ДӘҒҮӘ ИТЕҮ
Ниҙер һөйрәгәндә, тәгәрәткәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему от трения колёс или тяжёлых предметов при движении. Дыһыр итеу.
ДЫҺЫР-ДЫҺЫР (Р: подражание повторяющемуся звуку, возникающему от трения колёс или тяжёлых предметов при движении; И.: creak; T.: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дыһыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся звуку, возникающему от трения колёс или тяжёлых предметов при движении. Дыһыр-дыһыр итеу. Дыһыр-дыһыр килеу.
ДЫҺЫРЛАТЫУ (дыһырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. дыһырлау, понуд. от дыһырлау. ■ [Тимербулат] ҡул тирмәне янына тубыҡлап ултырып, уны дыһырлатып бойҙай тарта. Һ. Дәүләтшина.
ДЫҺЫРЛАУ (дыһырла ) (Р.: грохотать; И.: clatter; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дыһыр-дыһыр тигән тауыш сығарыу, дыһыр итеп шаулау. □ Грохотать, греметь. // Грохот, гром. Мотор дыһырлай.
ДӘ I терк. ҡар. да I.
ДӘ II киҫ. ҡар. да II.
ДӘ БАҺА киҫ. ҡар. да баһа. ■ [Ҡыуандыҡ — Оҫтаға:] Донъяның камил тугеллеген беләһең дә баһа. Ә. Хәкимов. [Мәҙрәсәне ташлап ҡайтыуҙан да] дәуерәк, ҡайһы сағында йөрәк кутәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғылар ҙа аҙ тугел дә баһа. Ғ. Ибраһимов. Әһә, бик шәп кулдәк икән дә баһа был, — тип кулдәкте кейеп ала ла китә. Әкиәттән.
ДӘББӘТӨЛАРЗ [ғәр. (р: вьюч-
ное животное в раю; И.: pack animal in Paradise; T.: cennetteki hayvan) и. иҫк. кит.
Ожмахтағы эш малы. □ Вьючное животное в раю.
ДӘБДӘБӘ I [ғәр. (P: подражание топоту; И.: patter; trample; T.: tıpış tıpış) оҡш. иҫк. кит.
Тыпыр-тыпыр итеп сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание топоту, дроби. Дәбдәбә утеп киттеләр.
ДӘБДӘБӘ II [ғәр. (Р: радость; И.: happiness; T.: sevinç) и. иҫк. кусм.
Шатлыҡ, һөйөнөс. □ Радость. Наҙлы дәбдәбә. Ҙур дәбдәбә.
ДӘВӘ СҮҘЕ и. диал. ҡар. арбау 1. Дәвә суҙе — дауалағанда ҡулланылған һуҙ.
ДӘҒҮӘ [ғәр. (Р: претензия; И.: claim; T.: iddia) и.
1. Нимәгәлер хоҡуғың барлығын белдереп, талап менән мөрәжәғәт итеү. □ Претензия, притязания. Дәғуә ҡуйыу. Дәғуәгә дәлил. Хаҡһыҙ дәғуә. Мираҫҡа дәғуә. ■ Әгәр кем дә булһа уның ерен ике-өс йәки унан да куберәк йылға ала икән, был һатып алыусыны ергә булған дәғуәнән бөтөнләй мәхрум итергә. М. Өмөтбаев. Үҙен һуғыш белемендә өйҙәгеләрҙең барынан да өҫтөн тойған һәм шундай дәғуәгә тиклем хаҡлы булған Гәрәев дөйөм хәлде .. билдәләне. К. Мәргән.
2. Бәхәс. □ Спор. ■ Ибраһим, Тоҡос ауылы халҡы М. Өмөтбаевҡа юлларға тапшырып, 1879 йылғаса ғаризалар яҙып дәғуә алып баралар. Ғ. Хөсәйенов. • Ҡыҙ дәғуәһенә кергәнсе, ҡыҙыл эт дәғуәһенә кер. Мәҡәл.
3. Нимәгәлер ҡарата белдерелгән ҡәтғи ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек. □ Претензия. ■ Бер хәл икенселәре менән сыуалғанда, төп дәғуә ситтә ҡала, ә ваҡ-төйәге, осраҡлылары алға сыға, иғтибар шуларға йунәлә.
3. Ураҡсин. [Алтынсәстең] бар булмышы сәйер вайымһыҙлыҡ ихтыярында. Бер кемгә дәғуәһе, упкәһе юҡ, ярһып табыныр өмөтө юҡ. Ә. Хәкимов. Семинарҙа тикше-реугә ҡуйылған йәш прозаиктарға оло ҡәләмдәштәренең төп дәғуәләренең береһе йәштәрҙең телгә иғтибарһыҙлығына ҡарата булғандыр. «Ағиҙел», № 4, 2010.
4. Нимәгәлер ҡарата көслө ынтылыш. □ Претензия, тяжба, спор.
ДӘҒҮӘ БЕЛДЕРЕҮ (дәғүә белдер-) ҡ. ҡар. дәғүәләү 1, 2, 3. ■ [Тайфа] был тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә лә дәғуә белдермәй, уҙен ҡалдырған дуҫтарына, һөйгәненә лә упкәләмәй — һәр кемдең уҙ яҙмышы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8, 2010.
ДӘҒҮӘ ИТЕҮ (дәғүә ит-) ҡ. ҡар. дәғүәләү. ■ Буйҙары етмәҫтәйгә урелмәгәс, ҙурға дәғуә итмәгәс, дошмандары ла бул
465