ДӘНИЛЕК
Түбән, әшәке; ҡәбәхәт. □ Низкий, подлый, низменный, презренный; плохой, бесчеловечный. Дәни бәндә булып сыҡты. Дәни булырға теләмәне.
ДӘНИЛЕК (дәнилеге) и. ҡар. ваҡсыллыҡ.
ДӘНКӘ [рус. деньга] (Р.: деньга; И.: halfpenny; T: para) и. иҫк.
Ярты тинлек боронғо баҡыр аҡса. □ Деньга (старинная медная монета достоинством в полкопейки). Ике дәңкә. Ун дәңкә.
ДӘНӘМӘ (Р: ничего; И.: nothing; nil; T: hiç bir şey) и. иҫк. һөйл.
Һис бер нәмә. □ Ничего. ■ Ҡыҙҙар килеп ҡараһа, дәнәмә юҡ. «Буҙйегет».
ДӘҢ (Р: как раз; И.: just, exactly; T.: tarn) р. диал.
Тура, тиң, тәңгәл, тап. □ Как раз, точно.
■ «Әгәр ҙә беҙҙең юрағандарыбыҙ дәң килеп, беребеҙҙең ҡыҙ, беребеҙҙең ул булһа, ҡоҙа булышырбыҙ», — тип һуҙ ҡуйыштылар, ти, былар [ике хан]. Әкиәттән.
ДӘҢГЕЛӘ и. мед. диал. ҡар. зәңге.
■ Дәңгелә булһа, ауыҙ менән ҡулды тейҙермәй ужым һолоһо ашайҙар. Экспедиция материалдарынан.
ДӘҢГЕЛӘ ҠАСЫРЫУ ҡ. диал. ҡар. зәңге ҡасырыу.
ДӘҢГӘРСӘК (дәңгәрсәге) и. диал. ҡар. тәгәрмәс. Арба дәңгәрсәге.
ДӘР [фарс. >] и. иҫк. кит. ҡар. ынйы 1. Дәр төймәләр. Дәр һиҙәптәр.
ДӘРБЕШ и. диал. ҡар. ғәрип 1,1.Дәрбеш мал.
ДӘРГӘҺ [фарс. (Р: порог; И.: threshold; T: eşik) и. иҫк. кит.
Ҡапҡа төбө, ишек төбө; тупһа. □ Порог (двери). ■ Кеше дәргәһенә энә ҡаҙап та китәләр, сихырлап. Экспедиция материалдарынан.
ДӘРД [фарс. <р] (Р: мучение; И.: torture, torment; T: dert) и. иҫк. кит.
Ғазап, ҡайғы. □ Мучение, мука, страдание; невзгоды. ■ [Ҡыуандыҡ — Оҫтаға:] дәрдем бутән минең, илемде һағындым.
Ә. Хәкимов. «Сәләм һиңә, сәләм! Хаттар яҙам тик дәрт кенә тугел, дәрд менән». X. Назар. Дәрд илә диуана булдым. Минән ни һорайһығыҙ — хәлем ҡыйын. М. Аҡмулла. Ҡаты дәрдкә юлыҡтым, дарыу эсһәм дә, терелмәм. «Ҡуҙыйкүрпәс». Дәрд быуынға төшкән һуң, ҡылыс башын киҫкән һуң. «Буҙйегет».
ДӘРДИЛӘ ИТЕҮ (дәрдилә ит-) ҡ. ҡар. ғазаплау. ■ Эй, киләләр был ғумерҙе дәрдилә итер тәләф. М. Өмөтбаев.
ДӘРДМӘНД |фарс. (Р: страдающий; И.: suffering; unfortunate, miserable; T: hüzünlü) с. иҫк. кит.
Ҡайғылы, моңло; бисара. □ Страдающий, печальный; несчастный. ■ Дәрденә дәрдмәндтәр шифа тапты, һуҡырҙар куҙен асты ҡарманмаҫтай. М. Аҡмулла.
ДӘРД УҠЫУ (дәрд уҡы-) ҡ. ҡар. дәрд әйтеү. Өҙлөкһөҙ дәрд уҡыу.
ДӘРД ӘЙТЕҮ (дәрд әйт ) (Р.: читать молитву (нараспев)’, И.: entone a prayer; T.: dua etmek) ҡ.
Көйләп доға уҡыу. □ Читать молитву (нараспев). Дәрд әйтергә яратыу. Дәрд әйтеп ултырыу. Дәрд әйтеу оҫталығы.
ДӘРЕС [ғәр. и->] (Р: урок; И.: lesson; classes; T.: ders) и.
1. Ниндәйҙер предмет буйынса үткәрелгән уҡыу-уҡытыу һәм шуға билдәләнгән ваҡыт; һабаҡ. □ Урок, занятие. Математика дәресе. ■ [Нурислам] Көнсығыш телдәре институтына ирекле тыңлаусы сифатында ғәрәп, фарсы теле дәрестәренә йөрөй. Ә. Хәкимов. Әсәһе эшләгән төҙөлөшкә дәрестән һуң йыш бара торғайны Ғәбит. Ә. Әминев.
2. һөйл. Уҡыусыға киләһе занятиеға әҙерләп килеү өсөн өйгә бирелгән эш; өйгә эш. □ Домашнее задание. Дәрес ҡарау. ■ [Ғәлләм:] Ә мин кисә дәрес әҙерләргә онотҡанмын да ҡуйғанмын... Уҡытыусылар минән һорап ҡуйһа, бөттө баш. Ф. Иҫәнғолов. [Альбина]мәктәптә уҡыу осоронда баш ҡалҡытмай дәрес әҙерләй, сөнки, беренсе клас
470