап килеп етеу.
ДЫРЫЛДАТЫУ (дырылдат-) (Р.: тарахтеть; тренькать И.: strum; T: pat pat etmek) ҡ.
1. Дыр-дыр иттереү. □ Тарахтеть; тренькать. ■ Ҡатынҡай бая ярты сәғәттәй өйөндә булды ла, мотоциклын дырылдатып, ҡайҙалыр олаҡты. Ф. Янышев.
2. ҡар. зыйтлатыу. ■ Төлкөсура Романды биленән кутәрҙе лә дырылдатып әйләндереп алды. Н. Мусин.
ДЫРЫЛДАУ (дырылда-) (Р: тарахтеть; И.: rattle; T: pat pat etmek) ҡ.
Дыр-дыр тигән тауыш сығарыу, дыр-дыр килеү. □ Тарахтеть. Мотоцикл дырылдай. ■ [Урынбаҫарҙың] өҫтәлендә утыҙ баҫмалы гармун телдәренә оҡшаш ғәжәйеп телефон дырылдай башланы. Ә. Хәкимов. Дариғаныц мотоциклы дырылданы. Ф. Янышев.
ДЫР ӘЙЛӘНЕҮ (дыр әйлән ) (Р: сильно вращаться; И.: powerful rotation; T: hızlı dönmek) ҡ.
Көслө, туҡтауһыҙ әйләнеү. □ Сильно вращаться. Тәгәрмәс дыр әйләнеп торҙо.
ДЫУ (Р: подражание шуму; И.: din; roaring; T: patırtı) оҡш.
Күмәк шау-шыу тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, гулу, гвалту. Дыу ҡубыу. ■ Батшалыҡты дыу килтергән элекке Яйыҡ казактары ла ваҡланды. 3. Ураҡсин. [Рафиҡ Камалетдинович:] Килен беҙгә танһыҡ, бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ, — тип дыу ҡупты. Л. Яҡшыбаева.
ДЫУАҘАҠ (дыуаҙағы) и. зоол. диал. ҡар. туғаҙаҡ. Дыу аҙаҡ ҡаҙҙай яңғыҙ ҡалыу.
ДЫУАЛҒЫ и. бот. диал. ҡар. тубылғы.
ДЫУАМАЛ (Р: безрассудный; И.: extravagant; heady; T: zıpır) с.
Күп уйлап тормай, ҡыҙыулыҡ менән эш итеүсән; тотороҡһоҙ, еңел холоҡло. □ Безрассудный, сумасбродный, горячий, взбалмошный, шалопай. Дыуамал егет. Дыуамал уй. ■ Дыуамал егет ул, дыуамал. Үҙ
хәстәре менән генә йәшәй. Ил хәстәре башына ла килмәй. 3. Ураҡсин. Мөхәмәтша боролоп сығып китергә уйлағайны ла, был ҡыйыуһыҙлыҡты дыуамалыраҡ икенсе уй ҡыуып ебәрҙе. М. Хужин. Ауылдың кеме юҡ. Аҡыллыһы, һил холоҡлоһо бар, тотҡан ерҙән һындырырға яратыусы дыуамалы бар. Ә. Хәкимов.
ДЫУАМАЛЛАНЫУ (дыуамаллан-) (Р: горячиться; И.: get angry, fly into a passion; T: akılsızca davranmak) ҡ.
Дыуамаллыҡ күрһәтеү, дыуамал ҡыланыу, дыуамал булыу. □ Горячиться; сумасбродствовать, поступать безрассудно, необдуманно. Дыуамаллана башлай. ■ Дыуамалланып ҡына ирешеп булмай ниәткә. Бында сыҙамлыҡ, эшкә бирелгәнлек һәм тотороҡлолоҡ кәрәк. А. Абдуллин. Романдың иртәнгеләй дыуамалланып алыуҙарын кәләштең йәнәшәлеге менән дә, тыуған яҡтың серле тәьҫире менән дә ацлатырға мөмкин. Б. Рафиҡов. Ҡасҡындың, артыҡ уйлап тормайынса ғына, дыуамалланып һөйләшеуенә көлөмһөрәп көрһөндө Кинйә. Ғ. Ибраһимов. Төлкөсура ҡабат алдын-артын уйлабыраҡ ҡыланыр, дыуамалланмаҫ. Н. Мусин.
ДЫУАМАЛЛЫҠ (дыуамаллығы) (Р: горячность; И.: hotheadedness; T: delilik) и.
Дыуамал кешегә хас сифаттар, аҡылһыҙ тәүәккәллек, еңел холоҡлолоҡ. □ Горячность; сумасбродство, безрассудство. ■ Хо-лодовский менән беҙ уның [Суровтың] дыуамаллығынан файҙаланырға, ә түңәрәккә ҡатнаштырмау яғында булдыҡ. А. Таһиров. Сәғәҙиев һаман алға йугереуен белә. Был дыуамаллыҡ кеуек ине. Ләкин был киләсәккә ынтылған дыуамаллыҡ ине! А. Абдуллин. Ир кешегә ҡайһы саҡта дыуамаллыҡ та кәрәк. Н. Мусин.
ДЫУАМАЛЛЫЛЫҠ (дыуамаллылығы) и. ҡар. дыуамаллыҡ.
ДЫУАН (Р: дуван; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun adı) и.
Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ырыу исеме. □ Дуван (название одного из родов башкир племени айле).
463