ДӘҒҮӘ ҠЫЛЫУ
маны, шикелле. Ә. Хәкимов, һәр әлкәлә лә тәрән ғилемгә эйә зыялыларыбыҙ ишәйһә, әҙәбиәттә, Нобель премияһына дәғүә итерлек бейеклеккә күтәрелһәк, милли асылыбыҙ юғалтыуҙар алдында тормаҫ, киреһенсә, бар ҡитғаларҙа танылыу яулар ине. «Башҡортостан ҡыҙы» № 7, 2010. Кыҫҡараҡ араға шәп саба торған Турыны алты саҡрымға ебәреү — һабантуйҙа беренсе урындарға дәғүә итеү ине. С. Ильясов.
ДӘҒҮӘ ҠЫЛЫУ (дәғүә ҡыл-) ҡ. ҡар. дәғүәләү 1, 2, 3. ■ Ғашиҡлыҡҡа ысынлап дәғүә ҡылһаң, был дәғүәңә берәй дәлил кәрәк имде. «Ҡиссаи Йософ». Әҙәм балалары үҙҙәре инсафлыҡты дәғүә ҡылалар. М. Ғафури.
ДӘҒҮӘЛЕ (Р.: спорный; И.: disputable, debatable; T.: tartışmalı) с.
Талаш-тартышлы, бәхәсле. □ Спорный; сутяжный; исковый. Дәғүәле ер. ■ Дәғүәле ерҙең сиге лә сама менән генә билдәләнгән булып сыҡты, ул берсә киңәйеп китә, берсә тарайып ҡуя икән. 3. Ураҡсин. Йә, кемегеҙ иҫләй хәҡиҡәткә хыянаттар итеп алдауымды, йә, кемегеҙ миңә дәғүәле? Т. Ғәниева.
ДӘҒҮӘЛӘҮ (дәғүәлә-) (Р.: претендовать; И.: dispute; T: iddia etmek) ҡ.
1. юр. Нимәгәлер үҙ хоҡуғыңды белдереп судҡа мөрәжәғәт итеү. □ Претендовать, притязать; оспаривать. ■ Йола буйынса, Өлкән урҙаның Яғалбайхан тармағынан сыҡҡан аҡһөйәк зат ҡына бөтә урҙаға уртаҡ өлкән хан була алһа ла, Абулхайыр уға теймәҫ оло дәрәжәне тәүҙән үк үҙе дәғүәләй башлаған. Ғ. Хөсәйенов
2. Нимәгәлер ҡарата ҡәтғи ризаһыҙлыҡ белдереп, үҙ талабыңды ҡуйыу. □ Предъявлять иск. ■ Кеше, әйтерһең, үҙ ирке менән төрмәгә кергән дә, ҡотолоп сыҡҡас, хәрәмде дәғүәләп йөрөгән. Ә. Хәкимов.
3. Нимәгәлер көслө теләк белдереп ынтылыу. □ Оспаривать.
ДӘҒҮӘЛӘШЕҮ (дәғүәләш-) (Р: иметь взаимные претензии; И.: have a grudge against each other; T: tartışmak) ҡ.
1. Үҙ-ара дәғүә ҡуйып тартышыу. □ Иметь взаимные претензии, предъяв
лять друг к другу претензии. ■ Әммә уларҙың [танытмаларҙың] хәҙерге көндә герой ейәндәренә ниндәй ҙә булһа өҫтөнлөктәр алыу өсөн дәғүәләшергә хоҡуҡ биреүсе факттар булып хеҙмәт итеүҙәре бик шикле. М. Өмөтбаев. Саяф хисапсы менән бер нисә тапҡыр дәғүәләшеп тә ҡараны, ләкин тегенеһе аяҡ терәп үҙенең һүҙендә тороуын белде. Т. Ғарипова.
2. Нимәгәлер көслө теләк, ынтылыш белдереп көрәшеү. □ Предъявлять иск, оспаривать что-л. через суд, тягаться, вести тяжбу. ■ Ул [Кинйә абыҙ] Аҡай батыр, Бәпәнәй мулла менән бергә Өфөгә лә барҙы. Шул һары Санайҙың үҙе менән дәғүәләшеп ҡайтты. Ғ. Ибраһимов.
ДӘҒҮӘСЕ (Р: претендент; И.: pretender; claimant T.: iddiası olan) и.
1. юр. Дәғүә итеүсе, дәғүә итеп эш ҡуҙғатыусы. □ Претендент. ■ Дәғүәселәр, ишараны тиҙ аңлап, ишек алдына килеп тә инделәр. 3. Ураҡсин. Аҡылы камил, хикмәт ғилемен белер, дәғүәселәр дәғүәләшеп быға [Йософҡа]килер. «Ҡиссаи Йософ».
2. Дәғүә итеп теләк белдереүсе. □ Истец, сутяга. ■ Батыршаның ҡарамағына ла бер нисә тапҡыр дәғүәселәрен ебәрҙе яҙыу менән, үҙе теләгәнсә хөкөм итергә бойороп. Ғ. Хөсәйенов.
ДӘҒҮӘСЕЛ (Р: сутяжный; И.: litigious (person)', T.: münakaşacı) с. һөйл.
Талаш, бәхәс ҡуҙғатыусан. □ Сутяжный (о человеке), любитель вступать в споры. ■ Урҙанан арынғас, һәр береһе, уҙам-талланып, бөтә башҡорт иленә баш булырға тырышасаҡ. Ундай дәғүәсел уҙаҡтарҙың кәрәге юҡ Боғараға. Ә. Хәкимов.
ДӘҒҮӘСЕЛ ЕК (дәғүәсел еге) (Р: сутяжничество; И.: litigiousness, malicious litigation; T: münakaşa) и.
Дәғүәгә мөнәсәбәтле, дәғүәгә бәйле. □ Сутяжничество. ■ [Бәхәс] үҙ тәбиғәтенә тоғролоҡ һаҡлап, һағынбай ауылы халҡының күңелдәренә инеп ояланы, уларҙа көнсөллөк һәм дәғүәселек тойғолары уятты. Әйтерһең, үҙ-ара төрткөләшеүгә, ҡыялҡыға өндәп,
466