дәни
вын нисек дәлилләмәксеһегеҙ һуң?» — тигән һорау ҡыҫтырған булды Далъ. 3. Ураҡсин. Танағол Ҡанбулатов республикалағы дөйөм хәл менән таныштырҙы, миҫалға һандар, факттар килтерҙе, үҙенең фекерен дәлилләне. Д. Бүләков. Рәмзилә [Хисамитдинова ] ысын шағирә ине. Миндә ошо хәҡиҡәтте тағы ла бер ҡат дәлилләүсе хат һаҡлана. М. Ямалетдинов.
ДӘЛИЛҺЕҘ (Р.: неаргументированный; И.: groundless undefended; T.: delilsiz) с.
Дәлил килтерелмәгән, дәлил менән раҫланмаған. □ Неаргументированный. Дәлилһеҙ ғәйеп. Дәлилһеҙ яуап. Дәлилһеҙ мәғлүмәттәр. Бер ниндәй дәлилһеҙ. ■ Канцелярияға ҡағыҙ-ҡәләм һатып алыу өсөн тотонолған аҡсаның да бер өлөшөн йәнәһе Мырҙабулатов, Хәсәнов, Сәлихов үҙләштергән, тип, бер ниндәй ҙә дәлилһеҙ (документтарға һылтаныуһыҙ) ғәйепләйҙәр. Й. Солтанов. Ҡарас сәсәнде тиләү батыры, тиләү сәсәне итеп күрһәтергә тырышҡан мәҡәләләр йышайҙы. Иң ҡыҙығы шунда: һис бер дәлилһеҙ, нигеҙләмәһеҙраҫлауҙар. М. Ямалетдинов.
ДӘЛ ИТЕҮ (дәл ит-) (Р.: попадаться навстречу; И.: happen to be in one’s way; T.: rast gelmek) ҡ.
Юлда тура килтереү, осратыу, тап иттереү. □ Попадаться навстречу, встречаться на дороге. Эҙләгәнен дәл итеү. Дәл итеү теләге менән.
ДӘЛҮ [ғәр. jb] (Р: Водолей; И.: Aquarius; T.: Kova) и. астр.
1. (баш хәреф менән) Ун ике бөрөждөң бере (Жәди һәм Хут бөрөждәре уртаһында урынлашҡан). □ Водолей (зодиакальное созвездие). Дәлү йондоҙлоғо.
2. Ҡояш календары буйынса, ун беренсе айҙың ғәрәпсә исеме (22 ғинуар — 21 февраль). □ Название одиннадцатого месяца солнечного года, соответствующего периоду с 22 января по 21 февраля. Дәлү айы. Дәлү һыуығы.
ДӘЛӘЛӘТ [ғәр. (Р: указание;
И.: instructions; T.: yönerge) и. иҫк.
Күрһәтмә, тәҡдим, өйрәтеү. □ Указание, рекомендация. Дәләләт менән. ■ [Тәф-тиләү] күп тә үтмәй хат аша бик ымһындырғыс тәҡдим яһаны: Ырымбур генерал-губернаторы башҡорт волостарына старшиналыҡҡа ышаныслы мишәр кешеләрен эҙләй,.. үҙем дәләләт бирәм, бушлай ерҙәр биләргә, чин-дәрәжәләр алырға юлдар асылыр. Ғ. Хөсәйенов.
ДӘЛӘЛӘТ ИТЕҮ (дәләләт ит-) ҡ. ҡар. дәләләт ҡылыу. ■ Өршәк күперен земство аҡсаһына таштан түшәмдәр менән мәхкәм ҡылып яһарға дәләләт иттек. М. Өмөтбаев.
ДӘЛӘЛӘТ ҠЫЛЫУ (дәләләт ҡыл-) (Р: рекомендовать, И.: recommend; T.: tavsiye etmek) ҡ.
Тәҡдим итеү, күрһәтмә биреү. □ Рекомендовать, предлагать. Хатаны төҙәтергә дәләләт ҡылдылар.
ДӘМ I [фарс. е-5] (Р.: дыхание; И.: breath; T: soluk) и. иҫк.
1. Һулыш, тын. □ Дыхание, вздох. Дәме насар.
2. күсм. Һулыш алырлыҡ ҡына ҡыҫҡа ваҡыт, бер мәл. □ Мгновение, миг. ■ Әрәм булыр яман дуҫлыҡта һәр дәм. М. Өмөтбаев.
ДӘМ II и. диал. ҡар. тәм I.
ДӘМ III и. диал. ҡар. ризыҡ. ■ Аҙна-ун көн бер дәм ҡапмай. Экспедиция материалдарынан. Ейәр дәмең бөткән һуң барыр ерең — ҡара ер. «Алдар менән Зөһрә».
ДӘМ АЛЫУ (дәм ал-) (Р: передышка; И.: respite, breathing space; T: soluk almak) ҡ.
1. Тын алыу. □ Передышка. Тыныс ҡына дәм алыу. ■ «Дәм (хәл) алдыңмы?» — тине Сулпан Ғәли ҡартҡа. А. Таһиров.
2. күсм. Ял итеү. □ Передохнуть, сделать передышку. Аттар дәм алдылар. Эш араһында дәм алыу. ■ «Нәүкәрҙәрең баҡсала туҡтауһыҙ йөрөп торһон, йоҡламаһындар! Иртән дәм алырҙар», — тине [хан]. Ә. Хәкимов.
ДӘМ ИТЕҮ (дәм ит-) ҡ. ҡар. тәмләү.
ДӘНИ [ғәр. (Р: подлый; И.: mean; T: alçak) с. иҫк.
469