Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 468 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӘЖЖӘЛ ҠАЛҠЫУ
на ҡиссаларҙағы аҡ толпарҙа осоп китергә әҙер торған көслө беләкле, бөркөт ҡарашлы сая бәһлеуәнде кәуҙәләндерҙе. «Дәжжәл. Унан да битәрерәк...» Ғ. Ибраһимов. Бер аҙ көндәр торалыр төҙәлеп хәл, мәгәр ҡуба ғауға, сыға дәжжәл. М. Өмөтбаев. Йәштәр трактор килеуенә ҡыуанышҡан бер мәлдә, Әхмәт тигән ҡарттың: «Йәшәу бөттө! Заман ахыры етте! Дәжжәл килә!..» — тип, ҡолаҡтарына мамыҡ тығып, толопҡа төрөнөп, мөйөштә илап ятыуы .. дини фанатизмға пародия кеуек ҡабул ителә. Ә. Сөләймәнов. Дәжжәлдең тауышы, музыкаһы матур була. Башҡорт мифологияһынан.
2. иҫк. Алдар, алдаҡсы. □ Обманщик, лгун. Дәжжәл һуҙе.
ДӘЖЖӘЛ ҠАЛҠЫУ (дәжжәл ҡалҡ-) (Р.: появление духа-искусителя; И.: the Sly one’s appearance; T.: Deccal gelmek) ҡ. миф.
Дәжжәлдең кеше араһына сығыуы.
□ Появление духа-искусителя. Ахырызаман еткәс, дәжжәл ҡалҡа, ти.
дәйн (Р.: долг; И.: debt; loan; T.: borç) и. иҫк. кит.
Бурыс, бирәсәк. □ Долг, заём. ■ Ошо дурт нәмәне курһәтмә беҙгә донъяла, я рабби: береһе фәҡр, береһе дәйн, береһе мараз, береһе зиндан. Бәйеттән.
ДӘҠАИҠ [ғәр. 3^] (Р: минута; И.: minute; T.: dakika) и. иҫк. кит.
1. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһы; минут.
□ Минута. Бер дәҡаиҡ. Биш-алты дәҡаиҡ.
2. Бәләкәй өлөш, киҫәк. □ Одна часть.
ДӘҠИҠӘ [ғәр. (Р: минута; И.: minute; T.: dakika) и. иҫк. кит.
1. Әҙ генә ваҡыт араһы; минут. □ Минута. Бер дәҡиҡә иҫкә төшә. ■ Сәйф уҙе лә куңеле тулыуҙан бер дәҡиҡә өндәшмәй ултырҙы. Ә. Хәкимов.
2. Йылы уй, нескә фекер. □ Тонкая мысль. Дәҡиҡә әйтте. Дәҡиҡә менән килеу.
ДӘЛ (Р: именно; И.: just, exactly; T: tam)р.
Нәҡ, тап. □ Именно; как раз; точно. Дэл башында. Эштең дәл уртаһы. Дәл ишек өҫтөндә.
ДӘЛ БУЛЫУ (дәл бул-) (Р: как раз; И.: just, exactly; T: denk gelmek) ҡ.
1. Тап-таман булыу. □ Как раз. Кулдәк дәл булды.
2. Юлда тура килеү, осрау; тап булыу.
□ Встречаться, попадаться навстречу; случаться. ■ [Ҡуҙыйкурпәс:] Өйөр ҙә өйөр малым ҡалһа, ас буреләргә дәл булһын, инәй. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ДӘЛ-ДӘЛ ТОРОУ (дәл-дәл тор-) ҡ. диал. ҡар. айһай II. 7 айҙа дәл-дәл торҙо.
ДӘЛЕГЕҮ (дәлек-) ҡ. диал. ҡар. осрау. Ят кешегә дәлегеу.
ДӘЛЕКТЕРЕҮ (дәлектер-) ҡ. диал. ҡар. осратыу. Шәп китап дәлектерҙем.
ДӘЛИЛ [ғәр. Д?Б] (Р: доказательство; И.: argument; proof; evidence T: delil) и.
Ниндәйҙер эш-хәлде раҫлай, дөрөҫләй торған нигеҙ, фекер, фараз. □ Доказательство, аргумент, довод, мотив, мотивировка; признак, показатель. ■ Беҙҙең заманда килде куп ғалимдар, ғилемдә һәм һәнәрҙә куп дәлилдәр. М. Өмөтбаев. Фараз менән шиктең дәлил тугеллеге куптән билдәле. Ә. Хәкимов. Ағастарға һуғылған тамғаларға, шәжәрәгә теркәлгән ҡайһы бер яҙмаларға межауай кенәгәнең юҡлығы ҡаршы ҡуйылды, бәхәс ваҡытында ике яҡ та уҙ дәлилен кутәрҙе.
3. Ураҡсин.
ДӘЛИЛ КИЛТЕРЕҮ (дәлил килтер-) ҡ. ҡар. дәлилләү. Дөрөҫлөккә дәлил килтереу. ■ Сәмиғулла Ғилаждың атты бирмәҫ өсөн вайым менән әйткән һуҙенә уҙен аҡлау өсөн дәлил килтерергә теләмәне. Ж. Кейекбаев.
ДӘЛИЛЛЕ (Р: аргументированный; И.: well-reasoned; T: delilli) с.
Дәлил килтерелгән, дәлил менән раҫланған. □ Аргументированный. ■ [Хат-ғарыз-намәне] тәғәйен, асыҡ, ышаныслы, дәлилле итеп теркәлергә тейеш барыһы, һәр һуҙҙе улсәп яҙырға. Ғ. Хөсәйенов.
ДӘЛИЛЛӘҮ (дәлиллә-) (Р: аргументировать; И.: argue; reason T.: kanıt göstermek) ҡ.
Дәлил килтереү, дәлил менән раҫлау.
□ Аргументировать, мотивировать. Дөрөҫлөктө дәлилләу. ■ «Ҡулға алыуҙарҙың моти-
468