Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 464 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЫУБИРМӘ
ДЫУБИРМӘ с. диал. ҡар. дыуамал. Дыубирмә егет булды.
ДЫУ-ҒӘЛӘМӘТ (Р.: шум; И.: uproar, clamour; T.: gürültü) и.
Төрлө шау-шыу, шау-гөр, күмәк шаулаған тауыштар; дыу-әкәмәт. □ Шум, гвалт.
ДЫУ ҒӘЛӘМӘТ БУЛЫУ (дыу-ғәләмәт бул-) ( Р.: шуметь; И.:һит; T.: uğuldamak) ҡ.
Төрлө шау-шыу тауыштар сығарыу, күмәкләшеп шаулашыу. □ Шуметь; устраивать сцену. Дыу-ғәләмәт булып бөтөу.
ДЫУ ҒӘЛӘМӘТ КИЛЕҮ (дыу-ғәләмәт кил-) ҡ. ҡар. дыу-ғәләмәт булыу. Дыу-ғәләмәт килеп уйнау.
ДЫУ КИЛЕҮ (дыу кил-) (Р: делать что -л. весело; И.: have the knack of a thing; T.: sevinçle yapmak) ҡ.
1. Күтәренке рух, дәрт менән нимәлер эшләү. □ Делать что-л. весело, шумно, жизнерадостно. Дыу килеп йәшәп яталар.
2. кусм. Асыуланып ҡыҙып китеү; дыулау. □ Разгорячиться, рассердиться, поднять шум. Дыу килеп әрләргә тотондо.
3. кусм. Туҡтауһыҙ һулҡылдап ауыртыу, һыҙлау. □ Ныть, ломить, гудеть (от боли). Төнө буйы ҡулым дыу килде.
ДЫУ КИЛТЕРЕҮ (дыу килтер ) ҡ. йөкм. ҡар. дыу килеү 1, 2. понуд. от дыу килеү 1, 2. ■ Мин дыу килтереп мейес эргәһенән һыу эҙләп йөрөгәндә, ҡапыл дөбөрләгән тауыш ишетелде. А. Таһиров. Дыу килтереп туй уҙған, ҡыҙға Шулгән ир булған. «Урал батыр». Ҡыҙ менән егет дыу килтереп донъя көтөп тора, ти. Әкиәттән.
ДЫУЛАТЫУ (дыулат-) ҡ. йөкм. ҡар. дыулау 1. понуд. от дыулау 1.
1. кусм. Ҡыҙып-туҙып әрләү; дыу килтереү. □ Сильно ругать, дать жару. Дыулатып әрләп ташлау.
2. Күңелде ярһытыу, йөрәкте әрнетеү. □ Бередить (душу). ■ Әллә яңы ғына йөрәген дыулатҡан, инде онотола башлаған хистәрен баҙыр өсөнмө, әллә ныҡлы, сыныҡҡан тәненән китеп өлгөрмәгән йәшлек дәртен һундерергә буламы, ул бер уҙе ҡымғырыз килде. Д. Бүләков.
3. Күтәренке рух, дәрт менән нимәлер эшләү. □ Делать что-л. весело, шумно, жизнерадостно. Дыулатып йәшәп ятыу. ■ Аллаға шөкөр, иҫән-һау ҡайтты... Алланың биргәненә шөкөр, әле булһа дыулатып һуғышып йөрөй [Хаммат]. 3. Биишева.
ДЫУЛАУ (дыула-) (Р: гудеть; И.: hum, buzz; T.: uğuldamak) ҡ.
1. Дыу итеү, дыу итеп шаулау; геүләү. □ Гудеть, шуметь, издавать шум, гул. Урман дыулай. ■ Ысын ижад — серле Буҙ ат тугел, дыулап бармаҫ, беләм, гел генә. Р. Назаров. Урман тағы геуләп-дыулап ҡуйған да, ти, йырлай башлаған, ти, йырын. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы».
2. кусм. Асыуланып ҡыҙып китеү; дыу килеү. □ Шуметь, поднимать шум. ■ Вәлишин да бер дыулап алды ла, ыңғайланып өлгөргән ҡатыны менән Шәрғиәнең өгөтөнә ҡолаҡ һалып, ҡыҙына ризалыҡ бирҙе. Ә. Хәкимов. [Баязитов] дауыллы диңгеҙ кеуек дыуланы. Р. Солтангәрәев.
3. кусм. Сәңгеп, һулҡылдап ауыртыу; һыҙлау. □ Ныть, ломить; гудеть (от боли). ■ [Шәурә менән Емеш] кесерткән саҡҡан урындарҙың дыулауына туҙмәй, әле бер, әле икенсе аяҡтарын ҡауҙы шикелле ургә ку-тәреп, оҙаҡ ҡына тапанып торҙолар. 3. Биишева.
ДЫУЛАШЫУ (дыулаш-) ҡ. урт. ҡар. дыулау 1. взаимн. от дыулау 1. Дыулаша башлау. Дыулашып ҡайтыу.
ДЫУЫЛДАТЫУ (дыуылдат-) ҡ. ҡар. дыулатыу. Дыуылдатып алыу.
ДЫУЫЛДАУ (дыуылда-) ҡ. ҡар. дыулау. Дыуылдап әйләнеу.
ДЫУЫЛДАШЫУ (дыуылдаш-) ҡ. урт. ҡар. дыуылдау, взаимн. от дыуылдау.
ДЫУ-ӘКӘМӘТ и. ҡар. дыу-ғәләмәт. Дыу-әкәмәт ҡуптарыу. Дыу-әкәмәт килеп йырлау. Дыу-әкәмәт итеп бөтөу.
ДЫҺЫР (Р: подражание звуку, возникающему от трения колёс или тяжёлых предметов при движении; И.: creak; T: gümbür) оҡш.
464