дәжжәл
ҡотортоп торған куҙгә куренмәҫ шайтан. М. Ямалетдинов.
ДӘҒҮӘТ [ғәр. Sjbû] (Р.; обращение; И.: appeal; T.: davet) и.
1. Өндәмә, саҡырыу. □ Обращение, призыв, приглашение. Дәғуәт ҡылыу. Дәғуәт буйынса. ■ Сәлимгәрәйҙең дәғуәте буйынса Өфө ҡалаһына килгәс, беҙҙең буш еребеҙ Илсекәй ауылына бирелгән тип белдек, агаһландыҡ. М. Өмөтбаев.
2. Доғалы ҡағыҙ; доғалыҡ; дәүәт, бетеү. □ Молитвенник. Дәғуәт яҙып биреу. ■ Был һәләкәттән һине дәғуәтең генә ҡотҡарып ҡалған. «Алдар менән Зөһрә».
ДӘҒҮӘТ ИТЕҮ (дәғүәт ит-) (Р.: приглашать; И.: appeal, invite (to); T.: davet etmek) ҡ.
1. Саҡырыу, өндәү. □ Приглашать, призвать. Тәртипкә дәғуәт итеу.
2. Ҡунаҡҡа саҡырыу. □ Приглашать в гости. Куршеләрҙе дәғуәт итеу.
ДӘҒҮӘТ ҠЫЛЫУ (дәғүәт ҡыл-) (Р: просить; И.: plead, entreat; T.: rica etmek) ҡ.
1. Нимәнелер үтенеп һорау. □ Просить. ■ Иртәгә көн ҡыҙым илә бәне, мөхтәрәм зәужем илә берлектә, рәхмәттәрең куләгә-һендә жәмғы (бар бул) әйлә! — тиә ағлар вә кәндеһе сабырға дәғуәт ҡылыр (һорар) ине. Р. Фәхретдинов.
2. Нимәгәлер өгөтләү, саҡырыу. □ Призывать. ■ Ислам диненең төп ҡанундары булып торған әҙәп-әхлаҡ, иман һәм фарыз ғәмәлдәр: тимәк, мотлаҡ утәлергә тейеш һаналған ғилем өйрәнеу, дәғуәт ҡылыу темаһы [М. Аҡмулла] шиғырҙарында төп ролде уйнай. «Ағиҙел», № 3, 2010.
ДӘҒҮӘТНАМӘ [ғәр.-фарс. (Р:
приглашение; И.: invitation card; T.: davetiye) и. иҫк.
Саҡырыу, яҙылған ҡағыҙ, өндәү ҡағыҙы; мөрәжәғәт хаты. □ Приглашение, пригласительный билет. ■ Ҡанға — ҡан, ҡарыуға — ҡарыу. Беҙ башламаныҡ. Үҙ уйыбыҙҙы төшөндөрөп, 32 дәғуәтнамәләр яҙып ҡараныҡ, йөрөкшәләр йөрөттөк. Ғ. Ибраһимов. Ил ағалары ултырып аҡыл йыйған, йыйылып кәңәш ҡорған. .. Ил-йорт исеменән хаттар,
ғарызнамәләр, дәғуәтнамәләр, шикәйәттәр яҙған, ирек, хаҡлыҡ, ғәҙеллек дәғуәләгән. Ғ. Хөсәйенов.
ДӘҒҮӘҺЕҘ (Р: бесспорный; И.: indisputable; T.: şüphesiz) с.
Талаш-тартышһыҙ, бәхәсһеҙ. □ Бесспорный. ■ Әлбиттә, һис бер дәғуәһеҙ, бары тик изге теләктән фәҡирҙәргә, ҡарауһыҙ ҡалған ҡарт-ҡороларға ихлас ярҙам итеуселәр ҙә юҡ тугел. Р. Бикбаев.
ДӘДӘҢ (Р: дядя; И.: I am your uncle, am I not!; T.: abin) и. шаяр.
һөйләшкәндә маһайған, маҡтанған булып, «мин һиңә ағай әле!» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ Твой дядя. Дәдәң афарин. Дәдәңдән кәңәш һора.
ДӘДӘҢДЕ ӘЙТТЕРЕҮ (дәдәңде әйттер-) (Р: заставить просить пощады; И.: make smb ask pardon; T: pes ettirmek) ҡ. шаяр.
Киҫәтеп, мәрхәмәт һоратыу (шаярып көрмәкләшкәндә, еңгән кеше: «Дәдәңде әйт!» — ти; еңелгән кеше: «Әйтәм, әйтәм!» — ти; шунан һуң ғына уны ебәрә). □ Заставить просить пощады (в игре).
ДӘДӘҢЛӘТЕҮ (дәдәңләт-) (Р: заставить признать победителем кого-л:, И.: make esteem; T: pes ettirmek) ҡ. һөйл.
«Дәдәңде әйт» тип ялбартыу; дәдәңде әйттереү. □ Заставить признать победителем кого-л. Ҡустыны дәдәңләтеу. Бер нисә тапҡыр дәдәңләтеу.
ДӘДӘҢЛӘҮ (дәдәңлә-) (Р: дать согласие признать победителем кого-л:, И.: consent to be one’s superior; T.: galibi kabullenmek) ҡ. һөйл.
«Дәдәмде әйтәм» тип ялбарыу, ялыныу. □ Дать согласие признать победителем кого-л.
ДӘЖЖӘЛ [ғәр. (P: дух-искуситель; И.: Doomsday herald; T.: Deccal) и.
1. миф. Ҡиәмәт көнө алдынан сығып, бөтә халыҡты эйәртеп алып китәсәк бер алдаҡсы зат. □ Дух-искуситель, появляющийся, чтобы повести за собой народ. Дәжжәл һымаҡ халыҡты ҡотортоу. ■ Ҡинйәнең киң кукрәге, һомғол буй-һыны уның куҙ алды
467