Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 472 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӘРИҒ ИТЕҮ
ДӘРИҒ ИТЕҮ (дәриғ ит-) ҡ. ҡар. ҡыҙғаныу. Баланы дәриғ итеу.
ДӘРМЕШЛЕК (дәрмешлеге) и. диал. ҡар. ярлылыҡ.
ДӘРРӘҮ [фарс. (Р: все разом; И.: at the same time, all together; T.: beraber) p.
1. Бер юлы, берҙәм. □ Все разом, дружно. Дәррәу ҡушылыу. ■ Яңғыҙ йырсыға бутәндәр ҙә дәррәу ҡушылды. Я. Хамматов, һабантуй хәстәре, эске кутәрелеш, байрам кәйефе менән һуғарылған халыҡ клубҡа дәррәу йыйылды. Т. Ғарипова.
2. Ырамлы, тиҙ, шәп. □ Скоро, живо, быстро. Эштәр бик дәррәу китте. ■ Арыш урағы ҡыҫып килгәнгә, бесәнде дәррәу генә бөтөрөп ташларға кәрәк ине. М. Кәрим.
ДӘРСЕН [фарс. (Р.: корица; И.: cinnamon; T.: tarçın) и. бот.
1. Лавр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған тропик ағас. □ Корица. Дәрсен ағасы.
2. Шул ағастың хуш еҫле киптерелгән ҡабығы (тәме, хуш еҫе өсөн файҙаланыла). □ Кора корицы (используется из-за душистого запаха). Дәрсен ҡабығын бөркөу.
ДӘРСЕН МАЙЫ (Р.: духи из коры корицы; И.: perfume mad of cinnamon; T.: tarçın kokusu) и.
Дәрсен ағасының ҡабығынан яһалған хушбуй. □ Духи из коры корицы. Дәрсен майы яһау. Дәрсен майы буләк итеу.
ДӘРҪ-ДӘРҪ (Р: возглас, которым успокаивают кобылу при доении; И.: kind of interjection; T.: atları sakinleştirmek için söylenen ünlem) саҡ.
Бейәне һауғанда тынысландырыу өсөн әйтелә. □ Возглас, которым успокаивают кобылу при доении.
ДӘРТ I [фарс. (Р: желание; И.: heat, ardour; T.: heves) и.
1. Эшкә, тормошҡа булған ашҡыныу тойғоһо, рухи күтәренкелек, ҙур теләк; илһам. □ Желание, охота, пыл; душевный подъём. Ҙур дәрт. ■ Ни бәхет, йәре менән ултырһа кеше вә илап-илап дәртен белдерһә кеше. М. Өмөтбаев. [Тарифтың] ерәнсәйҙе, ысынлап та, йугертергә дәрт
бик ҙур ине ҙурлығын. Ж. Кейекбаев. [Ғәзиз Әлмөхәмәтов] Мәсәлим Вәлиевтең «Аҡ ҡа-йын»ын, Хәбибулла Ибраһимовтың «Салауат маршы »н, аҙағыраҡ «Эшсе» операһынан Ниғмәт арияһын ҙур дәрт, илһам, оҫталыҡ менән башҡара. Р. Шәкүр. Осрашыу минуттарында типһә тимер өҙөр таҙа, дәрте ташып торған ир-уҙаман кеуек куренһә лә, ағайым олоғайып, кәуҙәгә лә тартылып киткәйне. М. Ямалетдинов. Егет кенә сағың утһен, егет, етмеш ете төрлө дәрт менән. Халыҡ йырынан.
2. Яратыу, һөйөү тойғоһо. □ Страсть, задор.
ДӘРТ II [фарс. <р] и. һөйл. ҡар. дәрд.
ДӘРТ БИРГЕС (Р: вдохновительный; И.: bracing, invigorating; T.: ruhlandırıcı) с.
Рухи көс биргес, елкендергес. □ Вдохновительный, бодрящий. Дәрт биргес көй яңғырай. Дәрт биргес телмәр булды.
ДӘРТ БИРЕҮ (дәрт бир-) (Р: кого-то вдохновлять; И.: inspire (someone; somebody); T.: ruhlandirmak) ҡ.
Берәүгә рухи көс биреп елкендереү, ҡеүәтләү. □ Кого-то вдохновлять, воодушевлять. Уҡыуға дәрт бирсу.
ДӘРТ-ДАРМАН и. ҡар. көс-дарман.
■ Ауылға ашҡынып, тау аҡтарырҙай булып ҡайтҡайны ул [Әнуәр], дәрте-дарманы ташып тора. Р. Камал.
ДӘРТ ИТЕҮ (дәрт ит-) (Р: вдохновляться; И.: be (feel) inspired; T.: ruhlanmak) ҡ.
Ныҡ күңел һалыу, ниәтләнеү. □ Вдохновляться, воодушевляться, гореть желанием. ■ Тик бына Торомтай, йәштән тормош йөгө утә ныҡ баҫтымы, ошо һәнәргә [ҡурай тартыуға] өйрәнеуҙе дәрт итмәне. Н. Мусин. Ҡарт эштең нимәлә икәнен һиҙенә. Тик юғалған мал артынан сығырға дәрт итә алмай. Риүәйәттән.
ДӘРТЛЕ (Р: вдохновенный; И.: inspired; fervent, ardent; T.: ilham dolu) c.
1. Дәрте, илһамы булған. □ Вдохновенный, задорный. ■ Һин бит уҙең сойорғоттоң илһам тигән дәртле аттың арыу белмәҫ ҡанатына. Г. Ҡотоева. Элекке барымта
472